Өфө тимер юл күпере
Өфө тимер юл күпере | |
Географик координаталар: 54°43′05″ с. ш. 55°54′28″ в. д.HGЯO | |
Файҙаланыу өлкәһе |
Тимер юлы |
---|---|
Киҫешә | |
Урынлашыу урыны |
Өфө ҡалаһы |
Конструкция | |
Конструкция төрө |
Терәүҙәр менән |
Материал |
тимер |
Аралар һаны |
6х109,25м |
Дөйөм оҙонлоғо |
640 м |
хәрәкәт Һыҙаты |
2 |
Эксплуатация | |
Конструктор, архитектор |
Н.А. Белелюбский |
Төҙөлөш башланыу датаһы | |
Асылыу ваҡыты | |
Реконструкцияға ябыла | |
Файҙалы һылтанмалар | |
Өфө тимер юл күпере — Ағиҙел йылғаһы аша һалынған тимер юлы күпере. Өфө ҡалаһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө тимер юлы күперен төҙөү[1] 1886 йылда башланған һәм 1888 йылда тамамланған. Башта ул йылғаһы аша сығыуҙы, аҙаҡ инде (1892 йыл) Силәбе ҡалаһына хәтле магистраль төҙөүҙе тәьмин иткән.
Тороҡло күпер төҙөү 1884 йылғы техник нормаларға тура килтереп, профессор Н. А. Белелюбский тарафынан проектланған. Ҡорамалдарын Вотка заводында етештергәндәр.
Белелюбский тороҡло күпер төҙөүҙе тәү тапҡыр ҡулланған. Был ҡоролма прогрессив иҫәпләнгән. Ферма элементтарында көсөргәнешлек кәмегән. Күпер төҙөүҙә тәү тапҡыр күгәнле арҡыры терәү балкалары ҡулланылған. 1890 йылдағы Эдинбург күргәҙмәһендә конструкция Алтын миҙал яулаған һәм артабан «урыҫ терәү төрө» тип атала башлаған.
1888 йылдың 8 сентябрендә тимер юлдар бәйләнеше министры адмирал К. Н. Посьет тантаналы рәүештә күперҙе аса. Шулай уҡ тимер юл күперендә йәйәүлеләр хәрәкәте лә асыла. Уның өсөн ян-яҡтан махсус иҙәндәр эшләнелә. (Аҙаҡтан ул ябыла)
Күпер һыҙмаһы (схема) — 109 метры күперҙә һәр береһенең араһы 25 метрҙан торған алты тотороҡ булған.
1919 йылда Граждандар һуғышы осоронда Колчак отряды алтынсы тотороҡто шартлатҡан, шунлыҡтан ул емерелгән. Уны йүнәтеү ике этаптан торған, тәүҙә ваҡытлы тотороҡтар эшләнгән, аҙаҡ капиталь төҙәтеү эштәре башҡарылған.
Күперҙе тергеҙгән өсөн төҙөүселәрҙе ҡотлап, В. И. Лениндан 1919 йылдың 10 октябрендә күпер төҙөүселәр исеменә телеграмма килә
Капиталь төҙөкләндереү ваҡытында профессор Л. Д. Проскуряков тарафынан төҙөлөш проектына ярашлы тороҡтар һаны арттырыла.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1888 йыл Дим йылғаһы өсөн яһалма йылға үҙәне (йырҙа) ҡаҙыла; ул хәҙерге автомобиль күпере янынан 100 метр аҫ яҡтан башлана һәм Ағиҙел яғына тура табан китә. Был йырҙаны Дим йылғаһы аша тағы ла тимер юлы күперен төҙөмәҫ өсөн эшләнелә.
Ағымдан әҙ генә өҫтәрәк, тимер юлы күпере янында, Ағиҙелдә бәләкәй генә бер утрау бар. Ул йыл һайын үҙенең торошон үҙгәртә, йәй көнө утрауға әүерелә. Утрауҙың барлыҡҡа килеүе XX быуат башындағы ошо урында батҡан иген баржаларына бәйле. Батҡан биржалар ләм ултырып, утрау барлыҡҡа килеүгә нигеҙ булып тора.
Күперҙең беренсе төҫлө фотоһүрәттәре С. М. Прокудин-Горский тарафынан 1910 йылда эшләнелгән. Ул өс төҫтәге негативлы фотоға төшөрөү саралары менән эшләнелгән.[2].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://www.ufa-trakt.ru/ufa-do-1917/mostyi/(недоступная ссылка)