Австриялы Фердинанд Карл Йозеф-Эсте
Фердинанд Карл Йозеф Австрийский-Эсте | ||||||||||||||
Ferdinand Karl Joseph von Österreich-Este | ||||||||||||||
Фердинанд Карл 1841 йылғы литографияла. Йозефа Крихубера | ||||||||||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||||||||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||||||||||
Вафат урыны |
Австрия империяһы, Альтмюнстер | |||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны |
Австрия империяһы | |||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1800-1848 | |||||||||||||
Хәрби звание |
Фельдмаршал | |||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш |
Өсөнсө коалиция һуғышы | |||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Эрцгерцог Австриялы Фердинанд Карл Йозеф -Эсте (нем. Ferdinand Karl Joseph von Österreich-Este; 25 апрель 1781 йыл — 5 ноябрь 1850 йыл) — Австрия фельдмаршалы, Галицияның һәм Трансильванияның генерал-губернаторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карл Фердинанд 1781 йылда Миланда тыуған . Ул эрцгерцог Фердинандтың һәм Мария Беатриче д ' Эстенең өсөнсө улы. 1799 йылда ул Терезиан академияһына уҡырға ингән, ә 1800 йылда хәрби карьера яһай башлаған.
1805 йылда, Өсөнсө коалиция һуғышы башланғас, Фердинанд Карл Австрия хәрби көстәренең баш командующийы итеп тәғәйенләнә һәм генерал Мак менән бергә квартирмейстер вазифаһын башҡара. Октябрь айында уларҙың армияһы Ульм янында ҡамауға эләгә. Генерал Мак капитуляция яһай, ә Фердинанд Карл 2 мең кавалерист менән Богемияға бәрелешеп инә алған. Унда ул урындағы ғәскәрҙәр менән командалыҡ итә һәм ландштурм ойоштора.Үҙҙәренең көсө менән ул Карл-Филипп фон Вреденың Иглау янындағы көстәренә ҡаршы тора һәм уларға Аустерлиц һуғышында ҡатнашырға ирек бирмәй.
1809 йылда, Бишенсе коалиция һуғышында, Фердинанд Карл ,36 мең һалдатлы Австрия армияһы менән командалыҡ итеп, Варшава герцогствоһына бәреп ингән, унда ул Наполеонға ҡаршы ихтилал ойошторорға булған. Ул һуғыш барышында Варшаваны алған, тик Рашинда тармар ителгән, ә июль айында уға сигенергә тура килгән.
1815 йылда, Етенсе коалиция һуғышында, Фердинанд Карл Австрия резервының ике дивизияһы менән командалыҡ иткән. Киләһе йылда ул Венгрия армияһының баш командующийы булып тәғәйенләнгән.
23 ғинуар, 1826 йыл. Ул Св. Андрей Первозванный ордены менән бүләкләнгән.[1].
1830 йылда Карл Фердинанд Галицияның генерал-губернаторы булып тәғәйенләнгән.1848 йылғы революциянан һуң ул күберәк Италияла йәшәгән.
Фердинанд Карл бер ҡасан да өйләнмәгән. 1850 йылда Альтмюнстерҙа вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Карабанов П. Ф. Списки замечательных лиц русских / [Доп.: П. В. Долгоруков]. — М.: Унив. тип., 1860. — 112 с. — (Из 1-й кн. «Чтений в О-ве истории и древностей рос. при Моск. ун-те. 1860»)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 25 апрелдә тыуғандар
- 1781 йылда тыуғандар
- Миланда тыуғандар
- 5 ноябрҙә вафат булғандар
- 1850 йылда вафат булғандар
- Алтын йөн ордены кавалерҙары
- Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Ҡара бөркөт ордены кавалерҙары
- Изге Губерт ордены кавалерҙары
- Изге Фердинанд Ҡаҙаныштары өсөн орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Изге Аннунциата юғары ордены кавалерҙары
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены кавалерҙары
- Изге Александр Невский ордены кавалерҙары
- Аҡ бөркөт ордены кавалерҙары (Рәсәй империяһы)
- I дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары