Mekelle Farms

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Mekelle Farms PLC
Тип

Шәхси компания

Нигеҙләнгән

2010

Нигеҙләүсе

Дэвид Эллис (ингл. David Ellis) һәм Трент Котсюбос (ингл. Trent Koutsoubos)

Уранлашыуы

Эфиопия

Төп фигуралар

Джозеф Шилдс (ингл. Joseph Shields; генераль менеджер), Дэвид Эллис (ингл. David Ellis; консультант)

Тармаҡ

Ҡорш-ҡорт аҫрау

Продукция

йорт тауыҡтарының күкәй тоҡомоноң себештәре

Mekelle Farms PLC (ингл.  «Мэкэле фермалары») — ауырыуҙарға тотороҡло һәм күп күкәй һалған йорт тауыҡтарының күкәй тоҡомоноң себештәрен сығарыуҙа шөғөлләнгән Эфиопия ҡош-ҡорт аҫрай торған фабрика[1][2][3][4].

Mekelle Farms PLC тауыҡтарҙың һаны кәмеген ваҡытта аҡһым менән туҡланыу мәсьәләһен хәл итеү һәм Эфиопияның бәләкәй фермерҙарҙың табыштарын арттырыу маҡсатында барлыҡҡа килә[1]. Әлеге ваҡытта, башта булған маҡсаттарҙы һаҡлап, компания уңышлы һәм масштаблы бизнесҡа әйләнә, үҙе эшлегән өлкәлә ил баҙарында лидерҙар исемлегенә керә[5][6].

Ойошма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда Көнсығыш Африкала йәмәғәт ойошмаларында эшләгән ваҡытта ике йәш кеше, Дэвид Эллис (ингл. David Ellis) һәм Трент Котсюбос (ингл. Trent Koutsoubos) фекеренсә, был регионды үҫтеререүҙә мәсьәләләр булыуын асыҡлана[1]. Мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн улар бәләкәй һәм урта предприятияларға социаль инвестициялау юлын һайлайҙар, Америка Ҡушма Штаттарында Flow Equity «фондын» нигеҙләйҙәр һәм уны етәкләйҙәр[1][7]. 2011 йылдың июль айында уларға Джозеф Шилдс (ингл. Joseph Shields) ҡушыла[8].

Ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙың тәүге тырышыуҙары 2010 йылдың көҙ миҙгелендә Эфиопияла бөлгөнлөккә төшкән дәүләт ҡош фабрикаһын тергеҙеү өсөн аҡса һалыу була. Был маҡсаттар өсөн «Mekelle Farms PLC» исемле компания барлыҡҡа килә[2][7]. Компания исемен эргәлә урынлашҡан Эфиопияның төньяғындағы Тыграй регионының үҙәге Мэкэле ҡалаһынан ала. Тәүге инвестициялар 2,5 миллион АҠШ долларына тиң була[2].

Был эшмәкәрлек башланғыс инвесторҙарҙы үҙ эсенә шул үҙенә йәлеп итә, хатта улар инвестиция уйҙарынан китеп торалар һәм эшҡыуарлыҡтың актив моделенә күсәләр, үҙ эштәренең артабан үҫтереү юлын һайлайҙар.Шуға ҡарамаҫтан, 2015 йылда Flow Equity ғәмәлдәге эшләп килгән ойошма булып ҡала[7].

Компанияның штаб-квартираһы Эфиопияла урынлашҡан[4].

2015 йылда Mekelle Farms PLC компанияһын (генераль менеджер) Джозеф Шилдс (ингл. Joseph Shields) етәкләй[4]. Дэвид Эллис консультант кеүек компанияның эшмәкәрлегендә актив эшләүен дауам итә[4][7].

«Flow Equity» финанстарҙы Acumen фондынан, Africa Enterprise Challenge Fund (AECF) һәм башҡа инвесторҙарҙан ала[3][5][6][9].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсьәләләрҙең һүрәтләүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылға ҡарата 90 миллионлы Эфиопияның халҡының 30 % ярлыҡта йәшәй, шул уҡ ваҡытта балаларҙың 47 % үҫеүҙең туҡталышы, аслы-туҡлыҡ һәм ябыҡлыҡ проблемаларына дусар[3][10]. Туҡланыуҙа аҡһим етешмәүен тауыҡ ите һәм күкәй ашау менән ҡаплайҙар[3]. Әммә ауырыуҙарға дусар булғанға күрә урындағы тауыҡтарҙың төрөнөң иҫән ҡалыуы 50% тиң, һәм улар донъяның уртаса күрһәткестәренә ҡарағанда әҙерәк күкәй һала[3][11].

