Һарғат мәҙәниәте
Һарғат мәҙәниәте | |
Һарғат мәҙәниәте Викимилектә |
Һарғат мәҙәниәте — беҙҙең эраға тиклем VII—VI быуаттарҙан беҙҙең эраның III—V быуаттарына тиклем Урал аръяғы һәм Көнбайыш Себерҙең эре йылғалары — Иртыш, Ишем, Тубыл, Омь йылғаһының урта ағымы һәм Иҫәттең түбәнге ағымы буйлап урынлашҡан археологик мәҙәниәт. Һарғат мәҙәниәтенең төньяҡтағы ҡомартҡылары Тубыл киңлегендә, урман зонаһы сигендә табыла. Көньяҡта был мәҙәниәттең сиге урман-даланың көньяҡ сиге менән тап килә. Уралдың көнсығыш итәгенән көнбайышҡа табан һәм Барабы урман-далаһында көнсығышҡа табан шулай уҡ Һарғат тораҡ урындары һәм боронғо ҡәберлектәре табыла
Асыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарғат тарихын фәнни тикшеренеүҙең башы ғалим-археологтар П. А. Дмитриев, В. Н. Чернецов һәм В. П. Левашёваларҙың исемдәре менән бәйле. Ғәмәлдә улар хәҙерге ваҡытта «Һарғат мәҙәниәте» тип аталған археологик мәҙәниәтте башлап асыусылар була. Беренсе тапҡыр 1927 — 28 йылдарҙа В. П. Левашёва тарафынан Омск өлкәһенең Саргатское ауылы янында табылған был боронғо ҡәберлектең атамаһы ошо ауыл исеме менән бәйле.
П. А. Дмитриев 1929 йылда үлгән кеше башы менән төньяҡҡа йүнәлтеп һалынған һәм яҡынса бер үк төрлө ҡәбер инвентары булған Тубыл, Ишем, Урта Иртыш һәм Барабы ҡурған ҡәберлектәрен бер төркөмгә индереү мөмкинлеген билдәләй.
П. А. Дмитриевтың күҙаллауын В. Н. Чернецов артабан үҫтерә. Ул ҡорт йомғағына оҡшаш һәм һарғат тибындағы ҡурғандарҙы айырым бер мәҙәниәткә бүлеү тураһындағы фекерҙе белдерә, уның фекеренсә, был мәҙәниәтте йөрөтөүселәр уғыр ҡәбиләһенең вәкилдәре булыуы ихтимал.
Палеогенетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарғат мәҙәниәте вәкилдәрендә түбәндәге митохондриаль гаплогруппаларҙың булыуы асыҡлана: A, C, T1, Z[1], B4a[2][3], N1a1a1a, U5a1, H, H8, C4a2c1, биш индивидта: Y-хромосом гаплогруппаһы N1a1, икәүһендә — Y-хромосом гаплогруппаһы R1a1]][4][./Саргатская_культура#cite_note-4 [4]] R1a1[5]
Археологик ҡомартҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ингаль уйһыулығы
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кулайская культура
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bennett C. C., Kaestle F. A. Investigation of Ancient DNA from Western Siberia and the Sargat Culture, Human Biology, vol. 82, no. 2 (April 2010), pp. 143—156.
- ↑ Этногенез населения юга Западной Сибири в эпоху голоцена (по данным археологии, антропологии и палеогенетики) (координатор акад. В. И. Молодин; ИАЭТ, ИЦиГ) 2016 йыл 10 март архивланған.
- ↑ Влияние популяций Южной Сибири и Центральной Азии на генофонд сарматского населения
- ↑ Пилипенко А. С. и др. Палеогенетическое исследование родства погребенных из курганов саргатской культуры в Барабинской лесостепи (Западная Сибирь)
- ↑ Пилипенко А. С. и др. Палеогенетическое исследование родства погребенных из курганов саргатской культуры в Барабинской лесостепи (Западная Сибирь)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Глазов И. А. Проблемы изучения вооружения саргатской культуры // Памятники археологии и художественное творчество. Материалы осеннего коллоквиума (с международным участием) : сборник. — Омск, 2004.
- Дмитриев П. А. Мысовские стоянки и курганы // Труды секции археологии РАНИОН : журнал. — М., 1929. — Т. 4. — С. 189.
- Матвеева Н. П. Материалы к палеодемографической характеристике Саргатской общности // Вестник археологии, антропологии и этнографии : журнал. — Тюмень: Издательство ИПОС СО РАН, 1999. — № 2. — ISSN 2071-0437.
- Матвеева Н. П. Саргатская культура на Среднем Тоболе / Отв. ред. Н. В. Полосьмак. — Новосибирск: ВО «Наука», 1993. — 172 с. — ISBN 5020302678.
- Ражев Д. И., Ковригин А. А. Курганные могильники саргатской культуры и социально-демографическая структура древнего общества // Экология древних и современных обществ. Тезисы докладов конференции : сборник. — Тюмень: Издательство ИПОС СО РАН, 1999. — С. 171-175.
- Соловьёв А. И. Саргатская культура (эпоха раннего железного века) // Оружие и доспехи. Сибирское вооружение: от каменного века до средневековья. — Новосибирск: «Инфолио-Пресс», 2003. — ISBN 5-89590-035-6.
- Татаурова Л. В., Толпенко И. В. Саргатская и кулайская культуры: проблемы взаимодействия // Итоги изучения скифской эпохи Алтая и сопредельных территорий : сборник. — Барнаул, 1999. — С. 176-180.
- Цембалюк С. И. К вопросу об этнической интерпретации саргатской культуры // Проблемы взаимодействия человека и природной среды: Материалы итоговой научной сессии учёного совета Института проблем освоения Севера СО РАН 2003 г : сборник. — Тюмень: Издательство ИПОС СО РАН, 2004. — В. 5. — С. 99–102. — ISBN 5-89181-049-2.
- Чернецов В. Н. Древняя история Нижнего Приобья // Материалы и исследования по археологии : журнал. — М., 1953. — В. 35. — С. 238.
- Parzinger Hermann Die frühen Völker Eurasiens. Vom Neolithikum bis zum Mittelalter. Historische Bibliothek der Gerda-Henkel-Stiftung, Band 1 Beck. — München 2006. — ISBN 978-3-406-54961-8 (S. 564 ff., 715 ff., Abb 184, 185, 225, 226, 227)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Библиография по саргатской культуре на сайте Института истории материальной культуры РАН. 2009 йыл 3 март архивланған.
- Саплинова М. А. Памятники саргатской культуры как источник для реконструкции социально-экономических отношений и мировоззрения населения (реферат).
- Саргаты — строители омских пирамид (интервью с Л. Погодиным).(недоступная ссылка) // Омская газета, 2006, 6 декабря.
- YouTube сайтында Саргатская культура
- Список научных работ по саргатской культуре в Электронной библиотеке по археологии и истории Урала и Западной Сибири.