1202-се уҡсылар полкы
1202-се уҡсылар полкы | |
Ғәмәлдә булған йылдары |
август 1941 - 17 март 1942 |
---|---|
Ил | |
Составында | |
Тип | |
Командирҙары | |
- | |
1202-се уҡсылар полкы — Бөйөк Ватан һуғышында СССР 361-се уҡсылар дивизияһының хәрби часы.
Формалашыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР ГКО-һының 1941 йылдың 11 авгусындағы 459сс һанлы ҡарарын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡорт АССР-да (Волга буйы хәрби округы) 1941 йылдың сентябрь-октябрендә ойошторола[1]:
Башҡортостан хеҙмәтсәндәре, бөтә совет кешеләре кеүек, Ҡыҙыл Армия сафтарына ҙур илһөйәрлек күтәрелеш тойғолары менән килде. Призыв пункттарында, предприятиеларҙа, колхозда — бар ерҙә лә фронтҡа китеүселәрҙе оҙатыу Ватаныбыҙға һөйөү һәм тоғролоҡ демонстрацияһына әүрелде……Повестка көтөп тормай хәрби хеҙмәткә бурыслыларҙың күбеһе военкоматҡа фронтҡа ебәреү үтенесе менән килделәр.
…Йылы август көнө. Өфөнөң Киров районы призыв пункты.— :Василевский А.А.:21-я гвардейская китабы[2]
Госбанк Үрге Тәтешле бүлеге идарасыһы В. С. Ихсанов иҫләй:
1941 йылғы сентябрҙең беренсе көндәрендә беҙҙең Үрге Тәтешле ауылынан 14 кеше фронтҡа алынды. Минең етәкселегем аҫтында ошо төркөм Өфөгә 361-се уҡсылар дивизияһы составына юлланды. Беҙ тыуған ауылыбыҙҙан киткән 1941 йылдың 4 сентябрҙең ҡояшлы көнөн бер ҡасан да онотмам. Ауылдаштарым һәм күрше ауылдарҙа йәшәүселәр беҙҙе армияға оҙатыу митингына йыйылды.— [2]
.
Формалашыу ваҡытында хәрби һәм һан яғынан составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың сентябрь аҙағында часть шәхси состав менән комплектлана. Теүәл һаны аныҡланмаған, частың дислокация урындары — Өфө, Шишмә, Сәфәр, Булгаково, Нижегородка.
- 1202-се уҡсылар полкы — полк командиры подполковник П. П. Отбоев.
Юғары Башҡомандованиеһы Ставкаһының (СВГК) 1941 йылдың 11 ноябрендәге 004279-сы һанлы директиваһы буйынса 361-се уҡсылар дивизияһы составында 39-сы резерв армияһына индерелә Һәм Өфө ҡалаһы тирәһенән Ярославль өлкәһенең Пошехонье-Володарскиға яңы дислокация урынына күсеү тураһында бойороҡ ала[2].
1941 йылдың 8 ноябрендә Дим станцияһынан беренсе эшелон китә[2].
Эшелон артынан эшелон көнбайышҡа табан китә. Һуңғы тимер юлы эшелоны менән киткән Шишмә станцияһынан 1941 йылдың 11 ноябрендә китә[2].
Куйбышев,Рязань, Коломна, Козлов, Воскресенск ҡалаларын уҙып китәләр.
Хәрби эпизодтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 17 декабре төнөндә полк 361-се уҡсылар дивизияһы составында поход маршы менән ике тәүлек эсендә 80 км үтеп, Рыбинск районына барып сыға, артабан хәрби эшелондар составында 361-се уҡсылар дивизияһы составында Торжок ҡалаһынан көньяҡҡараҡ ташлана[2]
.
1941 йылдың 21 декабрендә полк 361-се уҡсылар дивизияһы составында, тимер юл эшелондарынан төшөп ҡалып, Торжоктан көньяҡҡараҡ, фронт һыҙығынан 40 км алыҫлыҡта, туплана[2].
