1905 йылғы революция көрәшселәре һәйкәле (Рига)
1905 йылғы революция көрәшселәре һәйкәле | |
Дәүләт | Латвия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Центральный район[d][1] һәм Рига |
В память о | Революция 1905—1907 годов в России[d] һәм Революция 1905 года в Латвии[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Cultural heritage monuments in Vecrīga, Riga[d] |
Мираҫ статусы | Q23931124?[1] |
Адрес | 11. novembra krastmala[1] |
Указания, как добраться | pie dzelzceļa tilta[1] |
1905 йылғы революция көрәшселәре һәйкәле (Рига) Викимилектә |
Ригала 1905 йылғы революция көрәшселәренә һәйкәл — монумент 1905 йыл революцияһы ваҡиғаларын арналған скульптура композицияһын тәшкил итә.
Даугава яры буйында, мөһим ҡала транспорты магистрале — 13 Ғинуар урамы менән киҫешкән ерҙә урынлашҡан (Рәсәй империяһының Лифляндия губернаһында 1905 йылғы Революция башланған көн).
Һәйкәл 1905 йылдың 13 ғинуарында Ригалағы демонстрацияға арналған һәм ике фигуралы композициянан ғибәрәт: йәш эшсе яраланған иптәшенең ҡулынан төшөп барған байраҡты күтәреп ала. Материалы — бронза һәм граниттан. Һәйкәл силуэты ҡала панорамаһында органик рәүештә урын ала.
Һәйкәл социалистик реализм традицияһында башҡарылған. 1960 йылда асыла һәм республика әһәмиәтендәге һынлы сәнғәт ҡомартҡыһы статусын ала.[2]
2010 йылдың авгусында һәйкәл реставрация эштәре өсөн алына. 2011 йылдың октябрендә реставрациянан һуң асыла.
'Авторҙары:'скульпторы — Альберт Адамович Терпиловский (1905 йылда Рига революцияһы ваҡиғаларында ҡатнашыусы революционерҙарға арналған Зиепниеккалнс зыяратындағы скульптура ансамбле авторы);архитекторы — Карлис Янович Плуксне (1951 йылдан алып 1959 йылға тиклем Латвия архитекторҙары союзы рәйесе, мәктәптәрҙең типовой проекттарын эшләүселәренең береһе).[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Архитектор Карлис Плуксне
- Парк 1905 года (Рига)
- Революция 1905—1907 годов в Риге
- Памятник борцам революции 1905 года (Иваново)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Latvijas Vēstnesis (латыш.) — Latvijas Vēstnesis, 1993.
- ↑ Энциклопедия «Рига». — Рига: Главная редакция энциклопедий. — 1989. — Стр. 534. — ISBN 5-89960-002-0.
- ↑ Enciklopēdija «Māksla un arhitektūra. Biogrāfijās». — Rīga: «Preses nams». — 2000. — ISBN 9984-00-361-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. Циелава. Искусство Латвии. — Л.: «Искусство» (Ленинградское отделение). — 1979.
- «Советская Латвия». — Рига, Главная редакция энциклопедий. — 1985. — Стр. 170.
- И. А. Страутманис, О. М. Бука, Я. А. Крастиньш, Г. К. Асарис. Архитектура Советской Латвии. — М.: Стройиздат. — 1987. — Стр. 149—150.
- Энциклопедия «Рига». — Рига: Главная редакция энциклопедий. — 1989. — Стр. 534. — ISBN 5-89960-002-0.
- Enciklopēdija «Māksla un arhitektūra. Biogrāfijās». — Rīga: «Preses nams». — 2000. — ISBN 9984-00-361-2.