Ceres

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ceres
Тип

коммерциялы булмаған ойошма

Нигеҙләү йылы

1989

Нигеҙләүселәр

Джоан Бавария

Урыны

Бостон, Массачусетс, АҠШ

Эшмәкәрлек өлкәһе

тирә-яҡтың тотороҡлоғо, юридик уңайлыҡтар

Слоган

Mobilizing investor and business leadership to build a thriving, sustainable global economy

Веб-сайт

ceres.org

Ceres (Церера) — Бостон ҡалаһында урынлашҡан коммерциялы булмаған хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы. 1989 йылда Джоан Бавария был ойошмаға нигеҙ һала. Ойошманың төп маҡсаты — сәскә атҡан һәм экологик яҡтан тотороҡло донъя экономикаһын булдырыр өсөн инвесторҙарҙың һәм эшсе берләшмәләрҙең мобилизацияһы. «Ceres» ойошмаһының эшселәре эш мөнәсәбәттәренең экологик практикаһын ҡабул итеүҙәрен тиҙәйтеү өсөн тарҡау һәм ҡыҙыҡһынған яҡтарҙы (тирә-яҡты һаҡлау өлкәһендәге инвесторҙар, компаниялар һәм йәмәғәт төркөмдәре) берләштереү, яңынан эшкәртелә торған энергия сфераһында программаларҙы алға этәрә, климаттың үҙгәреүе һәм глобаль йылытыу тураһында отчёттар эшләй[1][2].

Шулай уҡ «Ceres» углерод сығарып ташлауҙы кәметер һәм экологик таҙа энергетиканы ҙурайтыр өсөн компанияларға, сәнәғәт тармаҡтарына һәм регуляторҙарға баҫым яһай. 1997 йылда Ceres компанияһы эшләгән «Global Reporting Initiative» (GRI) программаһы компанияларға социаль һәм экологик йоғонто яһауҙа халыҡ-ара корпоратив стандарт була. Бизнестың климаттың үҙгәреүенә йоғонто яһай тигән мәғлүмәттең таралыуы арҡаһында Ceres климатик ҡыйыулыҡтар компанияның билдәһенең айырып алғыһыҙ өлөшө булырға тейеш икәнәне өлгәшә[3][4][5][6][7].

2006 йылда Ceres социаль эшҡыуарлыҡ өсөн Сколл фондынан премия ала. 2007 йылда «Directorship» журналы «Ceres» ойошмаһын корпоратив етәкләүҙә 100 иң йоғонто яһай торған уйынсылар исменә керетә. 2008 йылда «Fast Company» журналынан «Social Capitalist Awards» наградаһын ала[8]. -->

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1989 йылда был ойошма барлыҡҡа килә, шул саҡ «Trillium Asset Management» финанс компанияһының президенты Джоан Бавария корпоратив эколог ысулдарын үҙгәртеү маҡсаты менән алда барған тирә-яҡтың һаҡсылары менән килешеү төҙөйҙәр. Ул ойшманы Coalition for Environmentally Responsible Economies йәки Ceres (Церера исемле уңыш һәм уңдырышлыҡ әлиһәһенә бағышлай). Эксон Валдез танкерындағы нефть түгелеү катострофаһынан һуң Ceres «Вальдез принциптарын» эшләп сығара (аҙаҡтан ул "Ceres принциптары"на үҙгәртелә) — корпоратив экологик тәртиптең 10 пунктынан торған кодекс.

1993 йылда, оҙаҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң, «Sunoco» америка нефть корпорацияһы — «Fortune 500» исемлегенән булған «Ceres принциптары» буйынса эшләгән тәүге компнаия була. Шунан һуң унлап корпорациялар «Ceres принциптарын» ҡабул итәләр, улар араһында «Fortune 500» исемлегендә булған ундан артыҡ компания бар, улар Ceres кодексына эквивалент булған үҙ экологик принциптарын эшләп сығаралар[9].

2003 йылда Ceres дөйөм активтары 10,7 триллион долларға тиң булған йөҙҙән артыҡ инвесторҙарҙы берләштергән «Investor Network on Climate Risk» ойошманы ойоштора. Был селтәр контролһеҙ булған климаттың үҙгәреүен туҡтатыр өсөн һәм парник газдарының сығарып ташлауҙарын әҙәйтер өсөн үҙ йоғонто яһай торған рычагы менән ҡуллана[8][10]. В 2008 году Ceres создала коалицию компаний Business for Innovative Climate and Energy Policy[11].

Ceres принциптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Биосфераны һаҡлау
  • Тәбиғи байлыҡтарҙы ҡәҙерләп тотоноу
  • Ҡалдыҡтар һанын ҡыҫҡартыу утилләштерү
  • Энергияны һаҡлау
  • Ҡурҡыныс хәүефтәрҙе әҙәйтеү
  • Хәүефһеҙ булған продукттар һәм уңайлыҡтар
  • Тирә-яҡты тергеҙеү
  • Йәмәғәтте мәғлүмәт менән тәьмин итеү
  • Етәкләү йөкләмәләре
  • Аудиттар и отчеттар[12]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Coalition for Environmentally Responsible Economies (CERES)  (инг.). Encyclopædia Britannica. 22 май 2015 тикшерелгән.
  2. Ceres – Investors for a Clean Renewable Future  (инг.). Green Energy Times. 22 май 2015 тикшерелгән.
  3. Investing in sustainability  (инг.). Khaleej Times. 22 май 2015 тикшерелгән.
  4. Ceres Investor Summit Gets Great Press Coverage  (инг.). Skoll Foundation. 22 май 2015 тикшерелгән.
  5. Global Reporting Initiative  (инг.). 22 май 2015 тикшерелгән.
  6. Study Says U.S. Companies Lag on Global Warming  (инг.). The New York Times. 22 май 2015 тикшерелгән.
  7. Global Warming Subject for Directors At Big Companies  (инг.). The New York Times. 22 май 2015 тикшерелгән.
  8. 8,0 8,1 Ceres  (инг.). Fast Company & Inc. 22 май 2015 тикшерелгән.
  9. The Ceres Principles  (инг.). 22 май 2015 тикшерелгән.
  10. Investor Network on Climate Risk (INCR)  (инг.). Ceres. 22 май 2015 тикшерелгән.
  11. Business for Innovative Climate and Energy Policy  (инг.). 22 май 2015 тикшерелгән.
  12. Ceres Coalition and Principles  (инг.). International Institute for Environment and Development. 22 май 2015 тикшерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]