Эстәлеккә күсергә

Өфө планетарийы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Өфө планетарийы
Ил Рәсәй
Ҡала Өфө
Нигеҙләнгән 1964 йыл
Сайт Рәсми сайт

Өфө планетарийы Өфө ҡалаһының Октябрь районы биләмәһендә урынлашҡан. Алыҫ түгел Мәжит Ғафури исемендәге ял паркы бар, шулай уҡ ал яҡта В. И. Ленин майҙаны. Был Башҡортостанда һәм Өфөләге берҙән-бер планетарий.

Өфө планетарийы типлаштырылған проект буйынса 100 урынлыҡ итеп төҙөлгән. Ул 1964 йылдың 22 июлендә асыла. Асылған көндә «Марс һәм уның серҙәре», Ҡояш һәм ерҙәге тормош", «Бөйөк географик асыштар» темаларына лекциялар уҡыла. Ул юридик яҡтан Ғафури ял паркына ҡараған була, әммә 1976 йылда ул үҙ аллы учреждение булып китә. Уға шулай уҡ «Йәшлек» балалар-үҫмерҙәр обсерваторияһы ла беркетелә. Шулай ҙа 1988 йылда Өфө ҡала комитеты ҡарарына ярашлы обсерватория һүтелә.

1995 йылда планетарийҙа техник реконструкция уҙа. Һөҙөмтәлә ул немец фирмаһы «Carl Zeiss Jena» етештергән компьютер ярҙамында көйләнеүсе «Skymaster» (ZKP-3) планетарий проекторы ала. Шулай уҡ планеталар һүрәттәрен, йондоҙло күктең картиналарын, ҡояш һәм айҙың тотолоуҙарын, төньяҡ балҡышын күрһәтеү өсөн, ярҙамсы йыһаздар, ҡоролмалар ала.


2011 йылдың 12 апрелендә Өфө халҡы йыһанға беренсе кеше осҡан көндө, планетарийҙың 50 йыллыҡ юбилейын да билдәләй. Байрамды планетарий хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге әҙерләй.[1].

50 йыл дауамында, республикала бындай үҙенсәлекле берҙән-бер учреждение булараҡ, Өфө планетарийы өфөлөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына йондоҙло йыһан бүләк итә, хәҙерге ваҡытта планетарий репертуарында балалар һәм ололар өсөн 18 программа бар. Улар мауыҡтырғыс планеталар һәм йондоҙҙар донъяһы менән таныштыра. Һәм планетарийҙың йондоҙло залында ни бары 85 урын булыуға ҡарамаҫтан, йыл һайын уның сеанстарында 50 мең тамашасы була.

  1. Альфия Аглиуллина. На центральной площади Уфы отметили юбилейный День космонавтики. Башинформ.ru (12 апрель 2011). Дата обращения: 15 май 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года.
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

{