Эстәлеккә күсергә

Һыу өйөрмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыу өйөрмәһе
Рәсем
 Һыу өйөрмәһе Викимилектә

Һыу өйөрмәһе (упҡын, өйөрөлтмәк)[1] (рус. Водоворот) — һыуҙың өҫкө ҡатламында ике ағым ҡушылыу һөҙөмтәһендә, ярҙың сығып торған ерҙәрен урап аҡҡанда, йылға йырҙаһының ҡапыл киңәйеп киткән осраҡтарында, һыу өҫтөнә ҡалҡып торған ҙур таштар төбөндә барлыҡҡа килгән ағымдың бер урында өйөрөлөүе (халыҡ телендә — таш төбө).

Стаканда һыу өйөрөлөүе

Ҙур йылғаларҙа һыу өйөрмәләре упҡын рус. суводь тип атала.

Диңгеҙҙәрҙә һыу ҡайтыуы һәм һыу ҡалҡыуы ваҡытында ағымдарҙың бәрелешеүе һөҙөмтәһендә өйөрөлмәктәр барлыҡҡа килә.

Өйөрөлмәктәрҙә һыу бик ҙур тиҙлектә хәрәкәт итергә мөмкин. Горизонталь дәүмәлдәре бер нисә сантиметрҙан бер нисә километр тәрәнлеккә (асыҡ океанда) етеүе ихтимал.

Өйөрөлтмәктәр бүленеше
  • Даими.
  • Миҙгелле.
  • Ваҡыт-ваҡыт.
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — Өйөрөмә//2-се том, 66-сы бит

Водоворот // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)