Эстәлеккә күсергә

Һауыз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һауыз
Рәсем
 Һауыз Викимилектә
Руб әл-хизб рәүешле һауыз

Һауыз (фарс. حوض [hauz], ғәр. حوض‎, «һыу ятҡылығы») — гидротехник ҡоролма, Үҙәк һәм Көньяҡ Азия, ҡайһы бер Яҡын и Урта Көнсығыш илдәрендә — яһалма һыу ятҡылығы[1]. Эсәр һыуҙың резервуары йыш ҡына мәсеттәр эргәһендә, ҡала майҙандарында, баҡсаларҙа; ғәҙәттә тура дүртмөйөшлө, ярҙары буйлап ағас ултыртып нығытылған йәки таш менән йөҙләнгән була.

Хауз
Һауыз

Һауыздар башлыса квадрат йәки түңәрәк формала төҙөлгән. Һыу ятҡылығы яҡтарын йөҙләү өсөн сәтләүек һәм ылыҫлы ағастарҙан эшләнгән бурсалар файҙаланылған. Ҡайһы ваҡыт яндырылған кирбес ҡулланғандар. Әммә күпселек осраҡта ҡала кварталдарындағы күп һанлы һауыздар балсыҡтан булған. Тимериҙәр дәүерендә стандарт һауыз яҡтары 20 зира тәшкил иткән[2].

XIV-XIX быуаттарҙа күп кенә ҡалаларҙа тормош, асылда, һауыз тирәләй ҡайнай. Кешеләр улар хаҡында хәстәрлек күрә, ярҙарын даими нығыта, ағас ултырта, арыҡтарҙы хәстәрлек менән таҙарта һәм быуындан-быуынға һауыздарҙы һәм арыҡтарҙы-һыу сығанаҡтарын — һаҡларға васыят итә.

Насар төҙәлгән һауыздар һыу менән бәйле төрлө ауырыуҙарҙың таралыуына сәбәп була. Һауыздар аша Үҙәк Азияла ришта, пендин сей яраһы, тапма һәм башҡа сирҙәр тарала.

Һауыз һәм арыҡ системаларының күпселеге бөгөнгө көнгә тиклем Сәмәрҡәнд ҡалаһының тарихи үҙәгендә урынлашҡан, улар ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән.

Һауыз

Һыу үткәргестәр төҙөлөү менән һауыздар һәм арыҡтар эсәр һыу сығанағы булыуҙан туҡтай һәм яйлап юҡҡа сыға башлай. Шул рәүешле арыҡтар, һауыздар, сардобалар асыҡ канализацияға әүерелә башлай һәм ауырыу сығанаҡтарына әйләнә. Хәҙер һауыҙдар башлыса янғынға ҡаршы һыу ятҡылыҡтары булараҡ файҙаланыла, эҫе-ҡоро климатлы ҡалаларҙа кәрәкле микроклимат тәьмин итә.

  1. Мурзаев Э. М. Словарь народных географических терминов. — Москва: Мысль, 1984. — 654 с. — isbn отсутствует — С. 588.
  2. Сады Герата и Самарканда XV—XVI вв 2019 йыл 29 декабрь архивланған.