Эстәлеккә күсергә

Әзербайжан тимер юлдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан тимер юлдарыы
Azərbaycan Dəmir Yolları
Баҡыла пассажир терминалы
Баҡыла пассажир терминалы
Тип

ябыҡ акционер йәмғиәт

Нигеҙләнгән

1991

Уранлашыуы

Әзербайжан Әзербайжан, Баҡы,
Диләрә Алиева урамы, 230

Төп фигуралар

Ровшан Рустамов, президент[1]

Тармаҡ

Тимер юл транспорты

Булендек компаниялар

«Нахичеван тимер юлы»
«ADY Container»

Сайт

http://ady.az/

 Әзербайжан тимер юлдары Викимилектә

Әзербайжан тимер юлдары (азерб. Azәrbaycan Dәmir Yolları) — Әзербайжан тимер юлдары селтәренең милли операторы.

1991 йылға тиклем Әзербайжан тимер юлы ойоштороу йәһәтенән өс бүлексәнән (Баҡы, Гәнжә һәм Нахичеван) тора. Әзербайжан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һәм уның тимер юлдарын СССР тимер юлдары министрлығынан айырғандан һуң, үҙгәртеүҙәр үткәрелә.

Өс бүлексәнең икәүһе (Баҡы һәм Гәнжә) бөтөрөлә һәм хәрәкәт хеҙмәте идаралығына тапшырыла. Бынан тыш, элек булған локомотив, вагон хужалығы, пассажирҙар ташыу хеҙмәттәре урынына производство берекмәләре булдырыла, уларға элек хеҙмәттәргә ҡараған инфраструктура күсә. Бөтә локомотив деполары ла «Локомотив» производство берекмәһе составына күсерелә.

2009 йылдың йәйендәге үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә Әзербайжан Дәүләт тимер юлы функциональ рәүештә Әзербайжан тимер юлына алмаштырыла.

Техник характеристикалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тимер юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо — 2125 км.
Шуларҙан: ике юллы — 800 км.
оҙонлоғо — 2995 км.
  • Электрлаштырылған (даими ток 3КВ) — 1278 км.
  • Электрлаштырылған (алмаш ток 25КВ) — 499 км (Баҡы — Тбилиси — Карс тимер юлы проекты сиктәрендә).
  • автомат блоклау менән йыһазландырылған — 1600 км.

Әзербайжан тимер юлы ойоштороу йәһәтенән етәкселектән (тимер юл начальнигы, урынбаҫарҙар, баш инженер), берекмәләрҙән, производство берекмәләренән — ПБ-нан, хеҙмәттәрҙән һәм предприятиеларҙан тора.

Берләшмәләр:

  • Ташыу процестары менән идара итеү
  • Матди-техник тәьминәт
  • Эшсе тәьминәте

Производство берекмәләре:

  • «Локомотив» ПБ
  • «Вагонсервис» ПБ
  • «Юл хужалығы» ПБ
  • «Электр менән тәьмин итеү» ПБ
  • «Сигнализация һәм элемтә» ПБ

Хеҙмәттәре:

  • Финанс
  • Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
  • Статистика һәм Иҡтисади планлаштырыу
  • Тарифтар һәм Транспорт сервисы
  • Техник
  • Иҡтисад һәм Хеҙмәт
  • Хәүефһеҙлек
  • Санитар-медицина

Предприятиелар:

  • Тимер-бетон конструкциялар заводы
  • Вагондар ремонтлау заводы
  • Ҡырсынташ заводы
  • Рельс иретеп йәбештереү поезы
  • Һыу менән тәьмин итеү дистанцияһы
  • Граждандар ҡоролмаларын файҙаланыу
  • Техник тәьмин итеү

Әзербайжан тимер юлы составына юл предприятиеһы хоҡуғында Баҡы балалар тимер юлы инә (2009 йылда бөтөрөлә).

