Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һары бәшмәк йәки селтәр бәшмәк(рус. Лиси́чка') (лат. Cantharellus) — бәшмәктәр ырыуы - базидиомицеттар. Ғаиләлеге Һары бәшмәк һымаҡтар (Cantharellaceae)[1]. Ырыуҙың ғилми исеме лат. «cantharus» һүҙенән килеп сыҡҡан, тамыры бор. грек. «κάνθαρος» — «канфар»[2],бәшмәк, ҡайһы бер төрҙәре буранка(воронка) һымаҡ булғанға күрә, шулай аталған.[3].
Был бәшмәктең эшләпәһенең ситтәре ҡабарыңҡырап тора, уртаһы эскә баҫылған кеүек. Пластинкалары ҡалын, аяҡсаһы йыуан. Ул тулыһынса сағыу һары төҫтә була, оҙонлоғо 12 сантиметрға етә. Ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар үҫкән урмандарҙа июндән сентябргә тиклем үҫә.
Һары бәшмәк әкрен өлгөрә. Уны ҡыҙҙырып ашарға, маринадларға мөмкин.
- ↑ Cantharellaceae MycoBank сайтында (инг.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2010)
- ↑ Stevenson, John. British Fungi (Hymenomycetes). — BiblioBazaar, LLC, 2009. — 342 с. — ISBN 1113633565.
- ↑ Marshall, Nina. The Mushroom Book. — Applewood Books, 2009. — 268 с. — ISBN 1429010894.