13-сө лицей (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
13-сө лицей
Ростовская Екатерининская гимназия.JPG
Директор

Корхова Галина Васильевна

Адрес

Дондағы Ростов, Азатлыҡ майҙаны, 1

Сайт

www.school13.ru

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100032000объект № 6100032000

13-сө лицей — Дондағы ростовтың муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы. Мәктәп бинаһы 1892 йылда архитектор Н. Н. Дурбах проекты буйынса төҙөлә[1]. Тәүҙә унда Дондағы Нахичевань ҡалаһының Екатерина ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы урынлаша. Мәктәп бинаһы урындағы әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гимназия революцияға тиклемге открыткала

XIX быуат аҙағында Дондағы Нахичевандә ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһына нигеҙ һалына. Уның ҡаланы нигеҙләүсе батшабикә Екатерина II хөрмәтенә Екатерина гимназияһы тип атала[2]. Гимназия 1892 йылда архитектор Н. Н. Дурбах проекты буйынса төҙөлә[3]. Башта ул ике ҡатлы була[4].

Екатерина исемендәге ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы элиталы уҡыу йорто тип һанала. Унда Аллаһы Тәғәлә ҡанундары, француз , урыҫ телдәре, география, тарих, ҡул эштәре, рәсем уҡытыла. Тәүҙә гимназияла уҡыу ваҡыты 8 йыл тәшкил итә, 1910 йылдан 9 йыл була.

1921 йылда гимназияла С. Д. Марков исемендәге Беренсе совет хеҙмәт мәктәбе асыла. 1930 йылда бында Карл Маркс исемендәге мәктәп була. 19431944 йылдарҙа мәктәп бинаһында госпиталь, ә 1947 йылға тиклем хәрби учреждениелар урынлаша. Һуңынан бина ремонтлана һәм 1952 йылда 13-сө мәктәп асыла.

Архитектураһы һәм биҙәлеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өс ҡатлы кирбес бинаның ҡыйығы күп яҡлы. Фасадтары штукатурланған. Төп симметриялы фасадта өс ҙур ризалит сығып тора. Үҙәктә төп ишек урынлашҡан. Көнсығыш һәм көнбайыш фасадтар сығынты менән декорланған. Фасадтарҙың пилястралар, әүәләнгән һындар, геральдика, веноктар, картуш һәм медальондар менән биҙәлгән.

Бина ҡатмарлы конфигурацияға эйә. Уның үҙәк өлөшөндә төп баҫҡыс бар. Үҙәк оҙонса коридорҙың ике яғынан кластар һәм ярҙамсы биналар урынлашҡан. Тамаша залы — икенсе ҡатта.

Билдәле уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

19021903 йылдарҙа гимназияла яҙыусы М. С. Шагинян уҡый. 1986 йылда был хаҡта мәктәптең фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла: «1902-1903 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында Мариэтта Сергеевна Шагинян — яҙыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин, Дәүләт премиялары лауреаты (1888—1982 гг.) уҡый».

1904 йылда гимназияны Сабина Николаевна Шпильрейн (Шефтель) — Рәсәй һәм совет психоаналитигы, педагогы отличие менән тамамлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — Б. 24.
  2. К. Жукова Последний звонок: цветы и напутствия депутатов // Вечерний Ростов. — 2012. — № 109.
  3. Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 б. — ISBN 5-88616-027-2.
  4. История лицея. Официальный сайт лицея № 13. 24 август 2013 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Волошинова Л. Ф. Бульварная площадь — Ростов-на-Дону: Донской издательский дом, 2001. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87-688-202-X.