59-сы гвардия уҡсылар полкы
59-сы гвардия уҡсылар полкы (59 гв. сп) | |
Наградалары: | |
---|---|
Ғәскәр: | |
Ғәскәр төрө: |
пехота |
Ойошторолған: |
1942 йылдың 17 марты |
Алдан килеүсе: | |
Хәрби юлы | |
59-сы гвардия уҡсылар полкы — Бөйөк Ватан һуғышында СССР 21-се гвардия уҡсылар дивизияһы хәрби часы.
Формалашыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Дәүләт оборона комитетының 1941 йылдың 11 авгусындағы 459сс һанлы ҡарарынБашҡорт АССР-да (Волга буйы хәрби округы) бойомға ашырыу сиктәрендә 1941 йылдың сентябрь-октябрендә ойошторола[1]:
Башҡортостан хеҙмәтсәндәре, бөтә совет кешеләре кеүек, Ҡыҙыл Армия сафтарына ҙур илһөйәрлек күтәрелеш тойғолары менән килде. Призыв пункттарында, предприятиеларҙа, колхозда — бар ерҙә лә фронтҡа китеүселәрҙе оҙатыу Ватаныбыҙға һөйөү һәм тоғролоҡ демонстрацияһына әүрелде……Повестка көтөп тормай хәрби хеҙмәткә бурыслыларҙың күбеһе военкоматҡа фронтҡа ебәреү үтенесе менән килделәр.
…Йылы август көнө. Өфөнөң Киров районы призыв пункты.— :Василевский А.А.:21-я гвардейская китабы[2]
Госбанк Үрге Тәтешле бүлеге идарасыһы В. С. Ихсанов иҫләй:
1941 йылғы сентябрҙең беренсе көндәрендә беҙҙең Үрге Тәтешле ауылынан 14 кеше фронтҡа алынды. Минең етәкселегем аҫтында ошо төркөм Өфөгә 361-се уҡсылар дивизияһы составына юлланды. Беҙ тыуған ауылыбыҙҙан киткән 1941 йылдың 4 сентябрҙең ҡояшлы көнөн бер ҡасан да онотмам. Ауылдаштарым һәм күрше ауылдарҙа йәшәүселәр беҙҙе армияға оҙатыу митингына йыйылды.— [2]
.
Ойоштороу ваҡытында хәрби һәм һан яғынан составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың сентябрь аҙағында часть шәхси состав менән комплектлана. Теүәл һаны аныҡланмаған, частың дислокация урындары — Өфө, Шишмә, Сәфәр, Булгаков, Нижегородка.
- 1200-се уҡсылар полкы — полк командиры майор Биненбойм А. В., полк комиссары — өлкән политрук Афиногенов П. И.
Дивизияның рядовой составы башлыса хеҙмәткә бурыслылар Башҡортостанда йәшәүселәр ине. Рабочий из Туймазынан эшсе Леонид Маринов 1200-се полктың пулеметчигы булып китә.
Кесе командирҙар составы шулай уҡ запастан саҡырылды…Стәрлетамаҡ МТС-ның элекке комбайнеры өлкән сержант Василий Чулин 1200-се полктың взвод командиры ярҙамсыһы…итеп тәғәйенләнә.— Василевский А.А.:21-я гвардейская китабы[2]
Юғары Башҡомандованиеһы Ставкаһының (СВГК) 1941 йылдың 11 ноябрендәге 004279-сы һанлы директиваһы буйынса 361-се уҡсылар дивизияһы составында 39-сы резерв армияһына индерелә Һәм Өфө ҡалаһы тирәһенән Ярославль өлкәһенең Пошехонье-Володарскиға яңы дислокация урынына күсеү тураһында бойороҡ ала.
Хәрби эпизодтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 17 декабре төнөндә полк 361-се уҡсылар дивизияһы составында поход маршы менән ике тәүлек эсендә 80 км үтеп, Рыбинск районына барып сыға, артабан хәрби эшелондар составында 361-се уҡсылар дивизияһы составында Торжок ҡалаһынан көньяҡҡараҡ ташлана[2]
.
