Һоло турғайы
Һоло турғайы | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Emberiza citrinella Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 149638 |
Һоло турғайы, зинзибәр (рус. Обыкновенная овсянка, лат. Emberiza citrinella)— башында һәм түшендә һары ҡаурыйҙары менән айырылып торған ҡошсоҡ. Турғай ҙурлыҡ. Ботаҡҡа, ағас осона йәки ҡыуаҡҡа ултырып һайрай. Ерҙә сүпләнә. Ата ҡоштоң ар¬ҡаһы һәм түшенең ике яғындағы таптар көрән, башы һәм кәүҙәһенең аҫ яғы- һары, көрәнһыу сыбарҙары бар. Оҙон ҡара ҡойроғоноң ике яғынан аҡ һыҙыҡ үтә. Инә ҡошта һары төҫ урынына — һарғылт һоро. һырты буҙ. Үҙенә оҡшаған ҡоштарҙан һары төҫтәге ҡауырһындары менән айырыла.
СиҡылдаҒан тауыш сығара: «сиҡ-сиҡ-сиҡ». һайрауы яңғырауыҡлы: «зин-зин-зин-зии-сии».
Урман ситтәрендә, аҡландарҙа йәшәй. Көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын күберәк йорт турғайҙары менән бергә йөрөйҙәр. Бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ.ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. Көрән таплы 4—5 бөртөк алһыу аҡ төҫтәге йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90