Өфө ҡала электричкаһы
Өфө ҡала электричкаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Рәсми асылыу датаһы | 15 сентябрь 2015 |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Өфө ҡала электричкаһы — әлегә тиклем булған тимер юл инфраструктураһын файҙаланған ҡаланың төньяғын көньяғы менән бәйләүсе электротранспорт системаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1988 йылда «Нижегородметропроект» институты, Өфө метрополитенын көн элгәре проектлау эштәрен үткәргәндә, улар, торлаҡ кварталдарынан алыҫ ятыуы арҡаһында, торлаҡтарға яҡын килеү һәм килеп туҡтау ҡатмарлы булыу сәбәпле, ҡала эсендә булған тимер юлдарҙы пассажирҙар ташыуҙа ҡулланыуҙы бойомға ашырыу мөмкин түгел тигән һығымтаға килә.
2001 йылда ҡала халҡын йөрөтөүҙә түбәндәге участкаларҙа тимер юлды файҙаланыу тураһында яңы тәҡдимдәр барлыҡҡа килгән: Дим — Өфө — Шаҡша, Дим — Өфө — Загородная, Дим — Өфө — Бензин. Шулай итеп, Төньяҡ (унда 70 мең кеше эшләй), Лихачевский (50 мең), Шаҡша (7 мең), Дим (5 мең) сәнәғәт райондарын йәлеп итеү планлаштырылған. Әммә бик етди сараларҙы атҡарғанда ғына быны тормошҡа ашырырға мөмкин булыр ине: ҡаланан транзит йөк ағымын сығарыу маҡсатында, Юрмаш станцияһы аша көньяҡтан ураған икенсе юлды төҙөү, ҡала яны һәм көньяҡ йүнәлешендә алыҫҡа йөрөүсе пассажир поездарын хеҙмәтләндереү өсөн, Өршәк станцияһының яңы вокзалын төҙөү, аэропортҡа тиклем электрлаштырылған тимер юл төҙөү, аэропорт эргәһендә һәм ҡалала ҡалаға сығыр һәм урам транспортына күсеп ултырыр өсөн яңы туҡталыш пункттары төҙөү, тимер юлдар өҫтөнән автомобиль магистралдәре өсөн бер нисә айырса күпер төҙөү, тимер юл вокзалын үҙгәртеп ҡороу һ. б.
2005 йылда аэропорт һәм ҡаланың көньяҡ райондарынан ҡала ситенә киткән тармаҡтары менән: төньяҡ (Загородный, 9 станция) һәм төньяҡ-көнсығыш (Шаҡша, 3 станция) бөтөн ҡала буйынса (17 станция) ҡала электропоезы юлы проектын («ер өҫтө метроһы») тормошҡа ашырыу ҡабул ителгән. Проектта түбәндәге вәғәҙә ителгән: "«Аэропорт» станцияһында ябыҡ ултыртыу платформаһы төҙөләсәк. Ҡала ситендә һәм үҙәгендә булған станциялар үҙгәртеп ҡороласаҡ һәм яңылар төҙөләсәк: «Балан» (Дим аръяғында, Әрмән урамы янындағы торлаҡ төҙөлөшө перспективалы районында), «Затон» (үҙәк районда Ағиҙел йылғаһы аша автоюл күпере янында, шул уҡ исемле торлаҡ районына), «Ағиҙел паркы» (Октябрь проспекты районында). Ҡала үҙәгендәге станциялар торлаҡ кварталдарға һәм урамдарға ҡарата һыубаҫар үҙәнлектә урынлашҡанлыҡтан, уларға ултыртыу платформаларынан вертикаль транспорттың үҙенсәлекле системаһы — эскалатор-травелаторҙар һәм вертикаль күтәргестәр (ҙур лифттар) ҡаралған. Мәҫәлән, «Уң Ағиҙел» станцияһында эскалаторҙа күтәрелеү оҙонлоғо 45 метр булғанлыҡтан, эскалатор оҙонлоғо 60 м, «Өфө вокзалы» станцияһында — 59 һәм 320 м; «Затон» станцияһында — 92 һәм 400 метр, «Ағиҙел паркы» станцияһында — 58 һәм 200 метр тәшкил итә. Ошо ғәҙәти булмаған архитектура-инженер ҡарарҙарға ярашлы, был заманса станция комплекстары ҡаланың иҫтәлекле урындарына әйләнәсәк. «Ер өҫтө метро»һында юл йөрөүгә түләү тәртибе һәм юл хаҡы башҡа ҡала транспортыныҡы кеүек буласаҡ. Ҡала поезының операторы «Баштранспригород» предприятиеһы ҡала поезының операторы буласаҡ.