Дошман авиацияһы Лихославль һәм Торжок станциялары араһында 1200-се полк эшелонына удар эшләргә маташа.
1941 йылдың 21 декабрендә полк 361-се уҡсылар дивизияһы составында, тимер юл эшелондарынан төшөп ҡалып, Торжоктан көньяҡҡараҡ, фронт һыҙығынан 40 км алыҫлыҫта, туплана[2].
Икенсе эшелонда булған 1200-се полкы дивизияның уң флангын тәьмин итергә һәм Павлушково, Храпыня йүнәлешендә уңышты үҫтереү буйынса әҙер булырға тейеш була.
143-сө танк батальоны 1204-се полкы подразделениеһы менән берлектә дошман оборонаһын йырып сығыу өсөн тәғәйенләнгән була. 1204-се полкының, Павлушково районына сығыу менән, алышҡа индерелгән 1200-се полк ҡарамағына күсеүе алдан ҡаралған була. Тәүге позициялары уға Дмитровское ауылынан көньяҡҡараҡ күрһәтелә, артиллерия әҙерлеге башланыу менән ул шул районды биләргә тейеш була.
Торжок районынан 40 километрлыҡ марш эшләп, 361-се уҡсылар дивизияһы составындағы полк 1941 йылдың 25 декабрь иртәһендә һөжүм башлар өсөн күрһәтелгән позицияны биләй[2].
1941 йылдың 27 декабрендә подполковник Д. В. Михайлов полктарға икенсе көнгә бурыс ҡуя: һөжүмде үҫтерер өсөн уңыш төҫмөрләнгән йүнәлештә — Павлушково, Грешнево — һуғышҡа икенсе эшелонды — 1200 полкты индерергә.
1941 йылдың 28 декабрь көнө иртәнсәктән алып 361-се уҡсылар дивизияһы частары һөжүмен яңырталар. Дошман дивизия частарының алға хәрәкәт итеүен туҡтатырға тырышып, 312-се пехота полкы ҡалдыҡтары, шулай уҡ 62-моторлаштырылған полк һәм белофиндар батальоны подразделениелары менән ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә[2].
361-се уҡсылар дивизияһының 1200-се полкы көньяҡҡа табан хәрәкәт итә һәм 1941 йылдың 29 декабренең иртәһенә Храпыня терәк пунктына барып етә һәм 206-се пехота дивизияһының һул фланглы 214 полк подразделениеларының ойошҡан уты менән туҡтатыла. Ошо уҡ ваҡытта Храпыняның төньяҡ-көнбайыш ситенә 355-се дивизияһының һул фланглы полкы подразделениелары сыға. Күршеһе менән берлектә полк дошманды Храпыня терәк пунктында, ә һуңынан Грешневола ҡыйрата[2].
1941 йылдың 30 декабрендә кискеһен разведка начальнигы 361-се уҡсылар дивизияһы командирына Павлушково — Степино шоссеһы буйлап көньяҡ йүнәлештә дошман автомобилдәр, ылауҙар, ғәскәрҙәрҙең хәрәкәт итеүе тураһында хәбәр итә. Был мәғлүмәттәрҙе ул дошман тылында эш иткән разведка төркөмдәренән ала. Подполковник Д. В. Михайлов дошмандың сигенгән частарын ҡыйратырға һәм уларҙы ике аралағы оборона рубежына тиклем сигенеүенә юл ҡуймаҫҡа ҡарар итә[2].
1942 йылдың 1 ғинуарында иртәнсәк 39-се армия штабы элемтә офицеры 361-се уҡсылар дивизияһы команда пунктына командарҙарға хәрби әмерҙе еткерә[2].
1942 йылдың 3 ғинуар көнө иртәндән, артиллерия әҙерлектән һуң, 1202-се полкы уң флангта һөжүмгә күсә[2].
1942 йылдың 3 ғинуар көнөнөң аҙағында 361-се уҡсылар дивизияһының частары Воскресенское, Зыбино рубежына сығалар[2].
