Васильев Кирилл Александрович
Кирилл Александрович Васильев | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Долгопрудный ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Сайт | |
Васильев Кирилл Александрович (1 ғинуар 1972 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары. 2012 йылда эшләүселәре һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләрҙән генә торған Рәсәйҙәге тәүге бөҙрәхана «Nadin» салонын ойоштороусы һәм уның етәксеһе[1][2][3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кири́лл Алекса́ндрович Васи́льев 1972 йылдың 1 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Долгопрудный ҡалаһында тыуған. Ике йәшлек сағында грипп менән ауырыу һөҙөмтәһендә ишетеү һәләтенең 95 процентын юғалта[1]. Юғары белемде Мәскәү дәүләт ғәмәли биотехнологиялар университетында алған. Ун биш йыл дауамында инженер-конструктор булып эшләй[4].
Мәрхәмәтлелек бөҙрәханаһы асыу тураһындағы идеяһы 2010 йылда барлыҡҡа килә. 2012 йылда уны тормошҡа ашыра — ҡатыны менән бергәләп хеҙмәткәрҙәре һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләрҙән генә торған Рәсәйҙәге тәүге бөҙрәхана — «Nadin» салонына нигеҙ һалалар[3][5][6].
2013 йылда Кирилл Васильев «Социаль эшҡыуарлыҡ. Йәмғиәт һәм бизнес ихтыяждарының берҙәмлеге» (рус. «Социальное предпринимательство. Единство интересов общества и бизнеса») темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша[7].
Социаль эшҡыуар Кирилл Александрович Васильев «Насар ишетеүселәр берекмәһе» (рус. «Объединение слабослышащих») ойошмаһы, Deafnet.ru һәм Gluxix.net интернет ресурстары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә[8]. Васильевтың пландарында Рәсәй Федерацияһында бөҙрәханалар селтәрен асыу, һәм тағы насар ишетеүселәр өсөн автомашинаны йыуыу хеҙмәтен асыу һәм артабаг автосервисға тиклем күтәреү[3].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирилл Васильевтың ҡатыны — Надежда Шарапова, ишетеү һәләте буйынса инвалид, парикмахер һәм «Nadin» компанияһының ойоштороусыларының береһе. Ғаиләлә ҡыҙҙары Дария тәрбиәләнә, ул үҙенең ата-әсәһенә ойошма менән идара итеүҙә ярҙам итә[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Кирилл Миловидов. Парикмахерская для глухих открылась в Москве . Милосердие.ру (19 июнь 2012). Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ Виктория Лашкул. Открыта первая в России парикмахерская для глухих . www.voginfo.ru. DeafNet (22 июнь 2012). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Елена Шамраева. Проблемы со слухом – не проблема для бизнеса . «Дождь». Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ Салон-парикмахерская NADIN . Гордость России (31 ғинуар 2014). Дата обращения: 13 июнь 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Алена Гетман. Частное дело. Парикмахерская для глухих . Большой город (5 май 2012). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Салон-парикмахерская NADIN . vmdaily.ru. D/Slife.ru (22 август 2012). Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ В Центральном Доме Предпринимателя состоялся Круглый стол на тему "Социальное предпринимательство. Единство интересов общества и бизнеса" . Фонд развития социальных инноваций. Дата обращения: 13 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Салон-парикмахерская NADIN г. Москва . Банк социальных идей. Дата обращения: 13 июнь 2015.