Һеңлекәш (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сестрёнка
Һеңлекәш
Жанр

драма

Оператор

Михаил Агранович

Композитор

Илья Духовный

Кинокомпания

Мотор Фильм Студия

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

урыҫ, башҡортса, украин

Йыл

2019

IMDb

10366806

«Һеңлекәш» — Рәсәйҙә режиссёр Александр Галибин төшөргән драма[1][2][3]. Киң прокатҡа сығарылған башҡорт телендәге тәүге рәсәй фильмы [4].

Фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән. Прокатҡа Рәсәйҙә 2019 йылдың 19 сентябрендә, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йәш тулыу алдынан сығарылған. Прокатҡа сығарған компания Walt Disney[5].

Фильмды «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамы менән төшөргәндәр[6][7][8].

2020 йылдың 18 апрелендә "Һеңлекәш" фильмы «Россия – Культура» телеканалында күрһәтелә [9] [10].

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Картиналағы хәл-ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бара. Һуғыш үткән украин ауылында Оксана исемле ҡыҙҙың ғаиләһендәге барыһын да фашистар үлтерә. Ҡыҙҙы башҡорт һалдаты табып ала һәм үҙ яғына оҙата. Бала бында Йәмил исемле малайҙың ғаиләһендә йәшәй башлай. Башта Оксана башҡортса һөйләшкән ят мөхиткә өйрәнеп китә алмай, Йәмил ағаһы һәм ауылдың башҡа малайҙары менән мөнәсәбәттә ҡатмарлыҡтар ҙа килеп тыуа. Һуғыш мәленең ауырлыҡтарын бергә кисерә-кисерә Оксана ла ысын мәғәнәһендә ошо ғаилә ағзаһына әүерелә.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арыҫлан Ҡырымсурин - Йәмил, Марта Тимофеева - Оксана, Йосоп Рәхмәтов - Марат, Илгизә Ғилманова - Йәмилдең әсәһе, Сулпан Әбдрәхимова - Йәмилең өләсәһе, Рәүис Заһитов - Мансур бабай Виталий Салий - Петро, Нәжибә Искәндәрова - Фархениса, Руслан Хайсаров - Йәмилдең атаһы, Гөлназ Хайсарова - Мараттың әсәһе.

Премьера алдынан күрһәтеүҙәр (2019)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Санкт-Петербургта XXVII «Виват кино России!» фестивалендә (20-24 мая)[11][12].
  • Плёста үткәрелгән Андрей Тарковский исемендәге XIII Халыҡ-ара кинофестивалдә (14-21 июнь)[13].
  • Магаданда үткәрелгән «Территория» фестивале (10-16 июнь)[14].
  • Ялталағы XXVII Халыҡ-ара «Алые паруса Артека» балалар кинофестивалендә (1-9 июль). Фильмға «Самый добрый фильм» номинацияһында приз, актриса Марта Тимофееваға — «Лучшая девочка-актриса» номинацияһында приз бирелә [15].
  • Светлогорскиҙа үткәрелгән «Балтийские дебюты» XVI кинофестивале (6-12 июль)[16][17].
  • Туапсе янында Бөтә Рәсәй Балалар үҙәге «Орлёнок»та үткәрелгән XXIII Бөтә Рәсәй Визуаль сәнғәттәр фестивалендә (5-13 июль) күрһәтелә. Фильмға тамашасылар һөйөүе призы һәм III дәрәжә диплом бирелә[18][19].
  • Выборгта үткәрелгән «Окно в Европу» XXVII Рәсәй киноһы фестивале (2-8 август)[20].
  • Волоколамскиҙа үткәрелгән XVI Халыҡ-ара «Волоколамский рубеж» хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә (22-27 август). Фильмға тамашасылар һөйөүе призы бирелә[21].
  • Смоленскиҙа үткәрелгән XII Бөтә Рәсәй «Золотой Феникс» кинофестивалендә (7-11 сентябрь)[22].
  • Ялтала үткәрелгән IV Халыҡ ара "Евразийский мост" кинофестивалендә күрһәтелә. Уйналған фильм конкурсында еңә һәм "Выбор крымчан" тигән призға лайыҡ була (20-24 сентябрь)

Бүләктәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • IV Халыҡ ара "Евразийский мост" кинофестивалендә Гран-при [23][24]
  • Бөтә Рәсәй Балалар үҙәге «Орлёнок»та үткәрелгән XXIII Бөтә Рәсәй Визуаль сәнғәттәр фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы һәм III дәрәжә диплом[25]
  • XVI Халыҡ-ара «Волоколамский рубеж» хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы[25]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Обзор изменений графика релизов России за неделю с 15 по 21 июля
  2. Василий Лановой в Крыму заставил плакать актёров
  3. Режиссёр Федор Попов: не хочется поворачиваться спиной к соотечественникам
  4. Фильм «Сестрёнка» бьёт все рекорды просмотров. Дата обращения: 25 октябрь 2019. 2021 йыл 11 август архивланған.
  5. Сестрёнка - Впереди - WDSSPR. wdsspr.ru. Дата обращения: 1 август 2019. 2019 йыл 1 август архивланған.
  6. Motor studio. motorfilmstudio.ru. Дата обращения: 1 август 2019. 2019 йыл 1 август архивланған.
  7. В Башкирии Александр Галибин снимает фильм «Сестренка» по повести Мустая Карима. www.bashinform.ru (10 август 2018). Дата обращения: 1 август 2019.
  8. Фильм по повести Мустая Карима «Радость нашего дома» выйдет в прокат к 100-летию писателя. mustai.ru. Дата обращения: 1 август 2019.
  9. На канале «Культура» стартует всероссийский показ фильма «Сестренка»: мы поговорили с создателями военной драмы(недоступная ссылка)
  10. Сестренка. Х/ф(недоступная ссылка)
  11. О войне без войны | "Вечерний Санкт-Петербург" - единственная вечерняя газета (рус.). Дата обращения: 1 август 2019. 2019 йыл 1 август архивланған.
  12. «Сестрёнка» стала фильмом открытия фестиваля «Виват кино России!» mustai.ru. Дата обращения: 1 август 2019.
  13. Плёсское городское поселение - официальный портал. gorodples.ru. Дата обращения: 1 август 2019.
  14. На бесплатные лекции фестиваля Территория. Магадан приглашают жителей города - MagadanMedia. magadanmedia.ru. Дата обращения: 1 август 2019. 2019 йыл 1 август архивланған.
  15. Фильм «Сестрёнка» получил приз кинофестиваля «Алые паруса Артека». mustai.ru. Дата обращения: 1 август 2019.
  16. На кинофестивале "Балтийские дебюты" зрители оценили российские фильмы. Российская газета. Дата обращения: 1 август 2019.
  17. В Светлогорске подвели итоги кинофестиваля «Балтийские дебюты»
  18. Фильм «Сестрёнка» завоевал награды Всероссийского фестиваля визуальных искусств. mustai.ru. Дата обращения: 1 август 2019.
  19. Два фильма из Башкирии победили на Всероссийском фестивале искусств
  20. Окно в Европу 2019. oknofest.com. Дата обращения: 12 август 2019. 2019 йыл 12 август архивланған.
  21. Фильм «Сестрёнка» получил приз зрительских симпатий на кинофестивале «Волоколамский рубеж». www.bashinform.ru (29 август 2019). Дата обращения: 29 август 2019.
  22. XII Золотой Феникс. Всероссийский кинофестиваль актёров-режиссёров. directorfest.ru. Дата обращения: 30 август 2019. 2019 йыл 30 август архивланған.
  23. Гран-при фестиваля "Евразийский мост" получил российский фильм "Сестренка". Дата обращения: 25 октябрь 2019.
  24. О чем фильм «Сестренка» и кто в нем сыграл? Дата обращения: 25 октябрь 2019.
  25. 25,0 25,1 За 13 дней фильм «Сестрёнка» посмотрели 66 тысяч человек, Walt Disney продлевает прокат. Дата обращения: 25 октябрь 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трейлер фильма