Эстәлеккә күсергә

Әсе борсаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Әсе борсаҡ(урыҫ. Люпин) — ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған был ырыуҙың 400-гә яҡын төрө бар. [[Сәскә]ләре нектарһыҙ була, бал ҡорттары уның һеркәһен йыя.

Биологик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамыр системаһы формаһы буйынса үҙәк тамыр системана ҡарай. 1—2 м-ғаса тәрәнлеккә етергә мөмкин. Тамырҙарында бүлбеләр урынлашҡан. Унда азотфиксациялаусы бүлбе бактерияры Rhizobium lupini, һауанан азотты йотоп, азотлы берләшмәләр барлыҡҡа килтерә. Үҫемлек менән бүлбе бактериялары араһындағы симбиоз күренеше был. Үҫемлек — бүлбе бактериялары өсөн йәшәү мөхите һәм органик матдәләр сығанағы. Үҙ сиратында, улар үҫемлекте азот менән тәьмин итәләр.

япраҡтары аҫ яҡтан
Lupinus polyphyllus

Һабағы үлән йәки ағасланған була. Ботаҡтары тура, йәки тәрмәшеүсе булып тора.

Япраҡтары һабаҡта сиратлап урынлашҡан. Бармаҡ һымаҡ телгеләнгән ҡатмарлы япраҡтар.