BTS

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
BTS
BTS
логотип
фото
BTS на пресс-конференции Map of the Soul: Persona, апрель 2019 года. Слева направо: Ви, Сюга, Чин, Джонгук, RM, Чимин и Джей-Хоуп
Коллектив тураһында мәғлүмәт
Жанр
Йылдар

2013 – настоящее время

Башҡа исемдәре
  • Bangtan Boys
  • Bulletproof Boy Scouts
  • Beyond The Scene
  • Bangtan Sonyeondan
Лейбл
Состав

Чин
Сюга
Джей-Хоуп
RM
Чимин
Ви
Джонгук

Официальный сайт

BTS (кор. 방탄소년단 Пантхан сонендан, ҡыт. 防彈少年團 Фандань шаоняньтуань, япон. 防弾少年団; Бодан сенэндан шулай уҡ Bangtan Boys йәки Beyond The Scene) булараҡ билдәле — Көньяҡ Корея бойбенды, 2013 йылда Big Hit Entertainment компанияһы тарафынан төҙөлә. Коллектив ете ҡатнаштыусынан тора: RM (рэп-монстр) — төркөм етәксеһе, Чин, Сюги, Джей-Хоуп, Чимин, Ви һәм Джонгук[1]. 2017 йылдың июлендә рәсми рәүештә логотип һәм атаманы инглиз теленә үҙгәртә, һөҙөмтәлә улар Beyond The Scene булып китәләр.

BTS, 2018 йылдың ғинуарына тиклем карьераһында иң уңышлыһы тип һаналған Wings студияһының икенсе альбомы сыҡҡандан һуң, бөтә донъяға танылыу ала (һатыу рекордын 2017 йылдың сентябрендә сыҡҡан Love Yout: Yer мини-альбомы уҙа)[2]. Ул төркөмгә Mnet Asian Music Awards абруйлы премияларында «Йыл артисы» номинацияһында еңеүгә өлгәшергә мөмкинлек бирә[3]. 2017 йылда BTS донъя музыка сәхнәһендә Кореяның алдынғы төркөмдәренең береһе була: улар Billboard Music Awards премияһының «Иң яҡшы социаль медиа артисы» номинацияһында еңә, уларҙың «Love Youth Youth: Her» мини-альбомы АҠШ-тың Billboard 200 альбомдар теҙмәһендә 7-се урынға сыға, был был чартҡа ингән корея артистары араһында иң юғары һөҙөмтә була[4]. «DNA» һәм «MIC Drop» синглдары RIAA тарафынан алтын сертификацияға лайыҡ була, был BTS-ты тарихта бындай сертификацияға эйә булған беренсе корея артисы итә. Күп һанлы рекордтар төркөмгә икенсе йыл рәттән Mnet Asian Music Awards[5] премияһының «Йыл артисы» номинацияһында еңеү мөмкинлеген бирә. Тәүге тапҡыр сығыш яһағандан алып BTS бөтә донъяла 5 миллиондан ашыу яҙмаһын һата[6]. 2020 йылдың апрелендә улар Көньяҡ Корея тарихында иң популяр артистар булып китә[7].

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010—2014 йылдар: Формалаштырыу,2 Skool 4 Cool һәм O!RUL8,2? менән дебют[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе ҡатнашыусылар төркөмгә 2010 һәм 2011 йылдарҙа Big Hit тыңлау юлы менән йыйыла. Тәүге состав 2012 йылда тулыһынса булдырылғанға тиклем бер нисә үҙгәреш кисерә. Дебютҡа ярты йыл ҡалғас, ҡатнашыусылар көйәрмәндәр менән бәйләнеш булдыра һәм Twitter-ҙа үҙ исемен нығыта башлай, шулай уҡ YouTube һәм SoundCloud-та каверҙар һала башлай[8].

2013 йылдағы дебютына тиклем RM андерграунд рэперы сифатында сығыш яһай һәм рәсми булмаған рәүештә бер нисә трек сығара, шул иҫәпкә Zico[9] менән коллаборация инә. Джин тыңлауҙар алдынан Конкук университетында актер оҫталығы талибы була,  Сюга шулай уҡ Тэгула андерграунд рэпер була[10]. «NEURON» урам бейеү командаһы ағзаһы булған Джей-Хоуп андерграунд бейеү сәхнәһендә әүҙем сығыш яһай, төрлө алыштарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнаша[11]. Чимин Busan High School of Arts-тың  хәҙерге заман бейеүҙәрендә төп студенты  була, әммә һуңғараҡ Тэгула тыңланған Ви менән бергә Корея сәнғәт урта мәктәбенә күсерелә[12]. Джонгук Superstar K шоуынан киткәндән һуң, күп кенә агентлыҡтар өсөн тыңлау үтә, һәм ахыр сиктә Big Hit-ҙы һайлай[13].

