Паликир
Ҡала | |
Паликир ингл. Palikir | |
Ил | |
---|---|
Штат | |
Координаталар | |
Климат тибы |
экваториаль |
Рәсми теле | |
Халҡы |
6647 человек (2010) |
Палики́р (ингл. Palikir) — Микронезия Федератив Штаттарының баш ҡалаһы. Понпеи штатында урынлашҡан. Тымыҡ океандың көнбайыш өлөшөндә, мәрйен рифтары менән уратып алынған вулкан сығышлы Понпеи утрауында урынлашҡан. 5000-дән саҡ ҡына кәмерәк халҡы булған ҡала Сокеш муниципалитетының бер өлөшө булып тора, унда 2010 йылда 6 647 кеше йәшәгән, ә ил халҡының дөйөм һаны 106 487 кеше тәшкил иткән. Понпеи утрауының төньяҡ-көнбайыш яғында урынлашҡан (утрауҙың халыҡ һаны — 34 789 кеше). Төньяҡ-көнсығышҡа табан утрауҙың иң ҙур торағы, яр буйы ҡалаһы Колониа урынлашҡан.
Тәбиғәт шарттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тайфун миҙгеле августтан декабргә тиклем дауам итә. Мәңге йәшел тропик урмандар, кокос пальмалары, панданустар һәм яр буйы мангр ҡыуаҡлыҡтары үҫә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паликир халҡының һаны — 6647 кеше[1] (2010). Ҡалала башлыса микронезийҙар йәшәй. Рәсми тел — инглиз теле, әммә урындағы халыҡ чуук, понапе, косяэ, яп һәм башҡа телдәрҙә һөйләшә. Диндарҙарҙың күпселеге христиандар: протестанттар (47 %) һәм католиктар (50 %).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII—XIX быуаттарҙа Микронезия дәүләте территорияһына Испания хужа була, ул 1898 Йылда Мариан һәм Каролина утрауҙарын Германияға һатҡан[2]. 1914 Йылда Микронезия (шул иҫәптән Паликир) Япония ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана[3], ә утрауҙарҙы американдар баҫып алғандан һуң АҠШ идаралығы аҫтында була[4]. 1962 йылға тиклем биләмәнең административ үҙәге Гуам утрауында була[5]. 1986 йылда АҠШ опекаһы туҡтатыла, ил үҙидара мандатын ала. Паликир 1989 йылда Микронезия Федератив Штаттарының баш ҡалаһы статусын ала, быға тиклем илдең төп ҡалаһы Колониа булған.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паликир халҡының традицион мәҙәниәте — дөйөм микронезия мәҙәниәте. Микронезияның баш ҡалаһы тирәһендә әле лә стенаһыҙ бағана конструкциялы йорттарҙы күрергә мөмкин, уларҙың функцияларын ергә тиклем барып еткән һәм пальма япраҡтары йәки келәмдәр менән ҡапланған ике яҡлы ҡыйыҡтар башҡара. Әммә сит илдәр хакимлығы осоронда микронезийҙарҙың мәҙәниәте байтаҡ үҙгәрештәр кисерә. Һуңғы тиҫтә йылда Паликир властары урта һөнәри белем биреүгә ҙур иғтибар бирә. Дөйөм белем биреү мәктәптәренән тыш, баш ҡалала Микронезия колледжы бар (1972 йылда асылған). Утрау бюджетының ярайһы уҡ мөһим килем өлөшө булып туристик бизнес тора, мангр ҡыуаҡлыҡтары үҫкән ҡала пляждарында дайвинг, сноркелинг һәм серфинг өсөн бик яҡшы шарттар бар. Паликирҙан 8 километр алыҫлыҡта Колониа ҡалаһы урынлашҡан, унда халыҡ-ара аэропорт һәм күп ҡунаҡханалар һәм ресторандар бар.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паликир Кеппен климаты классификацияһы буйынса дымлы урмандарҙың тропик климатына эйә. Бындай климатлы күп райондарҙа кеүек, Паликирҙа йыл дауамында температурала бик аҙ айырма күҙәтелә, йыл дауамында көнөнә уртаса +27 °C тирәһе. Әммә йыл дауамында ҡалала яуым-төшөм күп була — йылына уртаса 3403 миллиметр.
Паликир климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 27,5 | 27,4 | 27,5 | 27,6 | 27,7 | 27,7 | 27,5 | 27,5 | 27,6 | 27,7 | 27,7 | 27,7 | 27,6 |
Уртаса температура, °C | 26,5 | 26,4 | 26,4 | 26,5 | 26,6 | 26,5 | 26,3 | 26,3 | 26,4 | 26,5 | 26,6 | 26,6 | 26,5 |
Уртаса минимум, °C | 25,6 | 25,5 | 25,5 | 25,5 | 25,6 | 25,4 | 25,2 | 25,2 | 25,3 | 25,3 | 25,5 | 25,6 | 25,4 |
Среднее число солнечных часов в день | 8,0 | 8,2 | 8,4 | 8,5 | 8,3 | 8,5 | 8,3 | 8,5 | 8,2 | 8,0 | 7,8 | 8,1 | 8,2 |
Среднее число дней с осадками | 17 | 14 | 17 | 18 | 20 | 20 | 21 | 20 | 19 | 20 | 19 | 19 | 224 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 233 | 193 | 238 | 272 | 327 | 318 | 332 | 303 | 286 | 314 | 301 | 286 | 3403 |
Средняя влажность, % | 81 | 81 | 82 | 83 | 84 | 84 | 84 | 83 | 83 | 83 | 84 | 83 | 82,9 |
Сығанаҡ: climate-data.org[6] |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Перепись населения (Citypopulation-2010) . Дата обращения: 1 май 2014. Архивировано 15 сентябрь 2020 года.
- ↑ Малаховский, 1977, с. 64
- ↑ Малаховский, 1977, с. 54—55
- ↑ Малаховский, 1977, с. 55
- ↑ Кузнецов, 1987, с. 26
- ↑ Palikir Climate . Дата обращения: 20 июнь 2021. Архивировано 4 июнь 2021 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузнецов А. А. Микронезия-последняя подопечная территория. — М.: Знание, 1987. — 64 с. — (Новое в жизни, науке, технике. Сер. «У политической карты мира»; № 5).
- Малаховский К. В. Последняя подопечная: (История Микронезии). — М.: Наука, 1977. — 144, [4] с. — (Страны и народы). — 33 500 экз.