1941 йылдың 23 декабренең көн үҙәгендә 361-се дивизияның командирын һәм комиссарын Песчанки ауылында урынлашҡан армия штабына саҡырталар[2]. Армия командующийы генерал-лейтенант И. И. Масленников 361-се дивизияның командирын һәм комиссарын Мәскәү тирәһендәге, Калинин фронтындағы дөйөм хәл менән таныштыра һәм дивизияға хәрби бурыс ҡуя[2].
361-се дивизияһының бурысы:
Дивизия 360-сы артиллерия полкының 1-се һәм 3-сө дивизиондары, 103-сө гвардия миномёт дивизионы һәм 143-сө танк батальоны менән көсәйтелә[2].
1941 йылдың 24 декабре иртәһендә дивизия командиры рекогносцировка үткәрҙе[2]
.
Рекогносцировкала частар командирҙары, ғәскәрҙәр һәм хеҙмәтләндереү ғәскәрҙәре начальниктары, ҡайһы бер штаб офицерҙары ҡатнашты. Дивизия командиры ҡарарына ярашлы төп удар Елизаветино, Павлушково йүнәлешендә яһала[2]
.
1202-се полкы 1204-се полк менән берлектә Елизаветино, Редькино, Копыряне терәк пункттарын алырға, артабан Глинки йүнәлешендә һөжүмде үҫтерергә тейеш була[2]
.
Торжок районынан 40 километрлыҡ марш эшләп, 361-се уҡсылар дивизияһы составындағы полк 1941 йылдың 25 декабрь иртәһендә һөжүм башлар өсөн күрһәтелгән позицияны биләй[2]
.
Һөжүм 1941 йылдың 26 декабренә тәғәйенләнгән була.
1941 йылдың 26 декабренең таңында, артиллерия әҙерлегенән һуң, 361-се уҡсылар дивизияһы полктары һөжүмгә күсәләр. Дошман бик ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә. Был көндә дошман оборонаһын ҡыйратыуға өлгәшеп булмай[2].
Пехотаның алғы хәрби сафтарына артиллерияның күпселек өлөшөн тура наводкаға ҡуйып, 1941 йылдың 27 декабренең иртәһендә 361-се уҡсылар дивизиялары һөжүмен яңырта, төп көсөн көслө терәк пункты Елизаветинола дошманды ҡыйратыуға туплай[2]. Артиллеристарҙың мәргән атыуынан бер-бер артлы дошман ут нөктәдәләре юҡҡа сыға. ға дошмандың ут нөктәһенән мәргән атыу менән бер-бер артлы умолкать. 1-я батарея 925-артиллерия полкының кесе лейтенант В. М, Савочкин етәкселегендәге 1-се батарея тура наводка менән өс дошман дзотын ҡыйрата[2].
1941 йылдың 27 декабре кисендә подполковник Д. В. Михайлов полктар алдында киләһе көнгә бурыс ҡуя: Павлушково, Грешнево йүнәлешендә һөжүм итеү өсөн һуғышҡа икенсе эшелонды — 1200 полкын индерергә[2].
1941 йылдың 28 декабрь көнө иртәнсәктән алып 361-се уҡсылар дивизияһы частары һөжүмен яңырта. Дошман дивизия частарының алға хәрәкәтен туҡтатыу өсөн 312-се пехота полкы ҡалдыҡтары, шулай уҡ 62-се моторлаштырылған полк һәм белофиндар батальоны подразделениелары менән ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә[2].
1202-се һәм 1204-се полктар шулай уҡ уңышлы эш итә. 1941 йылдың 28 декабрь көнө иртә менән улар гитлеровсыларҙы ҡамалған терәк пункттарында ҡыйрата башлайҙар[3].
1941 йылдың 30 декабрендә кискеһен разведка начальнигы 361-се уҡсылар дивизияһы командирына Павлушково — Степино шоссеһы буйлап көньяҡ йүнәлештә дошман автомобилдәр, ылауҙар, ғәскәрҙәрҙең хәрәкәт итеүе тураһында хәбәр итә. Был мәғлүмәттәрҙе ул дошман тылында эш иткән разведка төркөмдәренән ала. Подполковник Д. В. Михайлов дошмандың сигенгән частарын ҡыйратырға һәм уларҙы ике аралағы оборона рубежына тиклем сигенеүенә юл ҡуймаҫҡа ҡарар итә[2].
