Өргөн (күл)
Озеро | |
Өргөн | |
---|---|
Урынлашыуы | |
54°23′51″ с. ш. 59°24′30″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 12010000111112200000317 | |
Өргөн — Башҡортостандың Урал аръяғында, Учалы районында урынлашҡан күл[1]) Өргөн күле һәм Өргөн ҡарурманы — тәбиғәт һәйкәле (1965 йылдан[2]).
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монголса монг. өргөн `киң` тигәнде аңлата; башҡорт телендәге шундай уҡ мәғәнәгә эйә иркен һүҙе менән сағыштырығыҙ.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Учалы тимер юл станцияһынан төньяҡта 6 км алыҫлыҡта ята. Оҙонса формала, көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған. Оҙонлоғо 4 километрға яҡын, киңлеге 2,9 км, һыу өҫтө майҙаны — 12 кв. км.
Күл тектоник юл менән барлыҡҡа килгән, төбө тигеҙ, уйпатлы. Тәрәнлеге 2-7 метр, көньяҡ өлөшөндә 5-7 метр, 8 метр тәрәнлектәге иң ҙур уйпаттар үҙәк өлөшөнә тура килә. Бәләкәй аялы утрауы бар.
Гидрографик яҡтан күл Яйыҡ йылғаһы менән бәйле. Уға Мейәс һаҙлығы тип йөрөтөлгән һаҙлыҡлы иңкеүлек буйлап һыу ағып төшә.
Төбө 2,5 метр ҡалынлыҡта булған сапропель ҡатламынан тора. Һыуының химик составы буйынса гидрокарбонат-кальций-магнийлы тоҙло күлдәр иҫәбенә инә. Һыуы уртаса ҡатылыҡта, рН 8,5. Өргөн күленең тирә-яғында күп кенә үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә. Күл эргәһендә һары умырзаяны һаҡлау буйынса ҡурсаулыҡ ойошторолған.
Күлдә ҡыҙылғанат, суртан, сабаҡ, алабуға, һыла, ҡарабалыҡ, табан балыҡ ҡарабалыҡ ҡорман йәки таран, шамбы бәшкәләк, этеш йәки шырт балыҡ густера-ҡорман балыҡтары бар.
1965 йылда Өргән һәм уның тирә-яғы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[3].
Өргөн күле буйындағы һаҡлау биләмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡланған биләмә зонаһы — 3398,0 га. Һаҡланыусы объекттар:
- Башҡортостан Республикаһының экологик, хужалыҡ һәм фәнни әһәмиәткә эйә иң ҙур күлдәренең береһе. Учалы күлдәре төркөмөнә ҡарай. Башҡа Урал аръяғы күлдәре кеүек, тектоник сығышлы һәм Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе буйлап һуҙылған урал аръяғы бөгөлөшөндә урынлашҡан.
- Башҡорт Урал аръяғы өсөн типик һәм эталон тибындағы үҫемлек (аҡһыл ылыҫлы урмандар, ташлы далалар, һаҙлыҡтар һ. б.).
- Йәнлектәрҙең (ҡарасабан йәки ҡара өйрәк, ҡуйы йөнлө эре һыу ҡошо һ. б. һәм үҫемлектәрҙең (клобуклы неоттианта, М.Крашенинников Гельма минуарцияһы — ҡәнәферҙәр ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән, бөгәрләнгән ҡылсыҡлы аҡтамыр, һеңерле туманаҡ и др.) һирәк осраусы төрҙәре[4].
Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияһының (ООПТ) тәғәйенләнеше:
- Тәбиғәт комплекстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу.
- Биотөрлөлөктө һаҡлау.
- Рекреацияла файҙаланыу.
- Ҡарағай һәм ҡарағас урмандарының генофондын һаҡлау[4].
Күл буйында Илсеғол ауыл биләмәһе составына ингән Мулдаш (Өргөн) ауылы , шулай уҡ «Өргөн» туристик комплексы» ял базаһы урынлашҡан.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лист карты N-40-59 Учалы. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- Справочная статья. Озеро Ургун. yuzhnyj-ural.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
- Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия . Архивировано из оригинала 10 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
- Өргөн күле
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кучеров Е. В., Кудряшов И. К., Максютов Ф. А. Памятники природы Башкирии. Уфа, 1974
- Красная книга Башкирской АССР. Уфа, 1987.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
- ↑ Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
- ↑ Сайт газеты "РБ" - Документы - ПОСТАНОВЛЕНИЕ ПРАВИТЕЛЬСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН № 52 « 28»февраля 2012 г . Дата обращения: 12 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 19 октябрь 2014 года. 2014 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 CD Econet . Дата обращения: 3 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.