2006 йылда "ер өҫтө метроһы"ның. техник-иҡтисади нигеҙләнеше раҫлана. Уны ҡороу буйынса әҙерлек һәм төп төҙөлөш эштәрен башлау 2008—2010 йылдарҙа башланырға тейеш ине. "Ер өҫтө метроһы"н тулыһынса ҡулланышҡа тапшырыуы 2015 йылға планлаштырыла ине.
2009 йылда Өфөлә «пассажирҙар тулҡыны булмауға бәйле» Загородный станцияһына саҡлы иң оҙон эске ҡала тармағы буйынса хәрәкәт туҡтатыла, шул уҡ сәбәп менән ҡалған төп юл буйынса электричкалар йөрөүе, көнөнә 4-5 парға ҡалдырылып, ҡыҫҡартыла (иң яҡшы ваҡыттарҙа 20-25 парға ҡарата).
2012 йылдың 21 сентябрендә ниәтләнгән «ер өҫтө метроһы» маршруты буйынса, Өфө станцияларынан Шаҡша станцияһына тиклем ҡала электричкаһы эшләй башланы (көнөнә 4 пар, билет хаҡы — 36 һум, балалар өсөн — 11 һум, юл ваҡыты — 33 минут)[1]. Тиҙҙән Өфө мэры Ирек Ялалов маршрутты Дим станцияһына тиклем[2] оҙайтыу планын һәм, машиналар парковкаһын да ҡушып, кешеләрҙе торлаҡтарына яҡынайтыу маҡсаты менән, яңыртылған 11 станция төҙөү планын иғлан итте.
Шул уҡ йылдың 25 ноябрендә, халыҡ йөрөмәй тигән сәбәп менән, ҡала электричкаһы туҡтатыла. Ике ай эсендә электричкала барыһы мең пассажир ғына йөрөгән[3].
2013 йылда Ирек Ялалов, ҡала электричкаһының яңы ун бер станцияһы төҙөлмәй тороп, ҡала электричкаһы ебәреләмәйәсәк, тип белдерә.
2014 йылдың 12 июненән иртән Димдән сығып, Өфө һәм Шаҡша аша Иглинға, һуңынан Иглиндан кире Димгә, был юлы Юрмаш һәм Чесноковка аша, Иглиндан кире Димгә «түңәрәк буйлап» йөрөй. Кисен электричка шул уҡ маршрут буйынса кире әйләнеп ҡайта. Маршрутты асыу тураһындағы ҡарар шул йүнәлештә дача участкалары булған пассажирҙар һорауы буйынса ҡабул ителә. электричкаһы йөрөй башлау менән ял көндәрендә генә 1 сентябрҙән электричка фәҡәт ял көндәре генә йөрөй башлай, ә 2014 йылдың октябренән бөтөнләй туҡтай.
«Толпар» транспорт проекты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте Өфө сиктәрендә электропоездарҙың көндәлек хәрәкәте буйынса яңы «Толпар» транспорт проектын тормошҡа ашырыуға тотона.
2015 йылдың 15 сентябренән Дим — Өфө — Шаҡша тимер юлы участкаһында ете электропоезд: Шаҡшанан Димгә иртән ике поезд һәм кисен ике поезд, Димдән Шаҡшаға иртән бер поезд һәм кисен ике поезд. Бөтә маршрут буйынса юл ваҡыты 40 минут самаһы тәшкил итә. Электропоезд Өфө вокзалынан Черниковкаға 20 минут барыу мөмкинлеге бирә, шул уҡ ваҡытта автобуста был сәфәр бер сәғәт самаһы ваҡытты биләй. Был юлда линияла дүрт вагондан торған электропоезд йөрөгән ЭД4М йәки ЭР2Т электропоездары йөрөй.