1942 йылдың 1 ғинуарында иртәнсәк 39-се армия штабы элемтә офицеры 361-се уҡсылар дивизияһы команда пунктына командарҙарға хәрби әмерҙе еткерә[2].
1942 йылдың 3 ғинуар көнө иртәндән, артиллерия әҙерлектән һуң, 1202-се полкы уң флангта һөжүмгә күсә[2].
1942 йылдың 3 ғинуар көнөнөң аҙағында 361-се уҡсылар дивизияһының частары Воскресенское, Зыбино рубежына сығалар[2]. 1942 йылдың 4 ғинуар көнө кисен 361-се уҡсылар дивизияһының командиры частар алдына бурыс ҡуя: 1200-се полкы Харламов районын алырға һәм, Бахмутово районында Ржев — Рига шоссе юлын ҡырҡып, Волгаға сығырға һәм тотҡарламайынса уны Соломиново районында аша үтергә, 1204-се полкы — Яңы Коростелево, Яңы Фильково йүнәлешендә һөжүм итергә, Волганы Ножкино районында аша сығырға һәм Кокошкино ауылын яулап алырға тейеш. 1202-се полк икенсе эшелонды тәшкил итә.
Ржев тирәһендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдың 8 ғинуарында контрһөжүмдән һуң оператив паузаһыҙ Ржев — Вязьма операцияһы башлана — Мәскәү аҫтындағы алыштың ослау периоды[4].
Бер үк ваҡытта Калинин фронтының 39-я армияһына 29-сы армия менән берлектә дошмандың Ржев төркөмөн уратып алып ҡыйратырға һәм 1942 йылдың 12 ғинуары көнө аҙағынаҡалана яулап алыу бурысы ҡуйыла[4].
361-се дивизияһына Лигостаево, Медведево, Захарово йүнәлешендә һөжүм итергә һәм 1942 йылдың 12 ғинуар көнө аҙағына 381-се дивизия менән берлектә Ржевтың көньяҡ-көнсығыш өлөшөн яулап алырға бойорола[4].
Уң яҡтан 183-сө дивизия, һул яҡтан — 381-се һөжүм итә[4].
Беренсе эшелонда 1202-се һәм 1204-се, икенсеһендә — 1200-се полк була[ЦАМО 1].[4].
1202-се полк — Якимово ауылын, ә 1204-се полк Аленино, Каменское ауылдарын яулап ала[4].
1942 йылдың 5 февралендә армия командующийы 361-се уҡсылар дивизияһы алдында торған бурысты аныҡлай[4].
Хәрби ҡаҙаныштары өсөн 1942 йылдың 17 мартындағы оборона халыҡ комиссарының 078-се һанлы бойороғона ярашлы 59-сы уҡсылар полкы итеп үҙгәртелә[4].
Командирҙар составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полк командиры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Подполковник П. П. Отбоев
Полк комиссары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полк штаб начальнигы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби һәм һан яғынан составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1202-се уҡсылар полкы — полк командиры подполковник П. П. Отбоев.
Юғалтыуҙар тураһында донесениеларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 26 декабренән алып 1942 йылдың 1 майына тиклем 21-се гвардия уҡсылар дивизияһының 59-сы уҡсылар полкы буйынса юғалтыуҙар исемлеге [1] 2016 йыл 4 март архивланған.[ссылка 1].
- 64-се гвардия уҡсылар полкы — 838 кеше — 83 −167 биттәр [2] 2016 йыл 4 март архивланған.[ссылка 2]
- 59-сы гвардия уҡсылар полкы — 824 кеше (1- 82 биттәр)
.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление № ГКО-459сс от 11.08.41. «О формировании стрелковых и кавалерийских дивизий». Москва, Кремль. (РГАСПИ, фонд 644, опись 1, д.6, лл.151-153.)
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 2,23 2,24 Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — Уфа: Китап, 1995. — 300 с. — 2 500 экз. — ISBN 5-295-01494-0.
- ↑ Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 24.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 36.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — Уфа: Китап, 1995. — 300 с. — 2 500 экз. — ISBN 5-295-01494-0.