Нукуалофа
Ҡала | |
Нукуалофа Ҡалып:Lang-ton | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Климат тибы |
тропик |
Рәсми теле | |
Халҡы |
24 310 кеше (2010) |
Милли состав |
тонга — 96 % |
Конфессиональ составы |
мормондар (күпселек) |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 676 |
Һанлы танытмалар | |
Нукуало́фа[1] (Ҡалып:Lang-ton) — Тонга короллегенең баш ҡалаһы. Халҡы — 24 310 кеше[2] (2010). Тонгатапу утрауында урынлашҡан. Нукуалофала диңгеҙ порты урынлашҡан.
Тәбиғәт шарттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нукуалофа Тонга архипелагының иң ҙур мәрйен утрауында — Тонгатапу утрауында урынлашҡан. Тропик океан климаты хас. Һауа температураһы йыл дауамында +20-нән +26 °C-ҡа тиклем тирбәлә. Ямғырҙар миҙгеле декабрҙән апрелгә тиклем дауам итә. Яуым-төшөм 1500 мм самаһы. Тропик урмандар, ҡыуаҡлыҡтар һәм пальмалар үҫә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 29,4 | 29,9 | 29,6 | 28,5 | 26,8 | 25,8 | 24,9 | 24,8 | 25,3 | 26,4 | 27,6 | 28,7 | 27,3 |
Уртаса минимум, °C | 23,4 | 23,7 | 23,6 | 22,1 | 20,3 | 19,5 | 18,1 | 18,2 | 18,6 | 19,7 | 21,1 | 22,5 | 20,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 174 | 210 | 206 | 165 | 111 | 95 | 95 | 117 | 122 | 128 | 123 | 175 | 1721 |
Сығанаҡ: http://www.met.gov.to/index_files/nukualofa.pdf |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала халҡының һаны — 24 310 кеше (2010). Ҡалала башлыса тонгалар йәшәй (96 %). Ике рәсми тел — тонга һәм инглиз телдәре. Диндарҙар — башлыса мормондар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европаларҙан беренсе булып Тонгатапу утрауына 1643 йылда Голландия диңгеҙсеһе Абель Тасман төшә. 1773 һәм 1777 йылдарҙа Нукуалофа территорияһына инглиз капитаны Джеймс Кук килә. Яҡынса XIX быуат уртаһында Тонга утрау төркөмдәре король хакимлығы аҫтында берләштерелә, ул 1900 йылда Бөйөк Британия менән короллек өҫтөнән протекторат булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. 1970 йылда протекторат бөтөрөлгәс, ил бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан ителә, Һәм Нукуалофа Тонганың баш ҡалаһы статусын ала.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тонганың баш ҡалаһының төп иҫтәлекле урыны булып 1867 йылда төҙөлгән король һарайы тора. Ҡала тирәһендә Океанияның боронғо цивилизацияларының оборона ҡоролмалары емереклектәре һәм боронғо тонга аристократтарының кәшәнәләре һаҡланған. Ҡалала бихисап пляждар бар. Ҡала эсендә үҫкән орхидеяларҙың күп төрҙәре менән билдәле.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд. перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 258. — 459 с.
- ↑ Tonga: largest cities and towns and statistics of their population World Gazetteer (инг.) (нем.) (фр.) (исп.)