Абдулов Марсель Хәбиб улы
Абдулов Марсель Хәбиб улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 8 май 1930[1] |
Тыуған урыны | Ҡуранса ауылы[d], Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 ноябрь 2007[1] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Абдулов Марсель Хәбиб улы (8 май 1930 йыл — 23 ноябрь 2007 йыл ) — инженер-урмансы, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының урман хужалығы министры, БАССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы (1978), Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марсель Хәбиб улы Абдулов 1931 йылдың 8 майында Башҡорт АССР-ыны Өфө кантоны [2] Ҡуранса ауылында (хәҙер бөткән) тыуған.
1953 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, белеме буйынса инженер-урмансы.
- 1953-54 — Нуриман урман хужалығында өлкән урмансы;
- 1954—1961 йылдар — Ҡыҙыл Шишмә урман хужалығы директоры, Башҡорт АССР-ы урман хужалығы һәм урмандарҙы яҡлау инспекцияһы башлығы;
- 1966—1991 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының урман хужалығы министры;
- 1991—1996 йылдарҙа — Халыҡ-ара урман институтының Башҡортостан региональ үҙәге директоры.
Марсель Хәбиб улы Башҡоpтостан Республикаһы урман хужалығы үҫешенә ҙур өлөш индерә:
- урмандарҙы тергеҙеү һәм ағас ултыртыу эштәре башҡарыла;
- урман орлоҡ базаһы туплана;
- ауыл хужалығы ерҙәрендә һаҡлағыс урман булдырыла;
- тәбиғәт зоналарында урман хужалығын комплекслы алып барыу ысулы уйлап табыла һәм практикаға индерелә;
- текә ярҙарҙы емерелеүҙән һаҡлау өсөн һәм йырындарҙың киңәйеүен туҡтатыу сараһы итеп ағас ултыртыу технологияһы эшләнә;
- дарыу үҫемлектәренең сәнәғәт плантациялары булдырыла.
Уның инициативаһы менән Рәсәйҙә беренсе лимонарий һәм урман аҙыҡтарын эшкәртеү цехы (әлеге ваҡытта ла эшләүсе)[3] төҙөлә, 1973 йылда Өфө урман музейы асыла[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ике «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (1966, 1976)
- «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены (1981)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971).
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]56 баҫма, шул иҫәптән 2 монографик эш авторы.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Урманды һаҡлау үҙәге бинаһына, элек Башҡорт АССР-ның Урман хужалығы министрлығы урынлашҡан йортта, мемориаль таҡта ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы
- ↑ Лимонарий город Уфа | О лимонарии . Дата обращения: 21 февраль 2013. Архивировано 15 март 2013 года. 2012 йыл 29 декабрь архивланған.
- ↑ Музей леса в Уфе: увлекательное знакомство с природой для детей и взрослых
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Абдулов Марсель Хәбиб улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 май 2020)
- Фильм «Лес — моя биография». Посвящается памяти первого министра лесного хозяйства БАССР Марселя Абдулова (рус.)
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 8 майҙа тыуғандар
- 1930 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 23 ноябрҙә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР дәүләт премияһы лауреаттары
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 10-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 11-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Нуриман районында тыуғандар
- Шәхестәр:Нуриман районы