Әүлиәташ (Ырымбур өлкәһе)
Әүлиәташ | |
Нигеҙләү датаһы | 21 май 1998 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Әүлиәташ (рус. Святой камень (гора Алеутас)) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Соль-Илецк районындағы ҡая. Региональ әһәмиәттәге геологик һәм геоморфологик тәбиғи ҡомартҡы[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әүлиәташ Ырымбур өлкәһе Соль-Илецк районы Перовка ауылынан 10,5 саҡрым көньяҡ-көнсығыштараҡ, юҡҡа сыҡҡан Прохладный ҡасабаһынан 2 саҡрым төньяҡтараҡ, Ҡуралы һәм Бердянка йылғалары араһында, 284,9 м билдәһе янында урынлашҡан[2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау 120 квадрат метр майҙанда, 2,5 метрға тиклем ҙурлыҡтағы кварцлы ҡомташтан ғибәрәт. Бында ҡайын, әлморон һәм спирея үҫә. Иң үҙенсәлеклеһе — бер ҡайын таш өҫтөндә үҫеп сыҡҡан һәм тап шул таш изге тип һанала[3].
Тау тоҡомдары ҡара-һоро кварц ҡомташтар һибелмәһенән ғибәрәт. Ҙур ҡомташ киҫәктәре 2,5 м тиклем бейеклеккә етә һәм 15*8 метр майҙанды биләй. Юра осоро системаһының геологик киҫелешендә континенталь ултырмалар йыйылған ваҡытта тимер күсеп йөрөгән, шуға ҡомташ һәм балсыҡт киҫелештә күпселектә аҡһыл төҫтә. Әүлиәташ тауында лимонитлы ҡомташтар - юра осороноң ҡалдыҡтары. Таш ярыҡтарында айырым ҡайындар үҫә [4].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙың атамаһы башҡорт телендәге изге кеше -әүлиә һәм таш һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Ул ҡаҙаҡлаштырып «Алеутас» тип атала башлаған һәм мәғәнәһен дә шул телгә бәйләп, ҡыҙыл таш тип аңлаталар. Мәгәр, ҡаҙаҡ телендә ҡыҙыл — қызыл, алеу һүҙе юҡ, святой һүҙе иһә әулие[5] Мәгәр урыҫ телендә уның мәғәнәһе һаҡланған һәм Святой камень тип атап йөрөтөлә.
Мәжүсилек замандарынан беҙҙең көндәргә тиклем тауҙы урындағы халыҡ, бигерәк тә ҡаҙаҡтар изгеләштерә һәм табыныу урыны тип һанай[6].
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урындағы риүәйәттәр буйынса, был ҡайындың барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Элек был урындарҙа Мәләүез тигән көтөүсе йәшәгән, ти. Ул йылдар буйы эшләһә лә байыға алмай. Берҙә-бер хазинаһы — ҡыҙы Айгөл була. Ул таң ҡалырлыҡ сибәр, аҡыллы, хисле, игелекле булыуы менән таныла.Ҡасай исемле һөйгән йәре лә була.
Баҙарбай тигән бай был ҡыҙ хаҡында ишетеп ҡала ла, етенсе ҡатынлыҡҡа алмаҡсы булып, бүләктәр биреп, ҡыҙҙың атаһын ризалата. Байға ҡаршы тороп булмаҫын аңлай Мәләүез, ҡыҙы ла атаһына бәлә килмәһен өсөн ризалығын бирә.
Әммә зирәк ҡыҙ һөйгән егете Ҡасай менән бергә төн уртаһында ҡасып китеп, ҡара таш янында осрашырға килешә. Мәкерле бай кенә ҡыҙға ҡарауылсы итеп бер яугирын ҡуйған һәм тегеһе осрашыу урынына тиклем уны күҙәтеп барған. Бай быны кисерә алмаған һәм ҡыҙға бысаҡ ҡаҙаған, кәүҙәһен ҡара таш аҫтына күмеп ҡуйған, был хаҡта бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушҡан. Егет ҡыҙҙы бөтә дала буйлап эҙләгән, әммә күңеле уны кире — ҡара ҡаяға тартып торған. Егет шул тирәлә өйөрөлөп йөрөй торғас, дала бөркөтөнә әйләнгән.
Киләһе яҙҙа таштан йәш ҡайын үҫеп сыҡҡан. Барлыҡ ауылдарҙан был мөғжизәне ҡарарға киләләр. Мәләүез ҡартты ла алып киләләр. Ул, зифа буйлы ҡайынды, уның баш осонда осоп йөрөгән бөркөттө күреп, әсе күҙ йәштәре менән илап ебәрә — уларҙың ҡыҙы менән һөйгән егете икәнен таный. Шунан бирле был урынды Изге таш тип атай башлайҙар. Ә бөркөт йәш ҡайынды яуыз һәм мәкерле кешеләрҙән һаҡларға ҡала[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Алеутас
- ↑ Алеутас
- ↑ 3,0 3,1 Легенды горы Алеутас: Святой камень //Наш Урал
- ↑ Туристический паспорт Соль-Илецкого района Оренбургской области
- ↑ Алеутас 2021 йыл 26 февраль архивланған.
- ↑ Природное наследие Оренбургской области / А. А. Чибилёв — Оренбург: Оренбургское книжное издательство, 1996. — 384 с. — ISBN 5-88788-015-5
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Природное наследие Оренбургской области / А. А. Чибилёв — Оренбург: Оренбургское книжное издательство, 1996. — 384 с. — ISBN 5-88788-015-5