Бизнес-моделе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бизнесты башлар алдынан Mekelle Farms PLC компанияһының ойоштороусылары ҙур консультациялар һәм әңгәмәләр үткәрәләр, күбеһенсә Һиндостандан[12] сифатлы тоҡомло материалдар һәм заманса инкубацион йыһаздар һатып ала, уларҙы Эфиопияның төньяғында яңынан төҙөлгән дәүләт ҡош-ҡорт фабрикаһында урынлаштыра[3].

Mekelle Farms PLC тирә-яҡҡа һәм ауырыуҙарға тотороҡло булған, тиҙ өлгөргән һәм урындағы эфиоп тауыҡтарына ҡарағанда биш тапҡырға күберәк күкәй һалған 40 көнлөк себештәрҙе сығара һәм урындағы фермерҙарға һата[3][12].

Оҙаҡламай ойошмаға халыҡ-ара һәм урындағы эшҡыуарҙар һәм түрәләр ярҙам ҡулын һуҙа, компания үҫә, ә бизнес-моделе тиражлана башлай[3].

Төп эшмәкәрлегенән башҡа компания, хәҙерге заман талаптарына тура килгән механизацияланған мал аҙығы етештереү буйынса AgFlow Farms йүнәлешен үҫтерә[13].

Эшмәкәрлегенең күрһәткесе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылға ҡарата Mekelle Farms PLC йылына бер миллион тирәһе себеш сығара[3].

Билдәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылда Стенфорд бизнес-мәктәбе «Mekelle Farms PLC» тәжрибәһен уҡытыу нигеҙе итп ала[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Hau Lee, Michael Kennedy, Jonathan Elist Mekelle Farms Poultry Entrepreneurship in Ethiopia (ингл.). Stanford Business School (2014). Дата обращения: 26 май 2015.
  2. 2,0 2,1 2,2 Invest in Ethiopia: Focus MEKELLE (ингл.). Колумбийский университет (декабрь 2012). Дата обращения: 26 май 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Mekelle Farms (ингл.). Acumen. Дата обращения: 26 май 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Company Overview of Mekelle Farms PLC (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 26 май 2015.
  5. 5,0 5,1 Nicholas Norbrook. Equity: A taste for chicken (ингл.). The Africa Report (12 ноябрь 2014). Дата обращения: 26 май 2015.
  6. 6,0 6,1 Dejazmch of Tigrai. Ethiopia's biggest chicken farm, Mekelle farm has topped Alaamudi's Elfora and now has won Africa's enterprise challenge fund. (ингл.). mereja.com. Дата обращения: 26 май 2015.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Executive Profile David Elist (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 26 май 2015.
  8. Executive Profile Joseph Shields (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 26 май 2015.
  9. Simeon Kerr. Gulf finance renews Africa trade (ингл.). FT (25 ноябрь 2013). Дата обращения: 26 май 2015.
  10. Acumen Invests In Ethiopia’s Mekelle Farms (ингл.). Ventures Africa (14 март 2014). Дата обращения: 26 май 2015.(недоступная ссылка)
  11. Hagazi Fantay, Endale Balcha, Abraha Tesfay, Berihun Afera. Determining Optimum Time for Administration of Live Intermediate Vaccine of Infectious Bursal Disease to Chickens at Mekelle Farm (ингл.). Journal of Veterinary Science & Technology (2015). Дата обращения: 26 май 2015.
  12. 12,0 12,1 Indian Chickens Boost Ethiopian Poultry Industry (ингл.). The Poultry Site (3 декабрь 2010). Дата обращения: 26 май 2015.
  13. Agflow Ventures (ингл.). sidley.com. Дата обращения: 26 май 2015. 2015 йыл 26 май архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]