Әмиров Илфат Өлфәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әмиров Илфат Өлфәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Ҡушамат Башҡорт
Тыуған көнө 27 февраль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (34 йәш)
Тыуған урыны Күмертау, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө боец смешанных единоборств
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әмиров Илфат Өлфәт улы (27 февраль 1990(19900227) йыл) — рәсәй профессиональ бералыш (единоборство) яугиры. Ҡатнаш яңғыҙ ҡара-ҡаршы тороу көрәше, комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше һәм тулы контактлы карате буйынса Рәсәй чемпионы. Мәскәүҙә «EVOLVE GYM» ҡара-ҡаршы тороу көрәше һәм кроссфит клубына нигеҙ һалыусы һәм клуб хужаһы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илфат Өлфәт улы Әмиров 1990 йылдың 27 февралендә Күмертау ҡалаһында тыуа. 3-сө Башҡорт республика гимназияһын тамамлай.

12 йәшенән дзюдо менән шөғөлләнә башлай, 14 йәшендә Ишембай ҡалаһындағы Республика Кадет мәктәп-интернатына уҡырға килә, унда ҡара-ҡаршы тороу көрәше һәм ҡул алышы менән шөғөлләнә.

Кадет корпусын тамамлағандан һуң, 2007 йылда Мәскәү ҡалаһына йәшәргә күсә, шул уҡ йылда Мәскәү юриспруденция институтына уҡырға инә һәм уны 2012 йылда отличие менән тамамлай. Шул уҡ 2007 йылда Мәскәүҙә ҡатнаш ҡара-ҡаршы тороу көрәше менән шөғөлләнеүен дауам итә.

Спорт күрһәткестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Тсу Шин Ген» ҡатнаш ҡара-ҡаршы тороу көрәше ММА буйынса Рәсәй чемпионы (2008)

Тулы контактлы карате буйынса Мәскәү чемпионатында 2-се урын (2008)

«Рәсәй һуғыштары» ҡатнаш ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса бөтә Рәсәй турниры чемпионы (2010)

Грепплинг буйынса Мәскәү чемпионы (2011)

Бразилия джиу-джитсуһы буйынса бөтә Рәсәй турнирында 2-се урын, ММА буйынса Мәскәү өлкәһе чемпионатында бронза призёры (2013)

Панкратион буйынса Мәскәү өлкәһе чемпионы (2013)

Комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса Рәсәйҙең бронза призёры (2014)

Панкратион буйынса халыҡ-ара «Moscow open» турниры бронза призёры (2014)

Тулы контактлы карате буйынса Рәсәй чемпионы (2014)

Курск ҡалаһында үткән ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса «Высота 772» халыҡ-ара турниры еңеүсеһе (2014)

Комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса Рәсәй кубогында 3-сө урын (2016)

Илфат Әмиров грепплинг һәм комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙары еңеүсеһе[2].

Әмиров шулай уҡ 2017 йылғы комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса Рәсәй чемпионы,

WLF сиктәрендә Ҡытайҙа үткән рейтинглы алыш еңеүсеһе. Алыш ҡытай яғы саҡырыуы буйынса Ченьжоу ҡалаһында үтә. Алышта 26 ҡытай спортсыһы һәм 26 башҡа ил вәкиле ҡатнаша. Ул Рәсәйҙән (шул иҫәптән, Башҡортостандан да) берҙән-бер ҡатнашыусы була. 27 йәшлек Илфат 70 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай. Еңеүсе кубогын ҡабул иткәндә, төлкө тиреһенән тегелгән башҡорт милли бүреген кейгәнлектән, спортсыны «башҡорт» тип йөрөтәләр[1][1] .

Илфат Әмиров 2019 йылғы комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәш (ММА) буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призёры. Комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәш буйынса спорт мастеры.

2019 йылғы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәүҙә үҙе 2017 йылда нигеҙ һалған һәм әлегә Мәскәү ҡалаһының иң алдынғы ҡара-ҡаршы тороу көрәш залдарының береһе булған «Evolve Gym» спорт клубы хужаһы. 2019 йылғы Мәскәү һабантуйын үткәреү буйынса спорт департаменты етәксеһе.

Хәҙерге көндә Илфат Әмиров Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты аспиранты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]