Эстәлеккә күсергә

Лиллиан Гиш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Lillian Gish битенән йүнәлтелде)
Лиллиан Гиш
Lillian Gish
Лиллиан Гиш 1973 йылда
Лиллиан Гиш 1973 йылда
Исеме

Лиллиан Дайана Гиш

Тыуған көнө

14 октябрь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Спрингфилд, Огайо, АҠШ

Вафат көнө

27 февраль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (99 йәш)

Вафат урыны

Нью-Йорк, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актриса

Карьераһы

1912—1987

IMDb

ID 0001273

lilliangish.com

 Лиллиан Гиш Викимилектә

Лиллиан Дайана Гиш (14 октябрь 1893 йыл — 27 февраль 1993 йыл) — Америка актрисаһы, кино карьераһы 75 йыл самаһы тәшкил итә, күбеһенсә Дэвид У. Гриффиттың тауышһыҙ фильмдарынан билдәле. Актриса Дороти Гиштың апаһы.

Лиллиан Гиш 1893 йылдың 14 октябрендә Огайоға Германиянан күсеп килгән ғаиләлә тыуа. Атаһы Джеймс Ли Гиш йыш өйҙә булмай, әсәһе Мэри күп эшләргә мәжбүр була. Биш йәшендә сәхнәләге беренсе аҙымдарын яһай. Һеңлеһе Дороти менән етерлек ҙурайғас, күсмә театр труппаһына ҡушылалар.

Апалы-һеңлеләр кинематографтағы юлын реклама һәм мелодрамаларҙа төшөүҙән башлай. 1912 йылда Лиллиан Гиш Мэри Пикфорд менән таныша. Тап Пикфорд уларҙы Дэвид У. Гриффитҡа тәҡдим итә, һәм «Biograph» менән контракттар төҙөүҙә булышлыҡ итә. Тәү башлап Лиллиан Гиш Гриффиттың «Йәшерен дошман» фильмында төшә. Аҙаҡ «Милләт тыуыуы», «Ғәрәсәт йәтимәләре» (1921), «Иҫәпләшмәү», «Һынған шытым» (1919), «Көнсығышҡа юл» (1920) фильмдарында төшә.

1920 йылда актриса «Үҙ иреңде яһағанда» фильмын төшөрә. "Biograph"тан һуң Лиллиан Гиш «MGM» студияһы менән контракт төҙөй, «Богема» (1926) фильмында төшә. 1928 йылда Гиш "MGM"дан китеп, театрға ҡайта. 1943—1945 йылдарҙа театр труппаһы составында Америка буйлап турнеға сыға.

Лиллиан Гиш Гриффит менән ғүмере аҙағынаса була: 1948 йылға тиклем үҙен һәм ҡатынын ҡарай. 40-сы йылдарҙа актриса ҡайһы бер тауышлы фильмдарҙа төшә: «Комедианттар» (1967), «Туй» (1978), һәм «Ҡояш аҫтында дуэль» (1946) фильмындағы эше өсөн «Оскар» номинацияһын ала.

1970 йылда Америка киноакадемияһының кинематограф үҫешенә һалған өлөшө һәм актерлыҡ оҫталығы өсөн махсус призы, Америка киноинститутының дөйөм ижади өлөшө өсөн премияһы тапшырыла (1984).

Һуңғы тапҡыр актриса 1987 йылда 93 йәшендә Винсент Прайс һәм Бетти Дэвис менән берлектә «Август киттары» фильмында төшә.

Лиллиан Гиш 1993 йылдың 27 февралендә 99 йәшендә мәрхүм була. Актриса 1968 йылда вафат булған һеңлеһе Дороти Гиш янында ерләнә.

Һайланма фильмографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1912 — Йәшерен дошман/1} / An Unseen Enemy
  • 1912 — Инлек яратыусы / The Painted Lady
  • 1912 — Пиг аллеяһы мушкетёрҙары / Musketeers of Pig alley
  • 1913 — Туташ һәм сысҡан/1} / The Lady and the Mouse — һатыусы ҡыҙы
  • 1913 — Бетулиянан Юдифь / Judith of Bethulia — Йәш әсә
  • 1914 — Ҡомлоҡ / The Quicksands
  • 1915 — Милләт тыуыуы / The Birth of a Nation
  • 1916 — Иҫәпләшмәү / Intolerance: Love’s Struggle Throughout the Ages
  • 1919 — Һынған шытым / Broken Blossoms
  • 1919 — Сузиның тоғро йөрәге / True Heart Susie
  • 1920 — Көнсығышҡа юл / Way Down East
  • 1920 — Үҙ иреңде яһағанда
  • 1921 — Ғәрәсәт йәтимәләре / Orphans of the Storm
  • 1926 — Богема / La Boheme
  • 1928 — Енестәр һуғышы / The Battle of the Sexes
  • 1928 — Ел / The Wind
  • 1946 — Ҡояш аҫтындағы дуэль / Duel in the Sun
  • 1955 — Һунарсы төнө / The Night of the Hunter
  • 1960 — Ғәфү ителмәгән / The unforgiven — Матильда Захария
  • 1967 — Комедианттар / The Comedians
  • 1978 — Туй / A Wedding
  • 1987 — Август киттары / The Whales Of August
  • «Оскар» 1971 — Кинокадемия алдында булған данлы эше һәм кино сәнғәтенең үҫешенә индергән өлөшө өсөн Почётлы «Оскар» менән бүләкләнә.

Америка кино сәнғәте институты 1984 — «Бөтә ғүмере эсендәге ҡаҙаныштары өсөн»

  • «Үҙ аллы рух» 1988 — «Иң яҡшы актриса» («Август киттары»)
  • Лилиан Гиш. Кино, Гриффит и я / Пер. с англ. М.: Искусство, 1974. — 182 с.
  • Комаров В. История зарубежного кино. Том 1. Немое кино. — М.: «Искусство», 1965.
  • Садуль Ж. Всеобщая история кино. Том 1. — М.: «Искусство», 1958.