Эстәлеккә күсергә

Һары ла сәс (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һары ла сәс
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Автор Халыҡ
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Һары ла сәс (Һарылай сәс, Гөлбаҙыян) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Йырҙың бер нисә варианты яҙып алынған.

1933 йылда композитор А.С.Ключарёв Белорет металлургия заводы эшсеһе А.Кәримов башҡарыуында фонографҡа яҙҙырып алған. А.Кәримов 1898 йылда Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.

И.В.Салтыковтың 2-се һанлы ҡулъяҙмаһында ноталары теркәлгән.

1974 йылда Өфөлә «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар» китабында нәшер ителгән. Ноталар аҫтына йыр һүҙҙәрен А.М. Ҡобағошов яҙып сыҡҡан.

Йырҙы тауыш һәм фортепиано өсөн Р. Ҡасимов эшкәрткән.

Ҡайһы бер ғалимдар «Саңлы үҙәк», «Әйүкә», «Малбай», «Бүзекәй кантон», «Юлтый ҡараҡ» йырҙарын сығарған Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевты (1781-1878) «Һары ла сәс» йырының да авторы тип иҫәпләй ([1].

Рус теленә А.Хөсәйенов тәржемә иткән.

Ғата Сөләймәновтың ғилми мираҫынан[2].

Француздарға ҡаршы һуғышҡа (1812) китергә йыйылған һыбайлыларға йөҙ башы Ишнияз оҙата килгән туғандары менән хушлашыр өсөн ике сәғәт ваҡыт бирә. Оҙата килгән халыҡ һыбайлы егеттәргә алдан әҙерләгән бүләктәрен тапшыра. Олораҡ яугирҙар көрәгәләр янына килеп, ҡымыҙ эсә башлай. Шул саҡ, бер ҡатын, бер яугирға ҡымыҙ биреп, ҡурайға ҡушылып ошолай тип йырлаған:

Ирәндеккәй тауы бигерәк яҡшы,
Тауҙы букуйлап үткән юл яҡшы.
Алтын менән көмөш сыҡҡан ерҙән
Тыуған ғына үҫкән ил яҡшы.
Атҡа ғына менһәң, ай, ат яҡшы,
Ергә генә төшһәң, ер яҡшы.
Илкәйенә ингә яуға ҡаршы
Ат ярһытып сапҡан ир яҡшы.
Ҡарағай ҙа үҫер, ай, йәм өсөн,
Бал ҡорттары осор бал өсөн,
Яман ирҙәр үлер, ай, мал өсөн,
яҡшы ирҙәр үлер дан өсөн,

Бөтә халыҡ уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, гөрләшкән. Егет был ҡатындың йырына яуап итеп йырлап ебәргән:

Йырҙар яҙҙым Урал ҡаяһына,
Иҫтәлектәр булып ҡалһын, тип.
Яуҙа йөрөп иҫән ҡайталмаһам,
Урал тауы иҫкә алһын тип.
Урал ғына ҡошо, ай, һандуғас,
Ат менгәндә моңло һайраның,
Ҡындан алып алмас ҡылысымды
Урал ташҡайына ҡайраным.
Ҡарағай ҙа үҫер, ай, йәм өсөн,
бал ҡорттары осор бал өсөн,
Яман ирҙәр үлер, ай, мал өсөн,
Яҡшы ирҙәр үлер дан өсөн,

Ҡулына алдыр (ағас кәсә) алып бер әбей һамаҡлаған, ти:

Илгә килеп яу баҫһа,
Ил батыры лаф орор.
Уҡ-һаҙағын ҡулына алып,
Осҡан кеүек атылыр.
Илдең батыр булғаны
Тауҙың ташын аҡтарыр.
Илде терәк иткәне
Яуҙы тар-мар килтерер.

Әбей биргән ҡымыҙҙы эскәс, егет йырҙы дауам иткән, ти:

Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы
Салт-аяҙ көнө булмай, туңмай ҙа.
Беҙ китә лә тип үк иламағыҙ,
Илаһағыҙ, юлым уңмай ҙа!
Беҙ китәбеҙ инде, ай, үҙебеҙ,
Алыҫ ҡалыр тыуған илебе.,
Беҙ ҡайта тип үк, ҡарай-ҡарай,
Тилмерер ҙә ике күҙегеҙ.
Атҡа мендек, ай, үҙебеҙ,
Ҡалманымы әйтер һүҙегеҙ?
Ҡалһа ҡалһын әйтер һүҙҙәрегеҙ
Сабырһыҙ ҙа булмаң үҙегеҙ.

