«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 1 март 1994 |
---|---|
Девиз тексы | ПОЛЬЗА ЧЕСТЬ И СЛАВА |
Дәүләт | Рәсәй |
Юғарыраҡ дәрәжә | Изге Георгий ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | орден Святой великомученицы Екатерины[d] |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Һаны | 4000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары |
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Викимилектә |
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы.
Рәсәй дәүләтселеген нығытыу, илдең социаль-иҡтисади үҫеше, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге, мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү, күренекле спорт ҡаҙаныштары, халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, илдең оборона һәләтен нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн граждандарҙы бүләкләү өсөн тәғәйенләнгән.
Ордендың девизы «Файҙа, хөрмәт һәм дан» император Изге Владимир ордены девизын ҡабатлай.
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Рәсәй Федерацияһы президентының 1994 йылдың 2 мартта 442-се һанлы Указы менән булдырылған
1994 йылдан алып 1998 йылда (РФ президентының 1998 йылдың 1 июлендәге 757-се Указы) менән Изге апостол Андрей Первозванный ордены ойошторолғанға тиклем «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Рәсәй Федерацияһының юғары дәүләт наградаһы була.
2010 йылдың 7 сентябрендә РФ президентының 1099-сы һанлы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» Указы сыға. Киң документҡа илдең дәүләт наградалары тураһында положение, уларҙы тапшырыу, һаҡлау, мираҫ итеп алыу тәртибе һәм айырымлыҡ билдәләрен йөрөтөү тәртибе индерелә. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының Статутына һәм тасуирламаһына шулай уҡ үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә.
Орден регалиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
"Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн"ордены | ||||
---|---|---|---|---|
I дәрәжә |
II дәрәжә |
III дәрәжә |
IV дәрәжә | |
Орден йондоҙо | ||||
Орден билдәһе | ||||
Орден билдәһе (ҡылыстар менән) |
||||
Орден планкаһы | ||||
Орден планкаһы (ҡылыстар менән) |
||||
I дәрәжә |
II дәрәжә |
III дәрәжә |
IV дәрәжә |
Орден Статуты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, илдең социаль-иҡтисади үҫешенә, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә, мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә, күренекле спорт ҡаҙаныштарына, халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға, илдең оборона һәләтен нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн граждандар бүләкләнә.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарары буйынса «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған кешеләр бүләкләнә ала.
2. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының дүрт дәрәжәһе бар:
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены;
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены;
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены;
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены.
I дәрәжәһе «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының иң юғары дәрәжәһе булып тора.
3. I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының билдәһе һәм йондоҙо бар, III һәм IV дәрәжә —билдәгә генә эйә
4. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләү, ҡағиҙә булараҡ, түбән дәрәжәнән юғары дәрәжәгә тиклем эҙмә-эҙлекле башҡарыла.
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденына тәҡдим ителгән кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, Александр Невский ордены менән[1] бүләкләнергә тейеш.
Дәүләт алдындағы айырыуса ҙур ҡаҙаныштары өсөн IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән, Александр Невский ордены менән бүләкләнмәһә лә, Рәсәй Федерацияһы Геройы, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы, Советтар Союзы Геройы йәки Социалистик Хеҙмәт Геройы, шулай уҡ ордендар менән бүләкләнгән кешеләр Изге Георгий, Изге Бөйөк Шәһит Екатерина, Суворов, Ушаков йәки Рәсәй Федерацияһының «халыҡ» категорияһындағы маҡтаулы исеме бирелгән кешеләр кешеләр бүләкләнә ала[1].
Рәсәй Федерацияһы президенты быға тиклем Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы менән бүләкләнмәгән кешене лә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул итә ала[1].
5. Хәрбиҙәр хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының ҡылыс төшөрөлгән варианты менән бүләкләнә.
51. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының ҡылыслы варианты менән бүләкләү үлгәндән һуң да башҡарылырға мөмкин[2].
6. I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләү, ҡағиҙә булараҡ, йылына ике тапҡыр үткәрелә һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы Көнө (12 декабрь) һәм Рәсәй Көнө (12 июнь) байрамдарына тура килтерелә — пункт 2021 йылдың 19 ноябрендә көсөн юғалта[1].
