Әлмөхәдтәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлмөхәдтәр
Флаг
Flag of Almohad Dynasty.svg
Нигеҙләү датаһы 1121
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Альмохадский халиф[d]
Рәсми тел Амазиг телдәре[1]
Донъя ҡитғаһы Африка һәм Европа
Административ үҙәк Тинмель[d] һәм Марракеш
Идара итеү формаһы Монархия һәм хәлифәлек
Валюта динар[d] һәм динар Арабского халифата[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Мариниды[d], Гранадский эмират[d], Абдальвадиды[d], Хафсиды[d], Тайфа Ориуэла[d], Ньебла[d], Тайфа Архоны[d], Королевство Кастилия[d], Арагон короллеге, Леон[d], Королевство Севилья[d] һәм Тайфа Баэса[d]
Алмаштырылған Королевство Португалия[d] һәм Мариниды[d]
Алыштырған Әл-Мурабиттар, Фатимиҙар хәлифәлеге һәм Хаммадиды[d]
Ҡулланылған тел мосарабский язык[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1269
Урынлашыу картаһы

Әлмөхәдтәр (ғәр. الموحدون‎ al-Muwahhidūn, әл-Мүәһһидүн, һүҙмә-һүҙ «бер аллаға табыныусылар»; исп. almohades) — Төньяҡ Африкала һәм Ислам Испанияһында (1121—1269) династия һәм дәүләт. Әл-Мурабиттар дәүләте менән көрәш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Дәүләт территорияһы Әбд әл-Мөмин (1161) осоронда иң ныҡ киңәйә. Реконкиста (нигеҙҙә, испандар һәм португалдар мавр әмирлектәре биләгән ерҙәрҙе оҙаҡҡа һуҙылған кире тартып алыу процесы) һөҙөмтәһендә тарҡала.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлмөхәдтәр — дини хәрәкәт, ә һуңыраҡ 1121—1269 йылдарҙа Мәғриб берберҙарының династияһы һәм дәүләте. Хәрәкәттең нигеҙ һалыусыһы Мөхәммәт ибн Түмәрт иһә әл-Мурабиттарҙыңдини инаныстарына ҡаршы сыға, әммә шул уҡ ваҡытта Аллаһы тәғәләнең берлеге йәһәтенән ҡәтғи талаптар ҡуя — фекерҙә булыуын талап итә; уның эйәрсәндәренә әл-мүәһһидүн («бер Аллаһлылар» (исп. Al­mo­hades) ҡушаматы шунан килеп сыға ла.

Ул әл-Мурабиттарға һуғыш иғлан итә (1121), ә уның вариҫы Әбд әл-Мөмин, хәлифә титулы (1130) ҡабул итеп, 1146 йылда Мар­ракешты яулай һәм әл-Мурабиттарҙың хакимлығын тартып ала.

Яулап алыу яуҙары һөҙөмтәһендә (1151-53 һәм 1159-60) әлмөхәдтәр бөтә Мәғриб менән Ан­да­лусты буйһондора һәм яр буйы ҡалаларынанан нор­ман­ндарҙы ҡыуып сығара.

Шул уҡ ваҡытта, Мәғрибтең көнбайыш өлөшөн ғәрәпләштереү тиҙләшә. Артабан һалымдар менән талау һәм феодаллаштырылған элита тарафынан дини эҙәрлекләүҙәр баш күтәреүҙәргә килтерә һәм улар ҡот осҡос баҫтырыла.

1195 йылда Әлмөхәдтәр Аларкоста Кас­тилия баш күтәреүселәрен еңә, ләкин 1212 йылда улар үҙҙәре Лас-На­вас-де-То­ло­сала Кастилия, Арагон һәм На­вар­раның берләшкән ғәскәренән еңеләләр.

1248 йылға Гранада әмирлегенән башҡа бөтә биләмәләрен тиерлек юғалталар. Шул уҡ осорҙа улар Мәғрибтә лә юғалтыуҙар кисерә: уларҙың дәүләтселегенән Тунис (1229) һәм Тлемсена (хәҙерге Алжир тер­ри­то­рияһы, 1235) хакимдары династиялары айырылып сыҡҡан.

Һөҙөмтәлә әлмөхәдтәр бәнү-мерин бербер ҡәбиләһенә хәрби-сәйәси позицияларын бирергә мәжбүр була, улар 1269 йылда Мар­ра­кешты яулап алып, Әлмөхәдтәрҙең хакимлығын юҡҡа сығара.

Әлмөхәдтәр династияһы хәлифәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]