Һуңғы Һартай
Һуңғы Һартай | |
Последний из Сартаева рода | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
башҡорт теле |
Ижат ителгән ваҡыты |
XIV быуат |
Һуңғы һартай — хикәйәт[1], һарт ырыуы башлығы Ялыҡ бей исеменән яҙылған әҙәби ҡомартҡы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәр XIV—XV быуат сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Авторы — Ялыҡ бей[2].
Әҫәрҙең тексын 1935 йылда төбәкте өйрәнеүсе М. И. Касьянов урыҫ телендә яҙып ала. XX быуаттың 70-се йылдарында хикәйәт фольклорсы ғалим М. Сәғитов тарафынан хәҙерге башҡорт теленә тәржемәләнә. Текстың башҡорт телендәге төп нөсхәһе һаҡланмаған.
Әҫәргә шиғри, бәйет һәм дастан жанры традициялары, шулай уҡ боронғо яҙма ҡомартҡылар үҙенсәлектәре хас. Унда фольклор мотивтары, образдар, башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәт поэзияһы традициялары сағылыш таба.
Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре менән алышта әҫәрҙә һүрәтләнгән Һарт ырыуы юҡҡа сыға. Ялыҡ бейҙең һәләк булған улдарының исеме Ҡармасан менән Сәрмәсән йылғаларына бирелгән. Был йылғалар әле Башҡортостан Республикаһының Благовар районы территорияһынан аға.
Ғалимдар фекеренсә, «Һуңғы Һартай» әҫәре ҡомартҡының элекке ҡәбер ташына яҙылған өлөшө булыуы мөмкин. Текстағы фәлсәфәүи фекерҙәр, афоризмдар эпитафик яҙмаларҙы хәтерләтә («Үлем ул табаҡ, унан бөтә йәшәгәндәр эсергә мәжбүр», «Әсене һәм сөсөнө тик тәмләп ҡараған белә»).
Ғалим-текстолог С. Е. Малов, әҫәрҙең мәғәнәһен биреү маҡсатында, уның тәржемәһен прозала бирә. Был осраҡта уның поэтик төҙөлөшө юғала, текст рифмаһыҙ була. Тексты башҡорт кешеһенән яҙып алған һәм тәржемә иткән М.Касьянов та уның шиғри структураһына иғтибар итмәй. Башҡорт теленә тәржемә урыҫ тексынан башҡарыла.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәрҙә XIV быуат аҙағында Һарт ырыуынан башҡорт батырҙарының Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәренә ҡаршы тороуы тураһында хикәйәләнә.
Әҫәр башында Һарт ырыуы башҡорттарының тыныс тормошо тураһында һөйләнә. Ялыҡ бей — иркен йәшәргә күнеккән ирекле башҡорт. Тыныс тормошто Мәнгү түр башлығындағы монгол ҡәбиләләренең баҫҡынсылығы бүлә. Автор үҙенең улдары Ҡармасан менән Сәрмәсәндең ҡылыҡтары, йәш саҡтары һәм хәрби сифтаттары тураһында бәйән итә. Фольклор традициялары буйынса, геройҙарҙың эске донъяһы, уларҙың кисерештәре текста әҙ урын биләй. Әҫәрҙә геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәте, уларҙың тышҡы сифаттары һүрәтләнә. Улы Ҡармасан, атаһының ихтыяры буйынса, аҡһаҡал Ҡара абыҙҙың ҡыҙы Айбикәгә өйләнә. Башҡорттарҙың халыҡ йолаларына ярашлы, улдар «аҡһаҡал» атайҙарға буйһонорға тейеш. Бының менән ул үҙенең хөрмәтен һәм ихтирамын белдерә.
Автор артабан Ялыҡ бей һәм уның туғандарының Аҡһаҡ Тимер менән көрәшен хикәйәләй. Ялыҡ бей әҫәрҙә Һарт ырыуының ҙур ихтирамға лайыҡлы ҡыйыу һәм тапҡыр башлығы итеп күрһәтелә.
Алыш Һарт ырыуының еңелеүе менән тамамлана. Ялыҡ бей улдарын, дуҫтарын юғалта, үҙе ырыу вәкиленең береһе булып ҡала. Һартай ырыуын дауам иттереүсе вариҫтары ла ҡалмай, тимәк, киләсәге лә булмай. Шуға ҡарамаҫтан Ялыҡ бей — яугир, һәм яугир намыҫына тоғро ҡала.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Һуңғы Һартай» әҫәренең теле образлылыҡ, йыш ҡына шиғри сағыштырыуҙар менән айырыла (өлкән улының туйынан һуң кистең тасуирланыуы), саманан тыш арттырыуҙар, драматик эпизодтарҙың һүрәтләнеше урын таба.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Военная история Башкир. Энциклопедия. Уфа. Башкирская энциклопедия. 2013. ISBN 978-5-88185-076-0
- Башкирское народной творчество. Уфа. 1987. т. 2
- Стеблёва И. В. Поэзия тюрков VI—VIII веков. М.: Наука, 1965, с.105.
- Хусаинов Г. Б. Башкирская литература. XI—XVIII вв. Уфа: Гилем, 1996, с.46.
- Рассказ о Чермасане и Кармасане: легенда «Последний из Сартаева рода» // Золотоордынская цивилизация, № 3. Казань. 2010.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуңғы Һартай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2024)
- Фольклорные традиции в хикаяте «Последний из Сартаева рода». Ж-л Ватандаш (Соотечественник)
- Восточная литература
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Энциклопедия Башкирии
- ↑ Башкирская энциклопедия 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.