Әминов Лерон Хәлит улы
Әминов Лерон Хәлит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 3 октябрь 1933 (90 йәш) |
Тыуған урыны | РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лерон Хәлит улы Әминов — 1970—1972 йылдарҙа Салауат ҡалаһының хеҙмәтсәндәр депутаттары советының башҡарма комитеты рәйесе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лерон Хәлит улы Әминов[1] 1933 йылдың 3 октябрендә БАССР-ҙың Шаран районы Яңы Таулар ауылында уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. Атаһы, Хәлит Абдулхаҡ улы Әминов, 1941 йылдың 17 сентябрендә һәләк булған һәм Ухта-Войница юлының 17-се километрында ерләнгән[2].
Лерон Халит улының бала сағы Стәрлетамаҡ районында үтә, хәҙер унда Салауат ҡалаһы урынлашҡан. 1953 йылда — Өфө авиация техникумын тамамлай, 1968 йылда — Өфө дәүләт нефть техник университетын, 1978 йылда КПСС үҙәк комитеты ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр академияһын юғары партия мәктәбен программаһы буйынса тамамлай.
КПСС ағзаһы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1955 йылда Өфө ҡалаһында сәнәғәт предприятиеһында бригадир булып башлай, 1956 йылда комсомол путевкаһы буйынса Омск нефть эшкәртеү заводын төҙөүҙә ҡатнаша. Салауат ҡалаһында 1959 йылда машиналар эшләү заводында (СМЗ) эшләй башлай.
1964 йылдың февралендә Л. Х. Әминов[3] КПСС-тың Салауат ҡала комитетына сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы итеп партия эшенә тәҡдим ителә. 1967 йылда сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире итеп күсерелә, 1968 йылда КПСС-тың Салауат ҡала комитетының икенсе секретары итеп һайлана, 1970 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе була, ә 1972 йылдың ноябрендә — КПСС-тың Салауат ҡала комитетының беренсе секретары. 1971 һәм 1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының 8-се һәм 9-сы саҡырылыштары Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1976 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи Фәндәр академияһына уҡырға ебәрелә, уны тамамлап, 1978 йылда КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты инструкторы итеп раҫлана, ә 1980 йылда — КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары ярҙамсыһы.
1991 йылдың ноябрендә, КПСС бөтөрөлөүгә бәйле, эштән бушатыла. 1992 йылдың февралендә ҡартлыҡ буйынса пенсияға сыға. 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының түләүле хеҙмәттәр менән эшләү буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы.
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй. Әминовтар ике бала үҫтерә: ҡыҙ һәм ул. Ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Фиҙакәр хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» юбилей миҙалы (1970)
«Почет билдәһе» ордены (1971)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы (1983)[4]
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1988)
Бaшҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының почет грамотаһы (1993).
Хакимиәте башлығы вазифаһындағы эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Л. Х. Әминев Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығыбулып эшләгән ваҡытта 50-летия СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Ленин орденлы нефть химияһы комбинатында, машиналар эшләү һәм быяла заводтарындамөһим объекттар сафҡа индерелә, торлаҡ йорттар, мәктәп, магазиндар, мәҙәниәт учреждениелары төҙөлә, барак тибындағы торлаҡтар бөтөрөлә, нефть химияһы комбинатының санитар һаҡлау зонаһында йәшәгән Аллағыуат ауылы халҡы ҡалаға күсерелә, Бөйөк ватан һуғышы инвалидтарын, һуғышта һәләк булғандарҙың тол ҡатындарынторлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә, талап ителгәнсә мәктәпкәсә балалар йорттары ҡулланыуға тапшылыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/4526/16389044.26/0_6d55c_fc681d54_orig
- ↑ Погиб в боях за Карелию | Вяйнямёйнен.пресса . Дата обращения: 19 декабрь 2011. Архивировано 12 апрель 2012 года.
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/4526/16389044.26/0_6d55d_96e84114_orig
- ↑ УКАЗ Президиума ВС РБ от 01.10.1993 № 6-2/482г «О НАГРАЖДЕНИИ АМИНОВА Л. Х. ПОЧЕТНОЙ ГРАМОТОЙ ПРЕЗИДИУМА ВЕРХОВНОГО СОВЕТА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Любимый город Салават», 2009 год, 2000 экс. К 60-летию города Салавата.