Әхмәтвәлиев Рәсих Хәсип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәтвәлиев Рәсих Хәсип улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 27 декабрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (62 йәш)
Һөнәр төрө рәссам

Әхмәтвәлиев Рәсих Хәсип улы (1956 йылдың 22 декабре) — рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010). 1992 йылдан СССР рәссамдар союзы ағзаһы, Maison Artistes des ағзаһы, France (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәтвәлиев Рәсих Хәсип улы 1956 йылдың 22 декабрендә БАССР-ҙың Шишмә районы Бикәй ауылында донъяға килә

Мәктәптән һуң уҡыуын Өфө музыка-педагогия училищеһының художество-график факультетында дауам итә. Училищены тамамлағас, 1976 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.

1981 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-график факультетын тамамлай

«Инйәр» ижади төркөмө ағзаһы (1989—1993), 1992 йылдан алып РФ рәссамдар союзы ағзаһы, 1990 йылдан алып «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе ағзаһы.

1991 йылда Америка Ҡушма Штаттарында эшләй.

2002—2008 йылда Францияла йәшәй һәм эшләй (Онфлер,Париж ҡалаларында), ул унда Bartoux галереяһы менән хеҙмәттәшлек итә, 2009 йылда — Visio dell’Arte, Paris галереяһы менән Францияның «Көҙгө салон», Карузель Де-Лувр париж күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Париж, Онфлёр, Сан-Поль Ванс, Межев, Куршавель ҡалаларының Роберт Барто галереяларында даими экспозициялары бар.

Кубист техникаһында эшләй, үҙ эштәренең стилен фигуратив сәнғәт тип иҫәпләй. Һынлы сәнғәтенең төп темаһы — ҡатын-ҡыҙ матурлығы, ҡыйыу һыбайлы образы.

Рәссамдың картиналары Третьяков дәүләт галереяһында, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейында (Өфө), Новосибирск дәүләт сәнғәт музейында, Тулуз Лотрек музейында (Париж, Франция), Лондон сәнғәт академияһында (Англия), «Ҡазан» Милли мәҙәниәт үҙәгендә (Ҡазан), «Мираҫ» галереяһында (Өфө), «Academia» сәнғәт галереяһында (Өфө), ГНИ «Урал» МК һәм НП БР (Өфө) һаҡлана.

Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ню» (2001), «Йәйге ел» (1997), «Сәскә еҫе» (De fleur Parfum) (2002), «Les transparantes cavaliers» (2008) һ. б.

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1983 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Республика һәм бөтә союз художество күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.

Шәхси күргәҙмәһе Францияла «Сант-Катерин» галереяһында үтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010)

«Туран» бойондороҡһоҙ культурология фондының Беренсе Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ культурология премияһы лауреаты (Ҡазан)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]