Эстәлеккә күсергә

Кәримова Әлфиә Закуан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әлфиә Закуан ҡыҙы Кәримова битенән йүнәлтелде)
Кәримова Әлфиә Закуан ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 июнь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (47 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты[1]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кәримова Әлфиә Закуан ҡыҙы (24 июнь 1977 йыл) — опера йырсыһы. 2013 йылдан Ҡаҙағстандың «Астана Опера» театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012)[2], Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[3].

Әлфиә Закуан ҡыҙы Кәримова 1977 йылдың 24 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған.

2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһын ике: «Яңғыҙ башҡарыу» (педагог Н. Г. Йосопова класы) һәм «Хор дирижированиеһы» йүнәлештәре буйынса тамамлай.

2005 — Өфө дәүләт сәнғәт академияһының «Вокал сәнғәте» бүлеге.

2008 — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы аспирантураһы (РФ һәм РБ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор М. Л. Мортазина класы).

2002 — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып хеҙмәт юлын башлай.

20082012 — Новосибирск дәүләт академия опера һәм балет театры солисы.

2006 — Абай исемендәге Дәүләт академия опера һәм балет театрына саҡырылып килтерелгән солист.

2013 йылдан — «Астана Опера» Дәүләт академия опера һәм балет театрының әйҙәүсе солисы.

Әлфиә Закуан ҡыҙының репертуарында сит ил, рус, башҡорт, ҡаҙаҡ, татар композиторҙарының концерт һәм камера әҫәрҙәре, вокал циклдар, халыҡ йырҙары.

Әлфиә Кәримова шулай уҡ күп һанлы республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты.

10 йыл элек Ҡаҙағстандың донъялағы иң яҡшы театрҙарының береһе Астане опера театрында хеҙмәт итә.

2004 йылда Ҡаҙағстандан саҡырыу буйынса Павлодар ҡалаһында тәүге тапҡыр яңғыҙ башҡарыусы сифатында «Шахимардан дуҫтарын саҡыра» тип аталған Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша.

2006 — Алма-Ата ҡалаһының Абай исемендәге Дәүләт академия опера һәм балет театрында Вердиҙың «Травиата» операһында баш партияны башҡара.

2007 — Бибигөл Тулегенова исемендәге Халыҡ-ара вокалистар конкурсының Гран-при премияһына лайыҡ була һәм Алма-Атала тороп ҡала.

2013 йылда яңы, иҫ киткес күркәм «Астана Опера» театры асыла. Кастинг үтеп, операның әйҙәүсе солисы сифатында яңы театрға эшкә саҡырыла.

Астанала — ҡаты климат, оҙон ҡыш, бик көслө елдәр, ләкин мин был ҡаланы яратам, өйрәнгәнмен, бында — минең өйөм. Әйтер кәрәк, Астанала 12 меңгә яҡын башҡорт йәшәй, тине бер интервьюһында Әлфиә Закуан ҡыҙы

.

«Астана Опера»ла — Әлфиә Кәримова дүртенсе миҙгел сығыш яһай. Ә профессиональ музыкала егерме йылдан артыҡ эшләй.

Сит илдәргә гастролдәр, постановкалар, сольный концерттарҙан, йырлау эшмәкәрлегенән тыш, Ә. Кәримова халыҡ-ара конкурстарҙа жюри ағзаһы (Лондонда «Альбион йондоҙҙары») булып әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ конкурсты асыу тантанаһында яңғыҙ йыр башҡара.

Йырсы бер үк ваҡытта Ҡаҙаҡ милли сәнғәт университетында уҡытыусы булып эшләй.

2013 йылдан бирле фитнес (йога, көнсығыш бейеүҙәре) менән әүҙем шөғөлләнә. Бокс һәм штанга ярата. Мунса инергә, массаж ярата, косметологҡа йөрөй. Сәйәхәт итергә, кешеләр менән аралашырға, эшен ярата.

