Әминев Зыя Әсҡәт улы
Әминев Зыя Әсҡәт улы | |
Тыуған көнө | 9 ноябрь 1914 |
---|---|
Вафат булған көнө | 12 март 1969 (54 йәш) |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Әминев Зыя Әсҡәт улы (9 ноябрь 1914 йыл — 12 март 1969 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1939—1947 йылдарҙа Бөрө уҡытыусылар институтында уҡытыусы, СССР тарихы кафедраһы мөдире, институт директоры урынбаҫары. 1950—1965 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм Башҡорт дәүләт университетының СССР тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1968).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зыя Әсҡәт улы Әминев 1914 йылдың 9 ноябрендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе (хәҙерге БАССР, Салауат районы) Лаҡлы ауылында тыуған.
Карл Либкнехт исемендәге Мәскәү индустриаль-педагогия институтын тамамлаған (1939), КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмғиәт фәндәре Академияһында уҡыған (1950)[1].
Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939—1947 йылдарҙа Бөрө ҡалаһындағы Уҡытыусылар институтының өлкән уҡытыусыһы, СССР тарихы кафедраһы мөдире, Уҡытыусылар институты директоры урынбаҫары.
1950—1969 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының уҡытыу һәм фән бүлеге буйынса директор урынбаҫары, 1965 йылға саҡлы СССР тарихы кафедраһы мөдире
Башҡортостанда Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы тарихы буйынса монография авторы. 1968 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Фәнни тикшеренеүҙәре XX быуаттың I сирегендә Башҡортостандағы сәйәси һәм ижтимағи-иҡтисади тарихына, 1917 йылғы революцияға һәм Көньяҡ Уралдағы Граждандар һуғышына бағышланған. 30-ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 245—246.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Из истории борьбы за создание Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики //Из истории Башкирской АССР. Уфа, 1959; Октябрьская социалистическая революция и гражданская война в Башкирии: (1917—1919). Уфа, 1966.
- Башҡортостанда Октябрь. Өфө, 1958; Октябрьская социалистическая революция и гражданская война в Башкирии (1917—1919 гг.). Уфа, 1966.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әминев Зыя Әсҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2019)
- Аминев, Зия Аскатович - Октябрьская Социалистическая революция и гражданская война в Башкирии
- Аминев,Зия Аскатович. Октябрьская Социалистическая революция и гражданская война в Башкирии