Юл алыҫлығына ҡарамай, юл хаҡы бер төрлө — 19 һум тәшкил йөрөй (ҡала электричкаһына билет). Шулай, «Дим» станцияһынан «Шаҡша» станцияһына тиклем 19 һум түләп барып етергә була, ә бына ҡала яны поезында шул уҡ алыҫлыҡҡа йөрөү хаҡы 60 һумға төшәсәк.
Билетты электричканың үҙендә йәки, кассир булған осраҡта, станцияла һатып алырға мөмкин. Өфө вокзалында платформаға сыҡҡан ерҙә йәки үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалында һатып алырға була. Ябай ҡала яны электропоездарының күпселеге Өфөнән йә булмаһа Өфөгә барғанлыҡтан, ҡала электричкаһы Өфө станцияһы буйлап күсеп ултырыуҙы көтөп тормай пересадка йөрөү мөмкинлеген бирә. Көн һайын «Толпар» 500 кешегә тиклем пассажирҙы хеҙмәтләндерә.
2015 йылдың 28 ноябренән ҡайһы бер поездар, «баҡсасылар һәм дачниктар йөрөмәй башлағанлыҡтан», фәҡәт ғәҙәти көндәрҙә генә йөрөй башлаған.[4].
2016 йылдың 15 февраленән ҡала электричкаһы ғәҙәти көндәрҙә генә йөрөй.
2016 йылдың 25 июленән өфө студенттары һәм уҡыусылары үтенесе буйынса, ҡала электричкаһы поездарында Wi-Fi барлыҡҡа килә.
2017 йылдың 13 февраленән Шаҡша — Дим 6217-се, 6219-сы электропоездары Воронки туҡталыш пунктында туҡтай.
2017 йылдың 1 ноябренән ғәҙәти көндәрҙә 6211-се һанлы электропоезд Ҡандра станцияһына, 6215-се электропоезд маршруттары Инйәргә саҡлы оҙайтыла.
Ҡала электричкалары расписаниеһы:
Шаҡша — Өфө
Станциялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала яны электропоездарынан айырмалы рәүештә, ҡала электричкаһы Һул Ағиҙел, Воронки, Уң Ҡариҙел (Өфө) станцияларында туҡталмай үтә
- «Дим» станцияһы
- «Һул Ағиҙел» (туҡтамай)
- «Уң Ағиҙел» туҡталышы
- «Өфө Вокзалы» станцияһы
- «Воронки» (туҡтамай, Шаҡшанан Димгә барыусы ике киске электропоездан тыш)
- «1629 км» туҡталышы
- «Парк» туҡталышы
- «Черниковка» станцияһы
- «Спорт» туҡталышы
- «Уң Өфө (Ҡариҙел)» (туҡтамай)
- «Шаҡша» туҡталышы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ БАШИНФОРМ — «Городская электричка»: через всю Уфу без пробок за полчаса
- ↑ БАШИНФОРМ — В администрации Уфы обсудили маршрут городской электрички «Дема — Шакша»
- ↑ БАШИНФОРМ — Из-за снижения пассажиропотока городская электричка в Уфе отменена
- ↑ Уфимские электрички «Толпар» переходят на новое расписание - Уфа - ГОРОБЗОР.РУ . GOROBZOR.RU. Дата обращения: 30 ғинуар 2016.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В Уфе электричка будет носить название сказочного коня 2016 йыл 4 март архивланған.
- До появления метрополитена отдушиной в транспортном обслуживании горожан может стать существующая железная дорога(недоступная ссылка)
- Городская электричка решит транспортную проблему в Уфе 2018 йыл 20 июнь архивланған.
- В Уфе городскую электричку планируют запустить в 2016 году(недоступная ссылка)