BTS Инчхон музыкаль үҙәгендә сығыш яһай, сентябрь, 2013 йыл

Төркөмдөң «Мәктәп трилогияһынан» беренсе альбомы, уларҙың карьераһында беренсе альбом кеүек, 2 Cool 4 Scoo исемен ала һәм 2013 йылдың 13 июнендә «No More Dream» лид-синглы менән бергә сығарыла[14][15]. Уларҙың тәүге альбомы төрлө Melon Music Awards һәм Disk Golden Awards, шулай уҡ 2014 йылда Seoul Music Awards һымаҡ премияларҙа «Иң яҡшы яңы артист» номинацияһында еңеү яуларға мөмкинлек бирә. 11 сентябрҙә төркөм ун йырҙан торған O!RUL8,2?, мини-альбом сығара

Улар шулай уҡ SBS MTV каналында «Rookie King Channel Bangtan» тип аталған үҙ шоуын башлайҙар. «Channel Bangtan» ялған яңылыҡтар каналына нигеҙләнә, уның аша ҡатнашыусылар билдәле шоуҙарҙы, шул иҫәптән VJ Special Forses һәм MasterChef Korea-ны пародиялай. Һигеҙенсе эпизодтың премьераһы 3 сентябрҙә була.

9 декабрҙә, Японияла промоушен ваҡытында, Сюгила аппендицит табыла. Уға Кореяға операция яһарға китергә тура килә, һәм йыл аҙағында Idol Star Athletics Championships 2014, SBS Gayo Daejeon и MBC Gayo Daejejeon сығыштарында көс һынаша алмай[16][17].

BTS Сеул музыкаль премияларында, 2014 йылдың ғинуары

Уларҙың "мәктәп трилогияһы"ның өсөнсө өлөшө, Skool Luv Affair тигән икенсе мини-альбомы 2014 йылдың 12 февралендә сыға[18]. Шулай уҡ төркөм «Boy in Luv (상남자)» трегы һәм 11 февралдә уны яҡлап музыкаль видеояҙма сығара[19]. Альбом Биллбордтың World Albums Chart чартында 3-се урында була. 6 апрелдә төркөм «Just One Day» (하루만)» йыры һәм уның өсөн музыкаль видеояҙма менән ҡайта[20].

7 мартта Big Hit BTS-тың японса булған йырҙарҙың торған тәүге япон альбомын сығарасағы тураһында белдерә[21]. 2 Cool 4 Skool альбомы 23 апрелдә сыға; уны хуплаған тәүге сингл булып «No More Dream» япон версияһы тора[22].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В именах Чина и Сюги встречаются варианты написания Джин и Шуга, но они не соответствуют системе Концевича
  2. BTS Sweeps 97 Charts on iTunes with ′Wings′ (2016-10-11). 5 апрель 2018 тикшерелгән.
  3. Bangtan Boys wins best artist award in MAMA 2016 (2016-12-03). 5 апрель 2018 тикшерелгән.
  4. BTS Score Top 10 Debut on Billboard 200 With 'Love Yourself: Her' Album (2017-09-24). 5 апрель 2018 тикшерелгән.
  5. BTS wins Artist of the Year at MAMA for second year (2017-12-02). 5 апрель 2018 тикшерелгән.
  6. Gaon Chart. 5 апрель 2018 тикшерелгән.
  7. BTS becomes best-selling artist in K-pop history. KBS News (April 13, 2020). 13 ғинуар 2021 тикшерелгән.
  8. Click to View Profiles.
  9. [INTERVIEW 130722 - Cuvism Magazine] (July 22, 2013). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  10. B Free's frank comments toward BTS revealed through fancam (November 23, 2013). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  11. J-Hope Profile (January 18, 2014). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  12. BTS Jimin Entered Busan Arts High School as Top, Major in Modern Dance (December 24, 2015). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  13. [★TRENDING The idol that was scouted by 8 different entertainment companies] (July 16, 2015). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  14. [Video BTS Asks about Your Dreams in ‘No More Dream’ MV] (June 12, 2013). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  15. New boy group Bulletproof Boy Scouts to hold a debut showcase on June 12 (June 13, 2013). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  16. BTS's Suga is recovering from an emergency appendectomy (December 9, 2013). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  17. BTS’ Suga Reveals Details About His Emergency Surgery Experience (June 23, 2015). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  18. BTS Releases 'Skool Luv Affair' Album Preview Video Online (February 7, 2014). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  19. [MV BTS(방탄소년단) _ Boy In Luv(상남자)] (February 11, 2014). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  20. [Video BTS Wishes for ‘Just One Day’ with You in New MV] (April 7, 2014). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  21. BTS to make their Japanese debut this June (March 6, 2014). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.
  22. W Korea pre-releases photos from BTS photoshoot (November 6, 2014). 20 ноябрь 2016 тикшерелгән.