Һөйәрсәк тауы
Һөйәрсәк тауы | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы |
Һөйәрсәк (рус. Хоярсак) — Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы тау, Юлдаш ауылы янынан аҡҡан Юрғаш йылғаһының уң яҡ ярында, Кинйәкәй һәм Юлдаш ауылдары араһында урынлашҡан [2]. Башҡортостан Республикаһы Ишембай районында урынлашҡан.
Тауҙың бейеклеге 360 м. Тауҙа ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар юҡ. Тау бик текә.Тау ҡомташ улырмалары, алевролит, рифей һәүерташтарынан тора[2].
Унан алыҫ түгел Ҡолан тауы (325,9 м.), Ҡыҙыл таш (424 м.), Талы (382 м.), Ергәнтау (376 м.), Баш-Алатау һырты (367 м.), Чубарецкая тауы (354 м.), Һарытау (278 м.) урынлашҡан.
Тау итәге элек бер- береһен яратып йөрөгән йәштәр йәшерен осраша торған урын булған имеш,шунлыҡтан халыҡ тауҙы Һөйәрсәк тип атап йөрөткән.
Тауҙы был тирәләге ауыл башҡорттары Ҡыҙҙар тауы тип тә атай.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙан Ергәнтау һәм Салауат ҡалаһы күренеп тора. Тауҙан йыраҡ түгел туристик базалар һәм йәйге ял лагерҙары урынлашҡан.
Үҫемлектәр донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөйәрсәк тауында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡылған, ер еләге, һары һәм күк умырзая үҫә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдаш, деревня // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 619. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Юлдаш, деревня // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 619. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.