Әхмәтов Абдулла Сафиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Абдулла Әхмәт (тулы исеме Абдулла Сафиулла улы Әхмәтов)(1905 йылдың 25 марты, хәҙерге Ҡурған өлкәһе Притобольный районы Звериноголовск ауылы — 1976 йылдың 28 октябре, Ҡазан ҡалаһы) — татар яҙыусыһы, драматургы һәм публицисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдулла Әхмәт 1905 йылдың 25 мартында хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Притобольный районы Звериноголовск ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 15 йәшенә тиклем ауыл мәктәбендә белем ала, махсус курстар тамамлай. 1922—1923 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Оло Солтан тигән башҡорт ауылында етем балалар йортонда тәрбиәсе, тыуған ауылында уҡыу йорто мөдире булып эшләй. 1925 йылда совет-партия мәктәбен тамамлағас, Абдулла Әхмәтте Свердловск ҡалаһында «Социализм юлы» гәзитенең дауамы булараҡ сыға башлаған «Һабан һәм сүкеш» гәзитенә эшкә саҡыралар. 1932—1936 йылдарҙа ул — Ҡазан дәүләт педагогия институты студенты. Институтты тамамлағас, 1936—1941 йылдарҙа «Совет әҙәбиәте» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, Ҡазан химия-технология техникумында, музыка мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Абдулла Әхмәт фронтҡа китә, ике йыл буйы фронттың алғы һыҙығында һалдат булып һуғыша, яраланып, госпиталдә дауаланып сыға, яңынан алғы һыҙыҡҡа һуғышҡа китә. 1943 йылдан башлап һуғыштың аҙағына тиклем «Алға, дошман өҫтөнә!» исемле татарса фронт гәзите редакцияһында хәбәрсе булып хеҙмәт итә. 1946 йылда Ҡазанға әйләнеп ҡайтҡас, Абдулла Әхмәт 1951 йылға тиклем Татарстан китап нәшриәтенең йәштәр-балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, 1952—1955 йылдарҙа «Пионер» журналының яуаплы мөхәррире булып эшләй. Абдулла Әхмәт оҙаҡ ауырығандан һуң 1976 йылдың 28 октябрендә Ҡазанда вафат була.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдулла Әхмәт ижад юлын Свердловск ҡалаһындағы «Һабан һәм сүкеш» гәзитендә хәбәрсе булып башлай, был уның ижади һәләте асылыуға ыңғай йоғонто яһай: гәзит-журналдарҙа уның бер-бер артлы очерктары, ҡыҫҡа хикәйәләре баҫыла. 1931 йылда Мәскәүҙең СССР халыҡтары Үҙәк нәшриәтендә «Ҡара бағаналар» исемле беренсе китабы донъя күрә. Ҡазанда йәшәгән йылдарында, 30-сы йылдарҙа, Абдулла Әхмәт коллективлаштырыу осорондағы ауыл тормошон сағылдырған «Күршеләр»(1933), балалар өсөн «Йондоҙ»(1934), «Шикле кеше»(1936) һәм халыҡ ижады әҫәрҙәренә нигеҙләнеп яҙылған «Үгәй ҡыҙ»(1940) исемле пьесаларын ижад итә. Тәүге икәүһе татар балалар яҙыусыһы Абдулла Алиш менән берлектә яҙыла. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Абдулла Әхмәт совет һалдаттарының ҡаһарманлығын сағылдырған күп һанлы очерктарын, хикәйәләрен яҙып баҫтыра. Һуңынан, 1952 йылда, уларҙы бергә туплап «Һалдат хикәйәләре» исемле китап итеп баҫтыра. Абдулла Әхмәт һуғыштан һуңғы әҙәби ижадында проза менән драматургия өлкәһендә һөҙөмтәле эшләй. Был йылдарҙа ул, татар яҙыусылары араһынан беренселәрҙән булараҡ, нефтсылар тормошона һәм хеҙмәтенә арналған «Ҡара алтын»(1947), «Йәшәү көсө»(1951), исемле очерктар китаптарын; «Серҙәр» (1948), «Егет һүҙе»(1954) исемле драма әҫәрҙәрен ижад итә. Абдулла Әхмәт татар балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә күп көс һала. Ул татар халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен йыйып, уларҙы баҫтырып сығарыуҙа ла әүҙем эшләй. 1938 йылда Хәмит Йәрми менән берлектә «Халыҡ ижады» исемле йыйынтыҡты нәшер итә. Уның тарафынан төҙөлгән һәм ҡат-ҡат баҫылып сыҡҡан «Хужа Насретдин мәҙәктәре», «Мәҡәлдәр», «Йомаҡ әйтәм — табығыҙ» тигән йыйынтыҡтары үҙ ваҡытында киң йәмәғәтселек тарафынан хуплап ҡаршылана.

Ижадында Башҡортостан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдулла Әхмәттең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған айырым публицистик әҫәрҙәрендә башҡорт яугирҙәренең образдары тыуҙырыла. «Шағир һәм бала» очерыгында Сталинград эргәһендә Волгала бомбаға тотолған пароходтан балаларҙы ҡотҡарыр өсөн ут аҫтына ташланған башҡорт шағиры һәм һуғышсыһы Ғәйнан Әмири тураһында яҙа. «Башҡорт егете» очерыгында ла Абдулла Әхмәт фиҙакәр башҡорт һуғышсыһының образын конкрет хәрәкәттәре һәм тәрән илһөйәрлек тойғолары менән тыуҙырыуға ирешә.

Маҡтаулы исемдәре, наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы;
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Даутов Р. Н., Рахмани Р. Ф. Әдипләребез: библиографик белешмәлек. 2 томда. Казан: Татарстан китап нәшрияте, 2009;
  • Сафуанов С.Ғ. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ сәхифәләре. Өфө, 1976.