Яҡшы актёр һәм режиссёр эше менән айырылып торған фильмдарҙы — «Иван Васильевич меняет профессию», «Гусарская баллада», «Служебный роман» ярата. Көнбайыш фильмдарынан — «Адвокат дьявола», «Блондинка в законе», «С меня хватит» һ. б.

Яратҡан китабы — Шарлотта Бронтеның «Джен Эйр» әҫәре.

Яратҡан опералары — Бизеның «Ынйы эҙләүеләр»е, Вердиҙың «Травиата»һы, Доницеттиҙы «Лючия ди Ламмермур»

  • Джильда (Дж. Вердиҙың «Риголетто»һы)
  • Виолетта (Дж. Вердиҙың «Травиата»һы)
  • Оскар (Дж. Вердиҙың «Бал-маскарад»ы)
  • Олимпия, Антония (Ж. Оффенбахтың «Гофман әкиәттәре»)
  • Лючия (Г. Доницеттиҙың «Лючия ди Ламмермур»ы)
  • Адина (Г. Доницеттиҙың «Мөхәббәт эсемлеге»)
  • Амина (В. Беллиниҙың «Сомнамбула»һы)
  • Маргарита (Ш. Гуноның «Фауст»ы)
  • Лейла (Ж. Бизеның «Ынйы эҙләүселәр»е)
  • Лакме (Л. Делибаның «Лакме»һы)
  • Розина (Дж. Россиниҙың «Севилья һаҡал ҡырыусы»һы)
  • Мюзетта (Дж. Пуччиниҙың «Богема»һы)
  • Ҡарһылыу (Н. Римский-Корсаковтың «Ҡарһылыу»ы)
  • Шемахан Батшабикәһе (Н. Римский-Корсаковтың "Алтын әтәскәй"е)
  • Марфа (Н. Римский-Корсаковтың «Батша кәләше»)
  • Людмила (М. И. Глинканың «Руслан һәм Людмила»һы)
  • Әминә (3. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев»ы)
  • Ажар (А. Жубанов һәм Л. Хәмидиҙең «Абай»ы)
  • Зәйтүнә (Р. Әхиәрованың «Шағир мөхәббәте»)

Шулай уҡ:

  • 2007 й. — Палермола (Италия) А. Тосканини исемендәге академияның оркестры һәм хоры оҙатыуында В. А. Моцарттың "Реквием"ын башҡарҙы
  • 2010 й. — Лондондың Гилд-холл концерт залында Король симфоник оркестры (Royal symphony orchestra) оҙатыуында концерт программаһында йырланы.

2014 йылда Италияла бер ай йәшәй. Файҙалы тәьҫораттарға бай була ул мәл. Коучтар менән: Ла Скала профессоры Ричард Баркер, Мирка Рошани менән шөғөлләнә.

Астана-операның «Азия тауышы» проектында ҡатнаша, донъя турнеһы күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра.

Октябрь айында, ете солист, оркестр һәм хор Нью-Йорктың Карнеги-холлында гала-концертта йырлай.

Бында Монтсеррат Кабалье, Ростропович һәм Вишневская, Ицхак Перлман һ. б. музыканттарҙың рухы йәшәй. Шулай уҡ Әлфиә Кәримова Торонтола Перформанс-үҙәк Сониҙа йырлай. АҠШ менән Канада сигендә Ниагара шарлауығын барып күрә.

Европала Бельгияның Антверпенында һәм Роттердамдағы Де Доэлендың өс меңлек залында сығыш яһай. Голландияла, Татар академия опера һәм балет театры менән бергә, Бизеның «Ынйы эҙләүселәр» спектаклендә уйнай. Шул уҡ 2014 йылда яңғыҙ башҡарыу концерттары: мартта Астанала, ноябрҙә — Красноярскиҙа була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге никахынан улы Нурсолтанды тәрбиәләй. Ире — Алма-Ата театрының опера солисы Болат Жомартов.