Абдрахманов
Уҡыу көйләүҙәре
Абдрахманов — ир-ат фамилияһы. Әбделмән исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Абдрахманова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
- Абдрахманов Адик Асҡар улы (1962) — дирижёр һәм флейтасы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999).
- Абдрахманов Барый Абдрахман улы (1916—1996) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары.
- Абдрахманов Ғәйнетдин Шәйхи улы (1929—2001) — юғары категориялы слесарь-торбасы, «Башкирэнерго» йәмғиәтенең слесарҙар бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- Абдрахманов Илдус Барый улы (1942 т.) — химия фәндәре докторы (1990), профессор, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы.
- Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы (1951 т.) — хужалыҡ эшмәкәре, техник фәндәр кандидаты, Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған металлургы.
- Абдрахманов Рәфил Фазыл улы (1942 т.) — гидрогеолог, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (1925—1999) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Дан ордены тулы кавалеры.
- Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы (1971 т.) — журналист.
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |