Nadin

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Nadin
Нигеҙләнгән

2012

Нигеҙләүсе

Кирилл Васильев

Уранлашыуы

Рәсәй Рәсәй, Мәскәү

Сайт

http://salon-nadin.ru/

«Nadin» — эшселәре һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләрҙән генә торған Рәсәйҙәге тәүге бөҙрәхана[1][2][3]. 2012 йылда Мәскәүҙә асыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылда насар ишеткән Кирилл Васильев һәм уның ҡатыны, парикмахер Надежда Шарапова, был бөҙрәхананы асалар[4][5].
Надежда эшендә ҡыйынлыҡтарға юлыға, клиенттар ишеткән мастерҙарҙы һайлайҙар, ә уға ябай һәм әҙ түләнгән заказдар ғына эләгә[6]. Дискриминацияға ҡаршы көрәшер өсөн ирле-ҡатынлылар һаңғырауҙар өсөн булған бөҙрәханананың проектын әҙерләйҙәр. Проект «Беҙҙең киләсәк» фонды үткәргән «Социаль эшҡыуар-2011» конкурсы еңеүселәренең береһе һәм заём ала, Мәскәү хөкүмәте эш урынын эҙләүҙә ярҙам итә[7]. Салондың асылыуы матбуғатта киң яҡтыртыла[3][8]. Эшкә һаңғырауҙарҙы һәм насар ишеткән мастерҙарҙы алыу — фирманың принципиаль позицияһы. Клиенттар араһында ишеткән һәм ишетеү һәләте боҙолған кешеләр бар, әммә һуңғыларға ташлама бирелә[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Кирилл Миловидов Парикмахерская для глухих открылась в Москве. Милосердие.ру (2012-06-19). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  2. Виктория Лашкул Открыта первая в России парикмахерская для глухих. www.voginfo.ru. DeafNet (2012-06-22). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Елена Шамраева Проблемы со слухом – не проблема для бизнеса. «Дождь». 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  4. Татьяна Борисова Страна глухих. Hair.su (2012-08-31). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  5. Вести-Москва. Парикмахерская для глухонемых открылась в Москве.. Россия 1. Nadin. 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  6. Инне Финочка "Тихая" парикмахерская: как работать человеку с инвалидностью. РИА Новости (2013-09-27). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  7. Алена Гетман Частное дело. Парикмахерская для глухих. Большой город (2012-05-05). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  8. Салон-парикмахерская NADIN. vmdaily.ru. D/Slife.ru (2012-08-22). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  9. Зоя Скуратова В стране глухих: как живут люди с нарушением слуха. Glamour. 28 апрель 2015 тикшерелгән.