Эстәлеккә күсергә

Һыу турғайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыу турғайы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cinclus cinclus (Linnaeus, 1758)

Төрҙәштәре
См. текст
Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 147141

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  559287
NCBI  127875
EOL  790179

Һыу турғайы, (урыҫ.обыкновенная оляпка, йәки белобрюхая оляпка) (лат. Cinclus cinclus) — турғайҙар отрядынан булған ҡош.

Ҙурлығы сыйырсыҡтай.Ҡыҫҡа ҡойроҡло, тығыҙ ҡауырһынлы ҡош. Һырты һоро, ҡанаттары ҡара.Ҡорһағы һоро, түше аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. Тауышы киҫкенгенә: «зирк-зирк» Яңғырауыҡлы сырҡылдап һайрай.

Шаршылары күп булған таҙа һалҡын һыулы йылғалар тирәһендә йәшәй. Ултыраҡ ҡош. Урыны менән киң генә таралған. Ояһын мүктән эшләй, һыу өҫтөндәге ботаҡтарға, тамырҙарға, өңөлгән яр йәки гөрләүектәр аҫтына ҡора.

Ваҡ балыҡ, йотҡостар. селбәрәләр, һыу бөжәктәре менән туҡлана.

Инә ҡош 4-6 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Ҡоштар аталы- иәле 15-17 көн баҫалар. 14-27 көндә ҡошсоҡтар ояларын ташлай.

Диалекттарҙа әйтелеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

аҡтүш турғай, сумғалаҡ, сумғалаҡ турғай.

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө, 1986. — 104-се бит.
  • В. К. Рябицев, А. В. Рябицев. Птицы Ямало-Ненецкого автономного округа: справочник-определитель. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 2010. — 448 с. — ISBN 978-5-7996-0507-0.