1942 йылдың 4 ғинуар көнө кисен 361-се уҡсылар дивизияһының командиры частар алдына бурыс ҡуя: 1200-се полкы Харламов районын алырға һәм, Бахмутово районында Ржев — Рига шоссе юлын ҡырҡып, Волгаға сығырға һәм тотҡарламайынса уны Соломиново районында аша үтергә, 1204-се полкы — Яңы Коростелево, Яңы Фильково йүнәлешендә һөжүм итергә, Волганы Ножкино районында аша сығырға һәм Кокошкино ауылын яулап алырға тейеш. 1202 полк икенсе эшелонды тәшкил итә[2].
Ржев тирәһендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдың 8 ғинуарында контрһөжүмдән һуң оператив паузаһыҙ Ржев — Вязьма операцияһы башлана — Мәскәү аҫтындағы алыштың ослау периоды[3].
Калинин фронтының 39-я армияһына 29-сы армия менән берлектә дошмандың Ржев төркөмөн уратып алып ҡыйратырға һәм 1942 йылдың 12 ғинуары көнө аҙағынаҡалана яулап алыу бурысы ҡуйыла.
361-се дивизияһына Лигостаево, Медведево, Захарово йүнәлешендә һөжүм итергә һәм 1942 йылдың 12 ғинуар көнө аҙағына 381-се дивизия менән берлектә Ржевтың көньяҡ-көнсығыш өлөшөн яулап алырға бойорола.
Уң яҡтан 183-сө дивизия, һул яҡтан — 381-се һөжүм итә.
Беренсе эшелонда 1202-се һәм 1204-се полктар була, икенсеһендә — 1200-се[ЦАМО 1].
Хәрби ҡаҙаныштары өсөн 1942 йылдың 17 мартындағы оборона халыҡ комиссарының 078-се һанлы бойороғона ярашлы 59-сы уҡсылар полкы итеп үҙгәртелә.
Утлы ҡулсала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдың 2 июлендә фашистар Нарезки ауылын яулау маҡсатында дивизияның һул флангында һөжүмгә күсәләр, улар 59-сы уҡсылар полкын дивизияның төп көстәренән айырырға теләйҙәр. Дошмандың һөжүме йүнәлешендә 8-се уҡсылар ротаһы оборона тота. Ут әҙерлеге ваҡытында командир һәм рота политругы яраланалар[4].
Великолус операцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]59-сы уҡсылар полкында командованиены үҙ өҫтөнә подполковник Русс Петр Иванович ала[5]
Командирҙар составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полк командирҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- майор Биненбойм А. В.
- подполковник Русс Петр Иванович
Полк военкомы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- өлкән политрук Афиногенов П. И.
Батырлыҡ күрһәткән полк яугирҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буденков Михаил Иванович, гвардия өлкән сержанты.
- Петренко Степан Васильевич, гвардия өлкән сержанты.
Юғалтыуҙар тураһында донесениеларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 26 декабренән алып 1942 йылдың 1 майына тиклем 21-се гвардия уҡсылар дивизияһының 59-сы уҡсылар полкы буйынса юғалтыуҙар исемлеге [1] 2016 йыл 4 март архивланған.[ссылка 1]
Шәхси состав юғалтыуҙар Үҙәк бюроһына ебәрелгән 21-се гвардия уҡсылар дивизияһының кире ҡайтарылмай торған юғалтыуҙар исемлегенә ярашлы: [2] 2016 йыл 4 март архивланған.[ссылка 2]
- 59-сыгвардия уҡсылар полкы— 824 кеше (1- 82 биттәр)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление № ГКО-459сс от 11.08.41. «О формировании стрелковых и кавалерийских дивизий». Москва, Кремль. (РГАСПИ, фонд 644, опись 1, д.6, лл.151-153.)
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — Уфа: Китап, 1995. — 300 с. — 2 500 экз. — ISBN 5-295-01494-0. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «21gsd» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 36.
- ↑ Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 55.
- ↑ Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 59.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василевский А. А. 21-я гвардейская. — Уфа: Китап, 1995. — 300 с. — 2 500 экз. — ISBN 5-295-01494-0.