Әл-Фүжәйрә (әмирлек)
Әл-Фүжәйрә | |
ғәр. إمارة الفجيرة | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1953 |
---|---|
Рәсми атамаһы | الفجيرة |
Дәүләт | Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре |
Административ үҙәк | Эль-Фуджайра[d] |
Административ-территориаль берәмек | Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:United Arab Emirates/Fujayrah.map |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Ruler of Fujairah[d] |
Хөкүмәт башлығы | Хамад бин Мухаммад аш-Шарки[d] |
Халыҡ һаны | 256 256 кеше (2019) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 134 метр |
Сиктәш | Dibba Al-Hisn[d], Эль-Батина[d], Шарджа[d] һәм Рас-эль-Хайма[d] |
Майҙан | 1165 км² |
Рәсми сайт | fujairah.ae |
Әл-Фүжәйрә Викимилектә |
Әл-Фүжәйрә (Фүжәйрә) (рус. Фудже́йра; ғәр. الفجيرة, таң) — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ингән әмирлек.
- Баш ҡалаһы — Әл-Фүжәйрә.
- Майҙаны — 1166 км², халҡы — 137 940 кеше (2008 йыл).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фүжәйрә әмирлеге, башҡаларынан айырмалы рәүештә, һинд океанының Оман ҡултығы ярында урынлашҡан. Уның биләмәләре Оман ҡултығы буйлап 90 километрҙан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған. Фүжәйрә территорияһының күп өлөшөн яр буйҙарына терәлеп торған тиерлек тауҙар биләй.
Әмирлек тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Фүжәйрә — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ингән иң йәш әмирлек. Башта әмирлек Шәржә (Шәрҡиә) составына инә. 1901 йылда урындағы шәйех Әл-Фүжәйрәнең Шәржәнән бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән була, әммә Англия уны 1953 йылда ғына таный. 1892—1971 йылдарҙа Әл-Фүжәйрә биләмәһе [[Килешеүле Оман] ]составына инә. 1971 йылдың 2 декабренән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре составында.
Әл-Фүжәйрәнең әш-Шәрҡи затынан шәйехтәре (1971 йылдан — әмирҙәр)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1876—1936 йылдар — Хамад I бин Абдаллаһ
- 1936—1974 йылдар — Мөхәммәд бин Хамад
- 1974 йылдан — Хамад бин Мөхәммәд әш-Шәрҡи (Хамад бин Мөхәммәд II]]
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә байлыҡ һәм сәскә атыуҙың төп сығанағы — нефть юҡ, уның ҡарауы бик уңайлы урынлашҡан һәм йылдам үҫешкән диңгеҙ порты бар. Балыҡсылыҡ һәм ауыл хужалығы, хәҙер инде туризм Әл-Фүжәйрәләге иҡтисади эшмәкәрлектең төп төрҙәре булып тора.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмирлек яр буйындағы ҡомлоҡтары, тау морондары, матур тарлауыҡтары, күп төрлө минераль сығанаҡтары һәм йәшеллектәре менән дан тота, шул арҡала туристар араһында популяр. Әмирлектә иҫтәлекле урындар күп. Шәржә — Әл-Фүжәйрә автотрассаһы буйында урынлашҡан йома баҙарында туристарға төрлө илдәрҙә етештерелгән келәмдәр, сувенир һәм көршәкселәр етештергән милли һауыт-һаба, башҡа әйберҙәр тәҡдим ителә. Бында XVII быуатта төҙөлгән бик боронғо мәсет бинаһы ла бар[1]. Әмирлектең төньяғында Диббә Әл-Фүжәйрә тип аталған балыҡсылар ҡаласығы бар, бында көпшә ҡабып, битлек, акваланг менән йөҙөү өсөн иң яҡшы урын булып тора. Әл-Фүжәйрәнең элекке әмире һарайы — Әл-Хәйли ҡәлғәһе баш ҡаланан 8 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Илдең иң көнсығыш форты — Әл-Битнә (1735 йыл). Емерелгән фортлы, бәләкәй генә күлле һәм пальмалы Вади-Дәфт тигән урын бар.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Әл-Бәдиғә мәсете
-
Фүжәйрә тәбиғәте күренеше
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Объединенные Арабские Эмираты: новая перспектива. Абед, Ибрагим., Хельер, Питер. Лондон: Трайдент Пресс. 2001. с. 92. ISBN 1900724472, OCLC 47140175