Эстәлеккә күсергә

Артыш вульпицидаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Vulpicida juniperinus битенән йүнәлтелде)
Артыш вульпицидаһы
Артыш вульпицидаһы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Бәшмәктәр
Бүлексә: Ascomycota
суб-бүлексә: Pezizomycotina
Класс: Lecanoromycetes
Тәртип: Lecanorales
Ғаилә: Parmeliaceae
Ырыу: Vulpicida
Латинса исеме
Vulpicida juniperinus
Артыш вульпицидаһы

Артыш вульпицидаһы (Вульпицида можжевельниковая, Vulpicida juniperinus) — пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник төрө.

Талломы япраҡ һымаҡ, аныҡ булмаған формала, киңлеге 4—5 см, асыҡ һары төҫтә, үҙәгендә субстратҡа тығыҙ беркетелгән, ирекле күтәрелеүсән өлөшсәләр м‑н. Өлөшсәләре бер аҙ тармаҡлы, ситтәре тулҡынлы. Талломдың өҫкө яғы шыма йәки бер аҙ йыйырсыҡлы‑бөрмәле, тоноҡ, пикнидиялы. Аҫҡы ҡатламы тарҡау һарғылт гиф ептәре (ризин) м‑н. Талломдың үҙәге асыҡ һары. Апотецияларының (йыш барлыҡҡа килә) диам. 8 мм тиклем, көрән ялтыр дисклы һәм сите асыҡ һары йыйырсыҡлы‑тешле. Себер артышының олондарында һәм ботаҡтарында үҫә. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы тауҙарында осрай. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Species
V. canadensis V. pinastri V. viridis V. juniperinus V. tilesii