Эстәлеккә күсергә

All Eyes on Rafah

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
2024 йылдың майында Инстаграмда киң таралған яһалма интеллект менән эшләнгән "Рафахҡа бөтә иғтибар" һүрәте.

"All Eyes on Rafah"Фәләстин-Израиль һуғышы һәм Рәфәхкә һөжүм ваҡытында ҡулланылған Фәләстин яҡлы сәйәси лозунг, башлыса социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыла. Инглиз теленән тәржемә иткәндә, "Бөтә күҙҙәр Рәфәхкә", "Бөтә иғтибарҙы Рафахҡа йүнәлтәйек".[1][2]

Был фраза Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Ғәззә һәм Көнбайыш яр буйынса вәкиле Ричард "Рик" Пиперкорндың[3] 2024 йылдың февралендә БМО журналистарға биргән комментарийынан килеп сыға: "Бөтә күҙҙәр Рәфәхкә төбәлгән".[4] Пиперкорн тапшырыуынан был өҙөк май башында Рафаға һөжүм башланғандан һуң тарала башлай, һәм шул уҡ айҙа лозунгтың яһалма интеллект менән эшләнгән һүрәте Instagram-та тарала.[4]

#alleyesonrafah хэштегы TikTok-та миллионлаған тапҡыр ҡаралған видеола күрһәтелгән һәм халыҡ-ара протестар ваҡытында. ҡулланылған.[4]

"All eyes on Rafah" һәм "Ceasefire now" яҙыуҙары Хельсинки ҡалаһындағы протестта, 2024 йылдың феврале.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ни өсөн Израилдең Ғәззәгә һөжүмен көсәйтеүе менән "Бөтә күҙҙәр Рәфәх ҡалаһына" тренд булып тора. (инг.)
  2. "Олл Айз он Рафах" яһалма интеллект һүрәте социаль селтәрҙә популяр була – Әл Джәзирә (инг.)
  3. "All Eyes on Rafah һүрәте нимә ул һәм уның артында кем тора?" - Принсли Джейн. www.thejc.com
  4. 4,0 4,1 4,2 "Бөтә иғтибарын Рафахҡа: 47 миллион кеше тарафынан таратылған пост" www.bbc.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 май 2024.