Ҡурайсылар хушлашыу көйөн башлағас, Гөлбаҙыян исемле ҡыҙ, оялып тормай, кеше алдында, һөйгәне Ишниязға тәгәс менән ҡымыҙ биргән. Ҡымыҙҙың яртыһын эсеп, егет Гөлбаҙыянға былай тип йырлаған:

Ҡалырһың да, йәнем, ай, ҡалырһың,
Ҡамыштарҙан күпер һалырһың.
Һары ла сәсең үреп һал да,
Мин киткәнде күреп ҡал.
Һөттән ап-аҡ беләккәйҙәреңде
Кем күкрәккәйенә һалырһың?

Шулай итеп, Ишнияз «һарылай сәсе» менән хушлашып, яуға киткән.

Оҙаҡламай мулла Гөлбаҙыяндың ағаһын ҡыҙҙы сит ауылға кейәүгә бирергә өгөтләй башлай. Ҡыҙҙы Ишнияз үлгән тип алдайҙар. Ләкин Ишнияз һуғыштан күкрәгенә көмөш миҙал тағып ҡайта һәм һөйгән ҡыҙын, «Һарылай сәсен», иренән айыртып ала. Мулла губернаторға Ишнияз өҫтөнән ялыу бирә. Әммә губернатор муллаға батыр һалдатҡа теймәҫкә бойора,ти.

Ҡыҙ:

Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,
Мәргән дә үк булһаң, ат, егет,
Ҡара ла ҡашым, ыласыным,
Йәш йөрәгең баҫылһын.
Мал биреп үк һөйгән йәрең түгел,
Таң һыҙылып килә лә, ҡайт, егет.

Егет

Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,
Мәргән үк булһам да, атмайым.
Һары ла сәсем, ҡыйғас ҡашым,
Йәш йөрәгем баҫылмай.
Таң һыҙылыу түгел, ҡояш батһын,
Таңһыҡтарым ҡанмай ҡайтмайым.

Ҡыҙ:

Ҡыҙарып та таңдар ата икән.
Егет танһыҡтары ҡана икән.
Үпкәләмә, ҡара ҡаш, әйткәнгә,
Үкенерһең һары сәс киткәнгә.
Мәргән генә егеттең һүҙкәйе
Йөрәктәргә уттар һала икән.

Егет

Ултырсы ла, сәсең бер үрәйем,
Торсо, һары сәс, буйың күрәйем.
Һары ла сәсең үреп һал да
Оҙатып уҡ тороп ҡал.
Сәскенәйең оҙон, буйың һылыу.
Һөйгәнеңде нисек беләйем?

Ҡыҙ:

Көмөш йөҙөгөңдө һурып бир,
Йәнем алып ҡалды тиерһең.
Һары ла сәсем үрермен дә,
Һине йәндәй күрермен.
Яҡын килсе, йәнем, бер үбәйем,
Һөйгәнемде шунан белерһең.

Егет

Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,
Мәргән үк булһам да, атмайым.
Үпкәләмә, Һары сәс, һүҙемә лә,
Тура ҡара минең күҙемә.
Ҡояш сыҡмағайы, ай ҙа ҡалҡһын,
Яңғыҙ килеп, яңғыҙ ҡайтмайым!
[3].

Йырҙы башҡарыусылар:

-Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Венер Камалов менән Гөлшат Ғәйсина[4],

_ Фәрит Бикбулатов менән Нажия Аллаярова (?)[5],

— Венера Рәхмәтуллина[6]

Көйөн ҡурайҙа башҡарыусылар:

- Ғата Сөләймәнов,

- Рушан Биктимеров[7]

  1. [https://agideljurn.ru/articles/ya-myshy-kitap-ya-yrly/2021-07-07/sa-ly-kk-y-tiep-yyr-sy-aram-d-rtle-ir-r-yyrlar-min-l-m-2399577 Яҙмышы китап яҙырлыҡ]
  2. Азат Байсурин, Рәшит Шәкүр. Һарылай сәс (Гөлбаҙыян). Ғата Сөләймәновтың ғилми мираҫынан. «Совет Башҡортостаны» гәзите, 24 октябрь 1992 йыл. 211-се һан
  3. Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, 1992. 104 бит
  4. Һары ла сәс. В.Камалов, Г.Ғайсина
  5. Һары ла сәс. Ф.Бикбулатов, Н.Аллаярова
  6. Һары ла сәс. В.Рәхмәтуллина
  7. Рушан Биктимеров. Һары ла сәс (ҡурай)
  • Азат Байсурин, Рәшит Шәкүр. Һарылай сәс (Гөлбаҙыян). Ғата Сөләймәновтың ғилми мираҫынан. «Совет Башҡортостаны» гәзите. 24 октябрь 1992 йыл. 211-се һан.