Һыу тауығы
Уҡыу көйләүҙәре
Һыу тауығы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Водяной пастушок Rallus aquaticus | ||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Rallus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Һыу тауығы, тәтелдәгәс (рус. Пастушок, лат. Rallus)— сыйырсыҡтан байтаҡ ҙур. Бик һаҡ эңер һәм төн ҡошо.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аяҡтары һәм суҡышы оҙон ғына. Атлағанда аҙым һайын текә торған ҡойроғон бәүелтә. Яҡшы йөҙә. Һырт яғы эре ҡара таплы ҡара-көрән. Тамағы һәм түше күкһел һоро. Ҡорһағы, ҡойроҡ аҫты көрән һыҙыҡлы аҡһыл һоро. Суҡышы ҡыҙыл, аяҡтары йәшкелт һары. Ҡуҡыйҙан тотош ҡыҙыл суҡышы һәм бер аҙ ҙурыраҡ булыуы менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы һүнә барған сыйылдаҡ: «выйт-выйт-выйт» һәм киҫкен: «тиңк».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. 7:—9 бөртөк һарғылт йәки һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.