Өфө лимонарийы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өфө лимонарийы
Теплица Өфө лимонарий

Өфө лимонарийы — теплица- лимонарий[1].Ул Өфөнөң урман питомнигы, Өфө урман- техник техникумының уҡыу урыны һәм уҡытыу-тәжрибә хужалығы булып тора. [2]. Ҡаланың Киров районында, урман белгесе М. Рутто исемендәге парк һәм «Йәшел сауҡа» санаторийы эргәһендә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лимондар үҫтереү һәм лимонарий булдырыу идеяһы 1981 йылда РСФСР-ҙың урман хужалығы министрлығы һәм КПСС-тың Өлкә комитеты, БАССР-ҙың Министрҙар советы алдында БАССР-ҙың урман хужалығы министры Абдулов Марсель Хәбиб улы тарафынан тәҡдим ителә (14.05.1981 йыл, № 264 номерлы һәм № 36-5 12.02.1989 йылғы № 36-5 номерлы ҡарарҙар ).

1984 йылда йыл әйләнәһенә эшләргә тейеш булған был эксперименталь теплицаға Урмансылыҡ паркының 24 кварталынан, элекке емеш-еләк баҡсаһы урынында 2 гектар биләмә бүлеп бирелә. .

Лимондар үҫтереү технологиялары 1985 йылдан Ташкент өлкәһендәге Ленин исемендәге колхозда, УзССР-ың арҙаҡлы академигы Фахритдин Зайнутдин етәкселегендә өйрәнелә башлай.

Үҫтереү технологияһын ғәмәлдә өйрәнеү, тикшереү, асыҡлау Өфөлә 500 м майҙанлы теплицала бүләккә бирелгән 24 лимон үҫентеһенән башлана. Етәксеһе — Садыкова Фәриҙә Вали ҡыҙы. .

1990 йылда дөйөм майҙаны 1 гектар булған теплица файҙаланыуға тапшырыла. 1500 лимон үҫентеләре Ташкент лимонарийынан килтерелә.

2010 йылда «Лимонарий» торлаҡ комплексы төҙөлөшө менән бәйле, ООО «СУ-10» төҙөүселәре тарафынан лимонарий биләмәһенең бер өлөшөн йорт төҙөү өсөн алырға уҡталыш булып ала[3][4][5].

Лимонарий бөгөнгө көндә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөгөнгө көндә лимонарийҙа Citrus ырыуынан булған 1300 лимон ағасы үҫтерелә.Улар үзбәк селекцияһы тарафынан сығарылған «Юбилей» һәм «Ташкент» сорттарына ҡарай [6]. Йылына 20-22 тонна уңыш йыйып алына.

Шулай уҡ, әфлисун, мандарин, грейпфрут, цитрон һәм башҡа культуралар ҙа бында урын тапҡан.

Хужалыҡтың коллекцияһында 500-ҙән ашыу субтропик һәм тропик ағас, ҡыуаҡлыҡ һәм үлән үҫемлек : инжир, лавр, кофе, гранат, фейхоа, мушмула, банан, ананас, розмарин, киви, фикус, гуава, бромелия, суккулент, пальма, абағалар, толстянка, дыня ағасы, зәйтүн ағастары, авокадо, юккалар, драценалар бар.

Уларҙың ҡайһылары Ҡыҙыл Китапҡа ингән үҫемлектәр.

Рәсәй Федерацияһының селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса Дәүләт комиссияһы тарафынан өс сорт лимон — «Урман», «Салават», «Лейсан» һәм ике сорт цитрон — «Уралтау» һәм «Зиля» селекция ҡаҙаныштары буйынса дәүләт реестрына индерелгән һәм һүрәтләмәһе бирелгән.

Өфө лимонарийында оранжерея, уҡыу майҙансығы, экскурсиялар һәм айырым килеүселәр өсөн лесопитомник бар.

Тәүҙә РСФСР-ҙа, ә хәҙер Рәсәйҙә, Өфө лимонарийы ябыҡ грунтта лимондар үҫтереү буйынса тәүге тәжрибә булып тора.

Бөгөнгө көндә шундай уҡ шарттарҙа цитрустарҙы Һарытау лимонарийында һәм Павловка питомнигында үҫтерәләр. Ошоғаса Наровчатка ҡасабаһында Магнитогорск лимонарийы ла эшләгән булған.

2018-2020 йылдарҙа лимонарий биләмәһен комплекслы төҙөкләндереү буйынса ынтылыш булып ала [7][8].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Главная. lemonarium.ru. 23 май 2020 тикшерелгән.
  2. "Лимонарий ГБПОУ "Уфимский лесотехнический техникум"" | УФИМСКИЙ ЛЕСОТЕХНИЧЕСКИЙ ТЕХНИКУМ. www.ultt.ru. 23 май 2020 тикшерелгән.
  3. Минзаля АСКАРОВА Строители ЖК «Лимонарий» в Уфе пригрозили местному жителю расправой  (рус.). ProUfu.ru / Новости Уфы и Башкирии (2017-07-28). 23 май 2020 тикшерелгән.
  4. Земельные войны в Уфе: часть территории лимонария отдали под стройку  (рус.). ufa1.ru (2017-01-19). 23 май 2020 тикшерелгән.
  5. Инна Горина Уфимский лимонарий отстаивает свои права на землю | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ (ru-RU). ГТРК «Башкортостан» (2017-02-02). 23 май 2020 тикшерелгән.
  6. Билалова Э.г, Садыкова Ф.в, Ишмуратова М.м ФЕНОЛОГИЧЕСКИЕ ХАРАКТЕРИСТИКИ ЛИМОНОВ УЗБЕКСКОЙ И БАШКИРСКОЙ СЕЛЕКЦИИ В УСЛОВИЯХ Г. УФЫ // Вестник Пермского университета. Серия: Биология. — 2018. — В. 3. — ISSN 1994-9952.
  7. Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан  (рус.). forest.bashkortostan.ru. 23 май 2020 тикшерелгән.
  8. Реконструкция уфимского лимонария потребует полмиллиарда рублей  (рус.). www.bashinform.ru (2020-01-31). 23 май 2020 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө лимонарийы сайты