Әй фонтаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әй фонтаны
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Әй
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Салауат районы һәм Ҡыйғы районы
Температура 7 °C
Карта

Әй фонтаны (рус. Айский, Еланлинский, Лаклинский) — Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан 2 км алыҫлыҡта Әй йылғаһының уң ярында атылып сыҡҡан. Ул Салауат районындағы Лаҡлы ауылынан да 4,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан булыуы сәбәпле ошо ауылдар исеме менән дә атайҙар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фонтан Ҡыйғы районы Ләүйылға (рус. Леуза) ауылында йәшәгән Владимир Иванович Поляковтың отҡорлоғо арҡаһында барлыҡҡа килгән. Ул ауыл мәктәбе директоры булып эшләгән, географиянан уҡытҡан.

1981 йылда Һатҡы руда идаралығы был төбәктә боксит ятҡылыҡтары эҙләй. Ерҙе 81 метр тәрәнлеккә тиклем быраулап төшкәс, артезиан һыуы йырҙаһына эләгәләр. Фонтан атылып сыға, әммә ул 50 см самаһы бейеклеккә генә атыла.

2001 йылда Ҡыйғы районы инвалидтарының турист слёты ваҡытында баһаламасылар ағзаһы булараҡ ҡатнашҡан Владимир Иванович торбаға бөкө тығырға тәҡдим итә һәм ер аҫты һыуҙары баҫымы һөҙөмтәһендә фотан бейеклеге 8-10 метрға етә. Хәҙер иһә һыу бағанаһы 5,5 метр тирәһенә күтәрелә.

2011 йылда Владимира Поляков ҡуйған бөкөнө алмаштыралар.

Фонтан бигерәк тә ҡыш көнө ҡаты һыуыҡтарҙа иҫ киткес матур һыҙатланышлы боҙ селтәрҙәре, төрлө һындар барлыҡҡа килтереүе менән иғтибарҙы тарта.

Һыу температураһы Цельсий буйынса +7 градус. Һыуы ифрат таҙа, лабораторияла үткәрелгән тикшереү унда бер ниндәй ҙә зарарлы матдәләр булмауын асыҡлаған[1].

Фонтан яҡлау талап итә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡ йылдан-йыл туристарҙың иғтибарын күберәк йәлеп итә һәм тирә-яғында сүп-сар ҙа арта бара. Вандалдар ундағы бөкөнө тартып сығарып йәки таштар һалып һыу килеүен туҡтатҡан осраҡтар ҙа булған. Урындағы битараф булмаған ирекмәндәр унда таҙартыу эштәре алып бара, әммә был урын юғарыраҡ кимәлдә ҡурсыуға мохтаж[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]