Фунафути
Фунафути | |
---|---|
ингл. Funafuti | |
Характеристикалар | |
Утрауҙар һаны | 30 |
Иң эре уртау | Фонгафале |
Майҙаны | 2,79 км² |
Халҡы | 5070 чел. (2010) |
Халыҡ тығыҙлығы | 1817,2 кеше/км² |
Урынлашыуы | |
8°31′ ю. ш. 179°13′ в. д.HGЯO | |
Акватория | Тымыҡ океан |
Ил | |
Фунафути Викимилектә |
Фунафу́ти[1] (ингл. Funafuti) — Тымыҡ океанда Тувалу бәләкәй утрауҙағы дәүләттең атолл-баш ҡалаһы.
Географияһы
Майҙаны — 2,79 км²[2]. Атолл составына 30 утрау инә[3]. Иң ҙуры — Фонгафале (ингл. Fongafale), унан һуң ҙурлығы буйынса икенсе утрау — Фунафала.
|
|
|
Халҡы
Атолл халҡы — 5070 кеше (2010), был илдә иң күп халыҡ йәшәгән атолл. Был утрауҙа дүрт ҡасаба бар, уларҙың береһендә (Ваиаку) хөкүмәт урынлашҡан. Ҡайһы берҙә Тувалуның баш ҡалаһы Фонгафале йәки Ваиаку тип әйтәләр, әммә рәсми рәүештә илдең баш ҡалаһы атамаһы — Фунафути атоллы. Фонгафале, Фунафала һәм Аматуку утрауҙарында халыҡ даими йәшәй.
Фонгафале
- Факаифу — 1007 кеше.
- Сенала — 589 кеше.
- Алапи — 1024 кеше.
- Ваиаку — 516 кеше.
- Лофеагаи — 399 кеше.
- Теоне — 540 кеше.
- Текаватоэтоэ — 343 кеше.
Фунафала
- Фунафала — 21 кеше.
Аматуку
- Аматуку — 52 кеше.
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса был 9 тораҡ пунктта 4492 кеше йәшәй.
Иҡтисады
Аэропорт, ҡунаҡхана (Vaiaku Langi Hotel), административ биналар, традицион стилдә пальма япраҡтарынан, хәҙерге заман цементтан төҙөлгән торлаҡ йорттар бар.
Фунафути атоллы майҙанының күпселек өлөшөн аэропорттың осоу-ултырыу һыҙаты биләй. Әммә самолеттар бында аҙнаһына ике тапҡыр ғына килгәнлектән, аэропорт буш булғанда, полоса регби уйыны майҙансығына әйләнә, ә аҙнаһына бер тапҡыр иртән уны баҙар сифатында ҡулланалар[4].
Иҫтәлекле урындары
Фунафути атоллында иң әһәмиәтле иҫтәлекле урын — Тувалу сиркәүе. Икенсе иҫтәлекле урын — Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Фунафутиҙа һәләкәткә осраған АҠШ самолеты ҡалдыҡтары. Был ваҡытта самолеттарҙың осоу-ултырыу һыҙаты АҠШ хәрби-һауа көстәре тарафынан Гилберт утрауҙарын (хәҙерге Кирибати) һаҡлау өсөн файҙаланыла. АҠШ 1970-се йылдар аҙағында дуҫлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғанға тиклем Фунафутиға дәғүә иткән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд. перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 398. — 459 с.
- ↑ Islands of Tuvalu . Дата обращения: 24 июль 2013. Архивировано 27 июль 2013 года.
- ↑ Funafuti . Дата обращения: 24 июль 2013. Архивировано 30 июль 2017 года.
- ↑ Океания: столицы и лица . Дата обращения: 22 июнь 2022. Архивировано 31 июль 2022 года.
Һылтанмалар
- История острова (инг.)
- Информация на сайте Oceandots.com (инг.)
- Информация на сайте Jane Resture 2012 йыл 3 июнь архивланған. (инг.)