7. I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының билдәһе уң яурын аша үткән (чересплечный) таҫмала йөрөтөлә. Хәрби парадтар һәм башҡа рәсми тантаналы саралар үткәргәндә унда ҡатнашҡан хәрбиҙәргә I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены билдәһен муйын таҫмаһында кейергә рөхсәт ителә[1].
I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены йондоҙҙары күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм ҡалыптарҙа йөрөтөлгән ордендарҙан түбәнерәк, ә бүләкләнеүсенең Изге Георгий ордены йондоҙо булған осраҡта — уның һул яғында урынлаша[1].
I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены булған осраҡта I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының йондоҙо ғына йөрөтөлә.
II һәм III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены билдәләре муйын таҫмаһында йөрөтөлә.
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены билдәһе күкрәктең һул яғында ҡалыпта йөрөтөлә һәм IV дәрәжә Изге Георгий ордены билдәһенән һуң урынлаштырыла.
Бүләкләнеүсенең бер нисә дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены булған осраҡта, ҡылыстар менән орден билдәләренән башҡа, юғары дәрәжә орден билдәһе генә йөрөтөлә.
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләгәндә, ҡылыстар менән «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалынан башҡа, был ордендың миҙалдары тағылмай.
8. Айырым осраҡтарҙа һәм көндәлек кейеү өсөн IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены билдәһенең миниатюр күсермәһен йөрөтөү ҡарала.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
I дәрәжә
-
II дәрәжә
-
III дәрәжә
-
IV дәрәжә
Бүләкләү статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2023 йылдың июленә ҡарата бүләкләнгәндәр:[3][4]:
- тулы кавалерҙар — 84
- I дәрәжә ордены — 121
- II дәрәжә ордены — 300-ҙән ашыу
- III дәрәжә ордены — 670-тән ашыу
- IV дәрәжә ордены — 3000-дән ашыу
Кавалерҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Калашников — II дәрәжә[5], Жак Ширак I дәрәжә ордендың беренсе кавалеры булды[6]
- «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалерҙары
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙарының исемлеге
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙарының исемлеге
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙарының исемлеге
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙарының исемлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Государственные награды Российской Федерации
- Символы президента России
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Щеголев К. А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — 480 с. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
- Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
- Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 280 с. — ISBN 978-5-85824-198-0.
- Гусев И.Е. Ордена, медали и наградные знаки от Петра I до современности. — М.: АСТ, 2014. — 164 с. — ISBN 978-5-17-085223-9.
- Кушер Ю. Л. Государственные символы и награды Российской Федерации. — М.: Книжная палата, 1999. — 271 с. — ISBN 978-5-7000-0476-3.
- Музалевский М. В. Ордена и медали Российской Федерации. — М.: Кавалеръ, 2005. — 298 с. — (Библиотека журнала «Кавалер»). — ISBN 5-00-000198-2.
- Награды новой России / Сост. Григорьев В. С.. — М.: Докар, 1997. — 112 с. — (Всемирный коллекционер). — ISBN 5-85952-071-9.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалып:Кавалеры ордена «За заслуги перед Отечеством» Ҡалып:Государственные награды Российской Федерации Ҡалып:Полные кавалеры ордена «За заслуги перед Отечеством»
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ошибка: не задан обязательный параметр
|title=
в шаблоне {{Cite web 2}}. Ошибка: не задан обязательный параметр|url=
в шаблоне {{Cite web 2}}. [ ]. - ↑ Указ президента Российской Федерации от 15 сентября 2018 года № 519 «Об учреждении медали „За отвагу на пожаре“ и установлении почетного звания „Заслуженный работник пожарной охраны Российской Федерации“» . pravo.gov.ru. Официальный интернет-портал правовой информации. Дата обращения: 17 сентябрь 2018. Архивировано 18 сентябрь 2018 года.
- ↑ М. В. Музалевский. Ордена и медали Российской Федерации. М., 2005. С. 89. Количество награждений дается только по открытым указам.
- ↑ Смирнов В. С. Во славу Отечества. Кавалеры ордена «За заслуги перед Отечеством» I степени. М., 2010. С. 10-17.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 05.11.1994 г. № 2061 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Калашникова М. Т.» Дата обращения: 8 сентябрь 2018. Архивировано 11 сентябрь 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 23.09.1997 г. № 1056 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ I степени Президента Французской Республики Жака Ширака» . Дата обращения: 12 ноябрь 2021. Архивировано 12 ноябрь 2021 года.