Эксплуатацияла булғандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Серия Һүрәте Төрө Максималь

тиҙлек, км/с
Иҫәбе Иҫкәрмәләр
Ҡулланыла Төҙөлә
ВЛ8 электровоз 100 5 5 йөк ташыу, ике секциялы, даими токлы
ВЛ10<sup id="mwYA">У</sup> электровоз 100 2 2 йөк ташыу, ике секциялы, даими токлы
ВЛ11М электровоз 100 34 49 йөк ташыу, ике секциялы, даими токлы
ВЛ11М4 электровоз 100 3 3 йөк ташыу, ике секциялы, даими токлы
ВЛ11М6 электровоз 100 4 4 йөк ташыу, ике секциялы, даими токлы
Е4s электровоз 100 6 7 ВЛ11 секцияһынан модернизация
AZ4A электровоз 160 10 10 пассажир ташыу, ике системалы
AZ8A электровоз 120 40 40 йөк ташыу, ике секциялы, үҙгәреүсән токлы
2ТЭ10М/3ТЭ10М тепловоз 100 21 27 Йөк ташыу, ике йәки өс секциялы
ТЭ33А тепловоз 120 10 10 Йөк-пассажирҙар ташыу
ТЭМ2 тепловоз 100 49 63 манёвр яһау
ТЭМ2У тепловоз 100 16 20 манёвр яһау
ТЭМ2УМ тепловоз 100 5 6 манёвр яһау
ТЭМ2Т тепловоз 100 1 1 манёвр яһау
ЧМЭ3 тепловоз 95 13 25 манёвр яһау
ЧМЭ3<sup id="mwARU">Т</sup> тепловоз 95 8 11 манёвр яһау
ТГМ23В48 тепловоз 60 3 10 манёвр яһау
ЭР2 электропоезд 130 4 34 дүрт вагонлы, даими токлы
ЭШ2 электропоезд 160 9 9 дүрт вагонлы, даими токлы
ДР1П дизель-поезд 120 1 1 һигеҙ вагонлы, етәкселек өсөн
Пионер дизель-поезд 120 1 1 ике вагонлы, диагностик комплекс хеҙмәте
ДШ2 дизель-поезд 160 1 1 һигеҙ вагонлы, етәкселек өсөн

Тиҙ хәрәкәт үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Проект Әзербайжан — Грузия — Төркиә дөйөм тиҙлек коридорын булдырыу перспективаһы менән Баҡынан Беюк-Кясикка тиклем (Грузия менән сиктәш) юғары тиҙлекле хәрәкәт булдырыуҙы күҙ уңында тота. Халыҡ-ара тендер нигеҙендә проекттың техник-иҡтисади нигеҙләүен Көньяҡ Корея компаниялары үткәрә, һәм улар проектлау тендерында еңә. Проектты үтәүҙең өс төрө тәҡдим ителә: Баҡынан Беюк-Кясикка тиклем айырым тиҙлек линияһын төҙөү, әлеге Баҡы — Беюк-Кясик участкаһында өҫтәмә юлдар һалыу һәм тиҙлек хәрәкәте өсөн Баҡы — Беюк-Кясик линияһын яңыртыу. Айырым линия төҙөү проекты артыҡ ҡиммәт һәм килемһеҙ тип кире ҡағыла. Һөйләшеүҙәр һәм консультациялар барышында тиҙ йөрөшлө тимер юлдарҙы яңыртыуҙы күҙ уңында тотҡан өсөнсө вариант һайланыуы мөмкин. Был проект буйынса пассажир поездарының башланғыс тиҙлеге 120 км/сәғ, артабан 160 км/сәғ, аҙаҡ сәғәтенә 200 км-ҙан ашыу тәшкил итәсәк. Проект буйынса, Кавказдан Европаға берҙәм халыҡ-ара тиҙлек коридорын булдырыу өсөн, Грузия һәм Төркиә тимер юлдарын тоташтырып, юғары тиҙлекле хәрәкәтте артабан үҫтереү күҙ уңында тотола. Алыҫ киләсәктә, пассажирҙар ағымы артҡан һайын, өҫтәмә юлдар төҙөп, хәрәкәт тиҙлеген 300 км/сәғ тиклем арттырыу күҙаллана.

  • Зейналов, З. А. Стальной магистрали Азербайджана 100 лет (1880-1980 гг.) / под ред. З. А. Зейналова, Н. Б. Керимбекова. — Баку: Азернешр, 1980. — 163 с.
  • Сведения о железных дорогах общего пользования с 1918 по 1990 гг. / Сост. Г. М. Афонина. — М.: Транспорт, 1995. — 224 с.
  • Г. Шугаев Гостеприимное лицо Баку (рус.) // Архитектура и дизайн : журнал. — М., 2004.