Һары турғай
Һары турғай | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Carduelis spinus Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Синонимы | ||||||||||||||
| ||||||||||||||
|
Һары турғай (урыҫ.чиж) (лат. Carduelis spinus) - ҡуйы ылыҫлы урмандарҙа йәшәй, аҙыҡ эҙләп яҡын араға күсә, орлоҡтар һәм бөжәктәр менән туҡлана, бүлмәләрҙә аҫрала торған турғай.
Төҫө һары алаҡас. Турғайҙан бәләкәйерәк. Күберәк күмәк¬ләшеп йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң арҡаһы һарғылт йәшел, тү¬бәһе, тамағы, ҡанаттары, ҡойроғо һары таплы ҡара, ҡалған ҡауырһындары һорғолт һары. Ҡорһағы аҡ. Инә ҡоштоң һырты һорғолт йәгшзл, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ. йәшел турғайҙан ҡара түбәһе, һары төҫө менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «тилли-ти». һайрауы нескә генә: «сиби-тиби-сиби-тиби-сии».
Урмандарҙа йәшәй. Ағас орлоҡтары, бөжәктәр менән туҡлана. Йылы яҡҡа- китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң генә таралған. Ояһы ылыҫлы ағастарҙа була. Ҡыҙыл һипкелле 5—6 бөр¬төк зәңгәр йомортҡа һала.