Әңгәсәк ҡарағайлығы
Әңгәсәк ҡарағайлығы | |
---|---|
урыҫ Ангасякские сосновые боры | |
Төп мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1965 |
Урынлашыуы | |
55°38′ с. ш. 54°48′ в. д.HGЯO | |
Әңгәсәк ҡарағайлығы — Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1].
Физик-географик ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республиканың Дүртөйлө районында урынлашҡан Әңгәсәк ҡарағайлығы 1965 йылдың авгусында зоологик тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын ала. Уның дөйөм майҙаны — 1 810 гектар. Ул Башҡортостан Республикаһында майҙаны буйынса иң эре реликт ҡарағайлыҡ булып иҫәпләнә[1].
Был тәбиғәт ҡомартҡыһы Әңгесәк, Уяҙы һәм Иген елгәргес заводы ауылдары араһындағы урман массивында ята һәм Әңгесәк участка лестничествоһы ерҙәренә ҡарай. Ҡарағайлыҡ Ағиҙел йылғаһының уң ярының ҡомло террассаларында үҫә. Ағастарҙың уртаса йәше 45 — 80 йыл тип иҫәпләнә. Айырым ағастар 100 йылдан да ашыу йәшкә эйә.
Урман массивында ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле ҡыуаҡтары һәм ҡыяҡлы үҫемлектәр үҫә, шулай уҡ йүкә кеүек киң япраҡлы ағастар ҙа осрай (бигерәк тә 2-се яруста). Сауҡалыҡтарында айыу баланы, миләш, сәтләүек һәм зелпе ҡыуаҡлыҡтары үҫә. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк осрай торған үҫемлектәренә ҡараған үләндәр ҙә осрай. Әңгәсәк ҡарағайлығы фәнни, тәбиғәтте һаҡлау һәм рекреоцион әһәмиәткә эйә[1].
Республиканың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең маҡсаттары: тәбиғәт территорияларын һаҡлау; унда фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү, шул иҫәптән тәбиғәт йылъяҙмаларын алып барыу; экологик мониторинг үткәреү; экологик белем биреү; тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам итеү[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ангасякские сосновые боры . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Әңгәсәк ҡарағайлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 17.08.1965 № 465
Об охране памятников природы Башкирской АССР 17.08.1965 465
- bashenc.online/ba/articles/85486