ICANN
«Домен исемдәре һәм IP-адрестар менән идара итеү корпорацияһы» (Internet Corporation for Assigned Names and Numbers), ҡыҫҡартмаһы ICANN (уҡылышы айкэн[5]) — 1998 йылдың 18 сентябрендә домен исемдәре, IP-адрестар һәм Интернет эшенең башҡа өлкәләре менән бәйле мәсьәләләрҙе көйләү өсөн АҠШ хөкүмәте ҡатнашлығында ойошторолған коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара ойошма.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылға тиклем дөйөм ҡулланыуҙағы домендарҙа исемдәрҙе теркәү менән Network Solution Inc (NSI) Ҡалып:Какая? компанияһы ғына шөғөлләнә. Шунлыҡтан теркәлеү хаҡы ла юғары була — .com, .net һәм .org зоналарындағы һәр домен уның эйәһенә $50 долларға төшә. Ошо сәбәпле теркәлгән домен исемдәре һаны йылдам үҫә алмай: 1998 йылда донъяла уларҙың һаны ни бары өс миллион була.
ICANN корпорацияһы домендарҙы теркәүҙең бүлгеләнгән системаһын ҡулланыуҙы индерә, был сара аккредитацияанған теркәүселәрҙең домен исемдәре реестрына ирекле инеү принцибына нигеҙләнә. Шулай итеп, конкуренциялы домен баҙары хасил була. Бөгөн дөйөм файҙаланыуҙағы домен зоналарында 900-ҙән ашыу аккредитацияланған теркәүсе эшләй. Ә теркәлгән домендар һаны 270 миллиондан ашып киткән[6].
Адресациялау системаһын үҫтереп, ICANN корпорацияһы дөйөм ҡулланыуҙағы домендар исемлеген дә арттыра. 1998 йылда улар ни бары өсәү (.com, .net, .org) була. 2001 йылдан корпорация .info, .biz, .name, .coop, .museum, .aero, .pro, .travel, .jobs, .cat, .asia, .eu, .mobi, .tel домен зоналарын индерә.
ICANN ҡарарҙар ҡабул итер алдынан улар буйынса Интернет берләшмәһе, бизнес һәм төрлө илдәрҙең дәүләт власы органдары вәкилдәре менән фекер алышыу үткәрә. ICANN документтары буйынса фекер алышыу төрлө форматта үтә. Бынан тыш, корпорация халыҡ-ара конференциялар үткәреп тора.
ICANN офистары Лос-Анджелеста, Истанбулда һәм Сингапурҙа урынлашҡан, корпорацияның етәксе органдарында планетаның төрлө мөйөштәре вәкилдәре эшләй.
2011 йылда компания донъяла булған бөтә мәғлүмәттең һанын хисаплап сығарыу буйынса киң күләмле тикшеренеүҙәр үткәрә. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә донъяла 2,56 зеттабайт мәғлүмәт барылғы асыҡлана. Шул уҡ тикшеренеүҙән яһалған фараздарға ярашлы, XXI быуат аҙағына мәғлүмәт һаны 4,22 йоттабайтҡа етәсәк.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.icann.org/en/icann-acronyms-and-terms?nav-letter=i&page=1
- ↑ Zuazo N. Guerras de internet — Буэнос-Айрес: 2015. — Б. 108. — ISBN 978-987-3752-27-8
- ↑ https://www.icann.org/en/system/files/files/annual-report-2020-en.pdf
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Название организации фонетически имитирует фразу «я могу», произнесённую по-английски («I can»).
- ↑ Verisign Domain Name Industry Brief .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ICANN web-site
- ICANN Litigation
- ICANN charter — устав ICANN
- ICANN Wiki
- ICANNWatch 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.
- Site advocating the return of public representation in ICANN
- Domain Roundtable Conference 2017 йыл 30 май архивланған. — Annual Domain Industry Conference
- CircleID: Community discussions involving ICANN and Internet Governance
- Coalition For ICANN Transparency 2007 йыл 16 ғинуар архивланған.
- DailyChanges.com — a Free ICANN Registrar Statistics site